Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дөрөҫ башлаһаң...
– Илебеҙ халҡына йыл башы һайын оҙайлы ял биреү йолаға әйләнде тиерлек. Был кешегә кире йоғонто яһамаймы, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
В. СӘЙЕТОВА.
Иглин районы.


Башҡортостан мосолман­дарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Күптәр “эш” төшөнсәһен һаман да тик дәүләткә хеҙмәт итеү тип ҡабул итә кеүек. Бындай тәрбиә, мәғлүм ки, үткән быуаттағы ҡоролошта тамырланды. Совет осоронда халыҡ күберәк дөйөм мәнфәғәт өсөн эшләп, хеҙмәттең асылын шунда күреп өйрәнде. Күренеүенсә, әлеге һорауҙың нигеҙендә лә ошо тәрбиә ята. Хеҙмәт урынынан оҙайлы ял бирелде тип кеше аяҡ күтәреп ятырға тейешме һуң? Башҡа эш юҡмы?
Тормош хеҙмәттән ҡорола, унһыҙ алға китә алмай. Әҙәм балаһы эш ярҙамында үҙен, ғаиләһен ҡарай, йәмғиәттә абруй ҡа­ҙана. Бо­рон-борондан һаҡланып, быуындан быуынға тапшырыла килгән милли кәсептәрҙең, шөғөл­дәрҙең нигеҙендә лә кешенең тырышлығы, ҡул көсө ята. Бөгөнгө ауыл-ҡалаларыбыҙҙың яҡты киләсәге тураһында һүҙ йөрөткәндә лә эшһөйәр, тырыш, хәстәрлекле замандаштарыбыҙға өмөт бағлайбыҙ.
Шул уҡ ваҡытта әҙәм балаһы ял да итә белергә тейеш. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ошо хаҡтағы хәҙисен йәнә бер ҡат иҫкә төшөрөп үтәйек. “Күңелгә ва­ҡыты-ваҡыты менән ял биреп тороу мөһим, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. – Әгәр ул арыһа, һуҡырая, изгелектәрҙе күрмәй башлай”.
Оҙайлы ял көндәрен бушҡа уҙғарыу дөрөҫ түгел. Балалар менән бергә саф һауала йөрөү, спортҡа урын бүлеү, быға ҡәҙәр ҡул теймәгән эштәрҙе башҡарыу өсөн ҡулайлы мәл был. Ә иң мөһиме – атай-әсәй, туғандар менән осрашыу. Яҡындарыңдың хәлен белеү, аралашыу, фекер алышыу алдағы көндәргә ҙур бәрәкәт бирә, күңелгә һиллек килтерә. Атай-әсәйҙең фатихаһынан да ҙурыраҡ нимә бар һуң?!
Ғөмүмән, ял яҡшы ниәттәр менән файҙалы үткәрелергә тейеш. Ислам дине тап шулай ҡуша. Буш ваҡыт күңелде үҫтерерлек итеп уҙғарыла икән, кешенең эш урыны ла зыян күрмәҫ, киреһенсә, яңы һулыш алыр, алға китер, иншаллаһ.
Бындай оҙайлы ял көндәре мәжлес үткәреү өсөн дә ҡулайлы. Мәғлүм ки, динебеҙҙә ҡунаҡ йыйыуға ҙур урын бүленә. “Ризыҡтың бәрәкәте – табаҡтағы ҡулдарҙың күплегендә”, – тигән мөбәрәк хәҙисендә Пәйғәмбәребеҙ. Ҡунаҡтың йортҡа ҡот-бәрәкәт алып килеүе тураһында әйтемдәр ҙә байтаҡ. Табын янында йыйылышып һөйләшеү, фекер алышыу, хәл белешеү, уртаҡ маҡсаттар ҡороу ҙа алдағы көндәрҙе яҡты, һөҙөмтәле итер.
Йылды Ҡөрьән мәжлестәре менән башлау айырыуса мөһим. Был ғәмәлдең бәрәкәте иҫәпһеҙ-хисапһыҙ. Беренсенән, яҡын кешеләр менән осра­шабыҙ. Был уңайҙан Пәйғәмбәребеҙ үҙе­нең мөбәрәк хәҙисендә: “Туғандар илә күрешеү ғүмергә ҙур бәрәкәт бирә”, – тигән. Икенсенән, йортобоҙға Ҡөрьән инә, уны нурға күмә. Өсөнсөнән, был мәжлес йомарт булыу зарурлығын аңғарта. Өҫтәүенә Ҡөрьән күңелебеҙгә инә, балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ дингә яҡынлай, доға мәр­хүмдәрҙең рухын яҡтырта... Әйткәнемсә, изге ниәттә ҡылынған ғәмәлдең бәрәкәте икһеҙ-сикһеҙ.
“Ашағыҙ, эсегеҙ, саҙаҡа өләшегеҙ, ләкин исраф һәм тәкәбберлек ҡушылма­һын”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Оҙайлы ял көндәрендә лә ошоно онотмаһаҡсы, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Һәр нәмәнең самаһын, ваҡыттың ҡәҙерен беләйек. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә динебеҙ биргән күркәм тәрбиәне ҡулланып, ял көндәрен матур, файҙалы үткәрергә, аралашып йәшәргә, туғанлыҡты, ҡәрҙәшлекте нығы­тып торорға насип ҡылһын. Балаларыбыҙға ҙур иғтибар бүләйек. Улар беҙҙән ваҡытты дөрөҫ файҙаланырға өйрәнеп үҫһен. Шул саҡта, иншаллаһ, Аллаһ Тәғәлә тормошобоҙға тағы ла күберәк бәрәкәт бирер. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599