Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
“Уҡы!”Ниндәй генә заман булмаһын, уның төп нигеҙе, үҫеш ҡеүәте – ғилемдә. “Ҡөрьән Кәрим”дәге тәүге аят-кәримә лә бит “Һине юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!” тигән һөйләмдән башланған. Бойороҡ һөйкәлешендәге ҡылымда оло мәғәнә ята, белемдең ҡиммәте, һиммәте сағылдырыла.


...Аллаһ Тәғәлә Әҙәмде яралтып, остаз булараҡ, уға барлыҡ ғилемде өйрәткән. Фәрештәләр иһә быға ҙур борсолоу белдергән. “Әҙәм балаһын яралтыу ниңә кәрәк булды һуң, Раббым? Ул ниәттәреңде тор­мош­ҡа ашырмаһа, ни ҡылырһың?” – тип хәүефләнеп һорағандар. Ә быға яуап шулай яңғыраған: “Әҙәм балаһы насар юлды һайламаҫ, сөнки уға ғилем бирҙем”.
Белем – барлыҡ күркәм сифат­тарҙың тамыры. Ғилемле кеше һәр саҡ камиллыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтыла, күңеле бөтөн була, башҡа­лар­ҙы яманламай, һауаланмай, ялҡауланмай, хәйлә-мәкер ҡормай, бүтәндәргә һалышмай һ.б. Үҙе булып ҡала, сөнки тормошта тәғәйен урыны, ышаныслы терәге – белеме – бар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Ғилемде би­шек­тән алып гүргә ингәнсе өйрә­не­геҙ” тигән хәҙисе иһә белгәнең менән генә ҡәнәғәтлек кисермә­йен­сә, аң-белем даирәһен даими ки­ңәй­теү зарурлығын тәҡрарлай. Ә уның иге-сиге юҡ. Дин әһелдәре әйтеүенсә, ғилем күҙ ҡарашы етмәҫ даръяға тиң, ә әҙәм балаһы уның ярында тамсылап һыу эскән ҡошсоҡ кеүек кенә.
Белемле кеше тәрбиәле, әҙәпле. Ошоға ярашлы бер хикмәтте иҫкә төшөрөп үтәйек. Атай кеше улын баҫыуға алып сыға. Арыш башаҡта­рының берәүҙәре эйелгән, икенсе­ләре күккә туп-тура ҡарап, ғорур үҫеп ултыра икән. “Атай, ниңә улар бер төрлө түгел? – тип аптыраған бала. – Был ни хикмәт? Эйелгән­дә­ре матур түгел, кәрәктәре лә юҡтыр инде...” Атаһының яуабы иһә шулай булған: “Туп-тура үҫкән арышҡа һоҡланма, улым. Башағы бушлыҡтан шулай улар. Ә инде эйгәндәрҙең эсе тулы ем – туҡлыҡ, уңыш билдәһе был”.
Хикмәттән аңлашылыуынса, “емле”, йәғни ғилемле кеше үҙен һис ҡасан әллә кемгә ҡуйып, юғары­ға ҡарап тәкәбберләнеп йөрө­мәй, киреһенсә, ниндәйҙер кимәлдә тү­бән­селектә ҡала. Быға иң ҙур миҫал – Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙ ҙур ғилеме менән бер ваҡытта ла маһайып, һауала­нып йөрөмәгән, ә уны таратҡан, башҡалар менән уртаҡлашҡан. Ә Аллаһ Тәғәлә тап шундайҙарҙы – белемлеләрҙе, уға яҡын торғандар­ҙы, аҡыллының һүҙен тыңлағандар­ҙы, фекер-кәңәшен ҡабул иткәндәр­ҙе – һөйә.
Исламда ғилем – иң юғары төшөнсәләрҙең береһе. Изге китапта ла, хәҙистәрҙә лә уның баһа­һы бихисап мәртәбә тәҡрарлан­ған. Ғилемгә, үҫешкә ынтылмаған­дың иманһыҙға яҡын тороуы билдәлән­гән, бындай күренештәрҙе бөтөрөү юлдары күрһәтелгән. “Мосол­ман­дың наҙан булыуы ярай торған эш түгел, – тигән, мәҫәлән, Ғүмәр бин Хаттаб. – Белгәндәр – өйрәтергә, белмәгәндәр өйрәнергә тейеш”.
Тормоштоң “асҡысы” булараҡ, ғилем яҡшы, мул йәшәүгә юл яра. Замандың ауырлыҡтарын тәү сиратта уға таянып, лайыҡлы үтергә, киләсәккә тос орлоҡ ҡал­дырырға бурыслыбыҙ, тип өйрәтә дин әһел­дәре. Ҡөрьәндәге “Уҡы!” тигән бойо­роҡ­тоң төп асылы был.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518