Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ил терәге һәм биҙәге – йәштәр
Ил терәге һәм биҙәге – йәштәрУлың булһа, илгә терәк, ҡыҙың булһа, илгә биҙәк, ти халыҡ. Үҙ ғаиләләрендә генә түгел, тыуып үҫкән ил-ерҙәрендә терәк һәм биҙәк булырҙай йәштәр заманыбыҙҙы йәмләй. Талғәт Юнысов менән Фатима Янбаева ла күптәргә өлгө булырлыҡ замандаштарыбыҙ рәтендә. Күптән түгел генә милли йолаларға ярашлы никах туйҙарын да үткәрҙе улар. Йәштәр менән яҡындан танышыу маҡсатында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Талғәт һәм Фатима, һеҙҙе күреп аралашыуыбыҙға шатбыҙ. Үҙегеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырһағыҙ ине.
Фатима: – Мин Өфө ҡалаһында тыуып үҫтем. Атай-әсәйем сығыштары менән Ишембай һәм Күгәрсен райондарынан. Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһын тамамлағандан һуң Мәскәү ҡалаһындағы “Юғары иҡтисад мәктәбе” милли тикшеренеү университетында белем алдым. Артабан Н.Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетында Инновацияларға идара итеү йүнәлешендә магистратурала уҡыным. Һөнәрем буйынса иҡтисад белгесемен.
Талғәт: – Ишембай ҡалаһынанмын. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында уҡыным. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлағас, бер йыл Себерҙә “Роснефть” компанияһында эшләнем. Әле “Мирный воин” юридик компанияһына етәкселек итәм, икенсе эш йүнәлешем – интернет-репутацияға идара итеү. Баш ҡалала йәшәйбеҙ.
– Беренсе осрашыуығыҙ хәтере­геҙҙәме? Нисек танышып киттегеҙ?
Ил терәге һәм биҙәге – йәштәрФатима: – Тәү тапҡыр күрешеү былтыр Мәскәүҙә уҡып һәм эшләп йөрөгәнемдә булғандыр. Шул саҡта дуҫтарыбыҙ беҙҙе димләргә маташҡайны, шулай бергә аралашып танышып киттек. Талғәтте икенсе күреүем йәштәр өсөн үткәрелгән йәмәғәт сараларының береһендә – ӨфөФорумда булды. Бындай сараларҙа ойоштороусы булараҡ ҡатнашыу ҙур яуаплылыҡ талап итә, тулҡынландырғыс мәлдәр ҙә була. Ошо саҡта Талғәт яныма килеп күрешеп, тынысландырырға тырышты, ярҙам итте. Шул аҙ ғына аралашыу, ысынлап та, мине тынысландырҙы, унан һуң ярты йыл тирәһе күрешмәнек. Һәм бер көн уртаҡ дуҫтарыбыҙ – йәш йырсы Рүзилә Йәмиле­ва менән Башҡорт проекттары берләш­мәһенең баш координаторы Илдар Кин­йәбулатов Америкаға сәйәхәткә йыйына ине. Дуҫтарыбыҙҙың Интернетта яҙған иғланына мин дә, Талғәт тә яуап биргәнбеҙ. Шулай көтмәгәндә тағы ла осраштыҡ.
Ошо ике аҙналыҡ алыҫ сәфәрҙә матур итеп аралашып киттек. Әлбиттә, был сәйәхәт диңгеҙ буйында аяҡты аяҡҡа һалып, ял итеү генә түгел ине. Бик мауыҡтырғыс булды юлыбыҙ, яңынан-яңы ҡалаларҙы, сит ерҙәрҙе күрҙек, төрлө мажараларға ла тап булдыҡ. Ә беләһегеҙме, ошондай сәйәхәт, берҙәмлек, алыҫ юлда килеп тыуған мәсьәләләрҙе дуҫтарса, бергәләп хәл итеү яҡынайта, ошо шарттарҙа кешенең холоҡ-фиғеле асыла, бер-береңде нығыраҡ аңлайһың.
Мәҫәлән, бер ҡалала ғына осрашып йөрөгәндә кеше барыбер асылып етмәй, үҙен бары яҡшы яҡтан ғына күрһәтеүе лә мөмкин. Талғәт тә шулай ти. Уның менән яҡындан аралашып, бер-беребеҙҙе шулай һынағанбыҙҙыр, тим. Талғәттең кешелеклелек сифаттары оҡшаны, ул да мине шулай уҡ оҡшатҡан. Минең уға әйткән һүҙем шул ине: әлбиттә, йыш ҡына ошондай матур сәйәхәттәр ваҡытында йәш күңелдәрҙә хис-тойғо уяна, әммә Өфөгә ғәҙәти тормошҡа ҡайтҡас, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең яҙмышы, киләсәктә ниндәй булыры уйландыра... Борсолоуҙар урынһыҙ булды, сөнки ҡайтҡас та бер йүнәлештә уйлауыбыҙҙы, хыял-ҡараштарыбыҙҙың уртаҡ булыуын аңланыҡ. Унан һуң атай-әсәйҙәребеҙ менән дә танышырға ниәт иттек, туғандарыбыҙ ҙа ныҡ оҡшаны. Шулай кәңәшләшеп, никах туйы үткәрергә булдыҡ.
Ил терәге һәм биҙәге – йәштәр– Һеҙҙеңсә, яҙмышыңа насип йәреңде эҙләп табыуға нимә булышлыҡ итә?
Талғәт: – Бизнес менән шөғөлләнгәс, ғаилә ҡороу тураһында артыҡ ныҡ уйламай торғайным. Дуҫтарым иһә, шаяртып, беҙ һине ҡасан ғаилә ҡорор тип уйлағансы, оҙаҡҡа һуҙмай кәләш тә алдың, тиҙәр. Шулай ҙа тап 28 йәшемдә ғаиләле булырға ниәтем бар ине һәм бына, ысынлап та, үҙ яртымды осраттым. Буласаҡ кәләшемдең ниндәйерәк булырын да күҙ алдына килтерә инем. Аллаға шөкөр, был донъяның “режиссеры” бик ҡыҙыҡлы сценарий яҙып, матур сюжет ҡороп ебәрҙе, ә уның дауамы миңә бик оҡшаны.
Минең уйлауымса, тормошоңдо алдан планлаштырыу, тормош йәмәғәтеңдең ниндәй булырын күҙ алдына килтереү һәм Аллаһ Тәғәләнән һорап ниәт итеү кәрәк. Бары тик үҙең генә һиңә ниндәй кеше оҡшауын, уның ҡайҙа булырын, ниндәй шөғөлдәр ҡыҙыҡһындырыуын (мәҫәлән, беҙҙең осраҡта сәйәхәт итеү) аңлайһың. Матур мөнәсәбәттәргә һине йәшәткән, ҡыҙыҡһындырған өлкәләге эҙләнеүҙәр, ихлас аралашыуҙар, берҙәм, уртаҡ юлдар алып килә. Һинең өсөн ҡыҙыҡлы шөғөлдө үҙ иткән кеше менән бергә икегеҙгә лә күңелле буласаҡ, үҙегеҙҙе бер ағымда тоясаҡһығыҙ. Шуға ла үҙ мөхитеңде ҡабул итеү һәм өйрәнеү, үҙ-ара уртаҡ сифаттарҙы күреү, берҙәмлек мөһим.
Фатима: – Мин Талғәт менән ризамын. Яҡты һәм дөрөҫ ниәт – һәр хәйерле эштең башылыр, тип уйлайым. Беҙ бит барыбыҙ ҙа намаҙ һәм доғалар уҡығанда үҙебеҙгә һәм яҡындарыбыҙ өсөн һаулыҡ, ике донъя бәхете һорайбыҙ. Һиңә тиңдәш булыр тормош юлдашыңды ла һорарға кәрәк. Мин дә һөйгәнемдә күрергә теләгән сифаттар хаҡында уйлай торғайным. Талғәтте осратҡас, аптырап ҡуйҙым. Унда ошо сифаттар ысынлап та бар, яҡты ниәт һәм теләктәр тормошҡа аша. Һәр кем өсөн тормош ҡороу – ул матур һәм етди аҙым.
Еҙнәм миңә: “Фатима, әгәр ҙә Мәскәүҙә үҙеңә тиң булырлыҡ, күңелең тартҡан егет юҡ икәнен аңлайһың һәм шулай кәрәк тип һанайһың икән, тыуған ереңә ҡайт”, – тип әйтә торғайны. Ысынлап та, уҡып бөтөп Өфөгә ҡайтҡас, үҙемдең хәләл ефетемде осраттым, Аллаға шөкөр.
Ил терәге һәм биҙәге – йәштәр– Бөгөн саф башҡорт ғаиләләрен дә, ҡатнаш никахтарҙы ла күрергә мөм­кин... Ошоға ниндәй ҡараштаһығыҙ?
Фатима: – Был осраҡта һәр кем үҙе хәл итә, сөнки һәр кем үҙ ихтыярынан сығып һайлай. Миңә килгәндә иһә, тормош иптәшемдең матур сифаттарға эйә башҡорт булыуын теләнем һәм был ниндәйҙер милли сиктәрҙе билдәләүҙән дә түгел. Ябай ғына итеп әйткәндә, яратҡан кешеңдең һинең әхлаҡи ҡиммәттәреңде, мәҫәлән, шул уҡ башҡорт кейеменә ҡарата булған һөйөүеңде ҡабул итеүе мөһим икәнен аңланым. Сөнки йәмәғәтең һинең һөйөү хистәреңде уртаҡлашып, милли ҡараштарыңды һәм үҙенсәлектәреңде ҡабул итмәй икән, еңелдән булмаясаҡ. Тыуып үҫкән мөхит, бер үк ҡыҙыҡһыныу­ҙар, туған тел һәм еребеҙ, тыуған илгә мөхәббәт... Аралашыу өсөн уртаҡ темалар ҙа бар, барыр урындар ҙа күберәк. Мәҫәлән, беҙ Талғәт менән төрлө һәм шулай уҡ милли сараларҙа, йәштәр өсөн ойошторолған форумдарҙа, этнофести­валдәрҙә ҡатнашабыҙ. Ошо йәһәттән ҡарағанда хәләл ефетеңдең үҙ милләтең­дән булыуы күпкә яҡшыраҡ тип һанайым.
Талғәт: – Мин дә буласаҡ кәләшемдәге сифаттарҙы барлағанда, тап башҡорт халҡында булған фиғел һәм үҙенсәлектәргә эйә булыуын һәм шуға ла мотлаҡ башҡорт ҡыҙы булырға тейешлеген аңланым. Өләсәйем миңә: “Ял көндәрендә килеп, туғандарын күреп, күрешеп йөрөрлөк булһын, кәләшеңде Ишембайҙан ал, йыраҡтан булмаһын”, – тип әйткәйне. Танышып, Фатиманың ҡайһы яҡтарҙан икәнен белгәс, бергәләп көлөп тә алдыҡ. Өләсәйемдең әйткәндәре лә, үҙемдең уй-ниәттәрем дә ғәмәлгә ашты.
– Һуңғы ваҡытта милли мәҙә­ниәтебеҙгә иғтибар арта, ололар аҫыл асылдарын барлай... Ә заман йәш­тәренең туған телле, милли аңлы булып үҫеүенә һәм йәшәүенә нимә булышлыҡ итә?
Фатима: – Минең уйымса, әгәр ҙә ихтирамға лайыҡ һәм авторитет булырҙай берәү башҡорт телендә матур итеп һөйләшә икән, уны өлгө итеп күргән икенсе берәү ҙә башҡортса һөйләшәсәк. Бала өсөн абруй – уның ата-әсәһе, тимәк, ғаиләлә үҙ телеңдә аралашыу мөһим. Әгәр ҙә йәштәр өсөн өлгө булған, аныҡ фекерҙе күтәргән лидерҙар, халыҡ алдында һүҙ тотоусылар, шул уҡ интернет-блогерҙар, урыҫса яҡшы белеү менән бергә туған телдә лә иркен һөйләшә икән, башҡалар ҙа унан фәһем аласаҡ. Туған телебеҙҙә аралашҡанда, милли мәҙәниәтебеҙ хаҡында фекер алышҡанда, заманса милли мөхитте булдыра алабыҙ икән, киләсәктә ул киң тараласаҡ һәм барыһы тарафынан да заман тренды тип ҡабул ителәсәк. Башҡортса һөйләшә­сәкбеҙ, үҙебеҙҙе, үҙ ҡиммәттәребеҙҙе ихтирам итәсәкбеҙ һәм ҡәҙерләйәсәкбеҙ. Һәм был тап бөгөн күтәрелгән матур өлгө буласаҡ. Мәҫәлән, бик матур сара – “Мәргән уҡсы” фестивале – ул заман тренды. Ошо сарала традицион уҡ атыу шөғөлөн тергеҙеүселәр шунда уҡ башҡорт милли кейемдәрен дә пропагандалай. Ә халыҡ милли асылға сарсаған, йәштәргә ошондай күркәм өлгөләр етешмәй.
Күптәр фестивалдә ҡатнаша һәм, ысынлап та, ҡыҙыҡһына, сөнки тап ошонда беҙ боронғо тамырҙарыбыҙға бәйлелекте һәм заманса рух барлығын да һиҙәбеҙ. Тап ошоноң өсөн милли йүнәлеште башлап алып барған өлгө-лидерҙар, авторитеттар кәрәк. Шул уҡ ваҡытта уларҙан үрнәк алып, барыбыҙға ла үҫешеү мөһим. Минеңсә, барыһы ла ошонан башлана. “Ниңә башҡортса һөйләшмәйһең?” тип әйтеү генә килеп тыуған мәсьәләне хәл итмәй. Асыуланып һүҙ әйтеп, ниәттәрең һәм эштәрең менән башҡаларҙы ҡанатландырмайһың, өлгө була алмайһың икән, фәтүәһе булмаҫ. Һәр яңы эште үҙеңдән башларға, үҙ баһаңды арттырырға, кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырырға кәрәк. Тап репутацияға идара итеү һәм хәҙерге заманда беҙҙең аралашыу мөхите булған Интернетта брендты үҫтереү өлкәһендә Талғәт тә эшләй.
Талғәт: – Тәү сиратта үҙ брендыңды булдырыу, башҡа кешеләргә, йәштәргә өлгө булырлыҡ үҙбаһаңды үҫтереү мотлаҡ. Матур өлгө күрһәтеү өсөн һин үҙ өҫтөңдә эшләргә, спорт менән шөғөлләнергә, сәләмәт тормош алып барырға, ҡыҙыҡһыныусан булырға тейешһең. Тулы ҡанлы, аңлы, ҡыҙыҡлы тормош алып барыу менән бергә туған телеңде, мәҙәниәтеңде белеү һиңә тағы ла мәртәбә өҫтәй, сөнки республикала ғына түгел, ил, хатта донъя кимәлендәге эшмәкәрлекте башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙарының башҡара алыуы, үҙ телдәрен, мәҙәниәтен белгән башҡорт йәштәренең матур итеп эшләгәнен күреү – үҙе үк сағыу өлгө. Һәм, әлбиттә, интернет-репутация өлкәһен ныҡлап өйрәнеү, уны ғәмәлдә үҙ эшмәкәрлегеңдә, йәшәйештә ҡулланыу мөһим: ошо йүнәлештә беҙ төрлө осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрәбеҙ. Ҡыҙыҡһыныусылар булһа, Интернетта таба алаһығыҙ.
– Күптәргә өлгө булырлыҡ ошондай күркәм, заманса башҡорт туйын үткәреү теләге нисек тыуҙы? Матур милли байрамды үткәреүгә нимә этәрҙе?
Фатима: – Дөрөҫөн генә әйткәндә, башҡа ҡыҙҙар кеүек үҙемдең туйҙы күҙ алдына килтермәй торғайным, бала саҡ хыялы ла булманы ул. Әммә беҙ Талғәт менән никах туйы үткәрергә булғас, ул: “Никах уҡытыуҙы нисек күҙ алдына килтерәһең?” тигән һорау бирҙе, шулай бергәләп ныҡлап уйлай башланыҡ. Әлбиттә, мин бер үк ҡалыптарға һалын­маған, шул уҡ ваҡытта үҙенсәлекле туй булыуын теләнем, сөнки ғәҙәттәге туйҙар беҙгә бик оҡшап етмәй. Унда оҙаҡ итеп кешеләрҙең ҡотлау телмәрен тыңлап, арманһыҙ булып, тост күтәреп ултырыу­ҙары ялҡыта, ул ниндәйҙер бер бурысҡа әйләнә. Ниңәлер бөгөн күп осраҡта никах ниндәйҙер бер дөйөм шартты үтәү өсөн генә башҡарыла кеүек, туй иһә күңел асыу сараһына әйләнә. Шуға ла беҙ халҡыбыҙҙың матур йолаларының береһе – милли никах туйы үткәрергә теләнек. Элек-электән ата-бабаларыбыҙ, матур бер йоланы шартына килтереп, никах туйы үткәргән, тик ваҡыт үтеү менән ул онотола төшкән. Ниңә беҙ күберәген никахты бер тапҡыр ғына мәсеткә инеп, мосолман илдәре тәртиптәренә ярашлы яулыҡ ябынып, түбәтәй кейеп үтәлгән бер мотлаҡ шарт итеп кенә ҡарайбыҙ? Ғәҙәттә, никах ата-әсәләрҙең тыныслығы өсөн генә үткәрелә лә, бер йылдан һуң, аҡса туплағас, ҙур туй яһарға булалар. Беҙ Талғәт менән ошо йәһәттән тәрәндән уйланыҡ, туй мәжлесен дә ҡайҙандыр ситтән килгән тәртиптәргә ярашлы түгел, ә үҙебеҙсә, быуындан быуынға тапшырыла килгән йолаларыбыҙҙы өйрәнеп, бөтә күренештәрҙең дә аутентик формала булыуын теләнек. Ошонан һуң бер ҡарарға килеп, милли никах йолаһы менән туйҙы бер юлы үткәрергә булдыҡ. Аллаһ Тәғәлә алдында беҙ никах уҡыттыҡ, туй иһә олатай-өләсәйҙәрҙән быуаттан быуатҡа тапшырылған милли йолаларға ярашлы, шул уҡ ваҡытта заманса, үҙенсәлекле үтте.
Талғәт: – Миңә никахты һәм туйҙы төрлө ваҡытта, ә никахты исем өсөн генә үткәреүҙәре, туйҙа иһә күберәк тост күтәреп шаулап ултырыуҙары оҡшап етмәй. Шуға ла никахтың дәрәжәһен күтәреп, бөгөн никахты матур итеп үткәрергә була икәнлеген раҫланыҡ. Аллаға шөкөр, уйлағандарыбыҙ бойомға ашты. Тиҙҙән никах туйының видео­яҙмаларын Интернет селтәренең YouTube каналына ла һаласаҡбыҙ. Ҡыҙыҡһын­һағыҙ, туй барышын ҡарай алаһығыҙ.
– Ә милли йолаларға һәм туй үҙенсәлектәренә килгәндә...
Талғәт: – Туйға хәтлем халҡыбыҙҙың матур йолаларының береһе – һоратыу ойошторҙоҡ. Элек-электән кейәү егете, ҡыҙҙың ата-әсәһенә барып, уны кәләш итеп алыу өсөн фатиха һораған. Ҡыҙҙы һоратҡандан һуң, буласаҡ туғандар менән үҙ-ара күрешергә лә мөмкинлек тыуа, ошонан һуң никах тураһында һөйләштек. Никах туйына хәтлем Фатиманан ниндәй мәһәр теләүен һораным. Ул милли башҡорт кейемен кейеү теләге барлығын әйтте. Шуға ла туй ваҡытында кәләшемә башҡорт аутентик костюмын һеңлеләрем менән әсәйем кейҙерҙе. Шулай уҡ никах мәлендә беҙҙең ике яҡ ғаиләнән дә үҙ-ара бүләктәр бирешеү булды. Аҙаҡ иһә атай-әсәйҙәребеҙ, дуҫтарыбыҙ, хатта Морат хәҙрәт тә йүгереп йөрөп ҡыҙыҡлы һәм күңелле туй уйындарында ҡатнашты. Беҙ никахҡа саҡырған хәҙрәт әйтеүенсә, нәҫелде маҡтау – халҡыбыҙҙың матур йолаларының береһе. Был йоланы ла бик матур итеп башҡарҙыҡ, нәҫел-быуыныбыҙҙың өлкән, ихтирамлы кешеләре, данлыҡлы шәхестәр телгә алынды. Ике яҡтан да туғандарыбыҙ нәсихәт һүҙҙәре әйтте. Шулай уҡ “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө лә никах ваҡытында беҙгә “Бисмилләһи эштәр башы, Бисмилләһи эштәр хушы” тип мөнәжәт йырланы.
Фатима: – Ә никахты мәсеттә йәки өйҙә генә түгел, башҡа матур ерҙә лә үткәрергә мөмкин, тип уйлайым. Шуға ла беҙ Башҡортостанда үҙебеҙгә оҡшаған урынды оҙаҡ эҙләнек, унан баш ҡала янында үткәрергә ҡарар иттек. Уны матур, аңлайышлы һәм күркәм итеп хәҙрәт Морат Лоҡманов алып барҙы. Минеңсә, никах туйын ололар ҙа, йәштәр ҙә тыңларлыҡ, ҡыҙыҡлы формала, юморға бай итеп үткәреү мөһим. Юҡһа, ғәҙәттә, никахҡа күберәген ололарҙы, ә туйға йәштәрҙе саҡыралар – шуныһы оҡшап етмәй. Ә йәштәр бит йолаларҙы күрергә һәм белергә тейеш. Туйыбыҙҙа ололар ҙа, йәштәр ҙә бергә һәм ҡунаҡтар араһында башҡорттар ғына түгел, Мәскәүҙән килгән дуҫтарым, Талғәттең дә рус милләтенән дуҫтары булды. Улар ҙа милли йолаларыбыҙҙы күреп, һоҡланып ултырҙы, сөнки байрам юморға бай булды, күңелле үтте.
Никах йолаларына килгәндә, хәҙрәтте дөрөҫ һайлауыбыҙ ҙа бик мөһим булды, сөнки хәҙер уларҙың төрлөһө бар, ҡайһы бер хәҙрәттәр ныҡ радикаль фанат булып китә, уларҙы тыңлап булмай, хатта ҡайһы берҙә кешеләрҙең ниндәйҙер дини сараларға барыу теләге юғала. Ә бит дин кире ҡараш түгел, ә яҡты уй-фекерҙәр таратырға, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле һәм яҡшы юлда булырға теләк уятырға тейеш. Аллаға шөкөр, хәҙрәт, остаз булараҡ, дин тураһында шул тиклем дә аҡыллы, матур вәғәздәр һәм ҡыҙыҡлы итеп лаҡаптар, фәһемле хикәйәттәр һөйләне. “Ғаиләлә ата-әсәләрегеҙгә нисек өндәшәсәкһегеҙ, йәғни кәләштең әсәһен һин, Талғәт, нисек һәм, Фатима, һин Талғәттең ата-әсәһен нисек атаясаҡһың – баштан уҡ әйтегеҙ һәм шулай әйтергә өйрәнегеҙ: тегеләргә барып киләйек йәки тегеләрең нимә эшләй тип һөйләшеү булмаһын”, – тине. Беҙ йолабыҙ ҡушҡанса, ихтирамлы итеп ҡайным-ҡәйнәм тип әйтештек. Морат хәҙрәттең белеме ислам менән генә сикләнмәй, төрлө өлкәләрҙән матур миҫалдар килтереп аңлатҡан, ғилемле кеше ул. Ҡунаҡтарыбыҙ уның һөйләгәндәрен иғтибар менән тыңланы, аҙаҡтан да туй мәлендә әйтелгән һүҙҙәрен яҡты уйҙар менән иҫкә алырҙар, тип уйлайым.
Никах һәм туй йолалары бер көндә үтте, шуға ла уны никах туйы тип атарға ла булалыр. Ғүмер байрамыбыҙҙың тағы бер күркәмлеге ул һылыу ҙа, нәзәкәтле лә башҡорт ҡыҙҙары менән бергә баш­ҡарған башҡорт туйы бейеүе булғандыр. Ул бейеүҙе беҙгә оҫта ҡурайсы-бейеүселәр ғаиләһендә тыуып үҫкән һәләтле йәш­тәрҙең береһе Нәркәс Юлдашева ҡуйҙы. Минең Мәскәү ҡалаһында йәшәгән һеңлеләрем Дилбәр менән Сәлимә лә ундағы “Алтын Ай” бейеү ансамблендә шөғөлләнә, ә Талғәттең яғынан Рушана менән Фирҙәүес Ишембай ҡалаһындағы сәнғәт лицейында бейегән, беҙ Йәмилә әхирәтем менән 20-се гимназияла түңәрәккә йөрөнөк, Айһылыу әхирәтем – төрлө яҡтан килгән ижад кешеһе. Нәркәс үҙе лә ҡушылғас, бик матур, талғын һәм нәзәкәтле килеп сыҡты бейеүебеҙ.
Беҙ үҙебеҙ ҙә, ата-әсәләребеҙ, дуҫта­рыбыҙ ҙа аутентик костюмдарҙа булдыҡ. Туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ ҙа шулай уҡ никах туйының дресс-коды – башҡорт милли кейемендә килде. Әлбиттә, был шартты үтәү бик еңелдән булмағандыр, шулай ҙа яҡындарыбыҙ был теләгебеҙҙе ихтирам менән ҡабул итте. Морат хәҙрәт тә никахтың милли йолалар менән үтәсәген белгәс, милли кейемдә килергә ихластан риза булды. Байрам үткән урындың биҙәлешенә лә иғтибар бирҙек, заманса тейешле милли мөхит булдырҙыҡ. Фотоға төшөү өсөн фотозона ла эшләнек, барыһы ла иҫтәлеккә башҡорт милли кейемендә төшкән фотоларҙы алды.
Талғәттең фекеренә өҫтәп, шуны әйтергә теләйем. Мәһәр – бик матур дини йолаларыбыҙҙың береһе, сөнки ҡатын-ҡыҙ нимә һораһа, кейәү егете шуны алып бирергә бурыслы. Үҙем өсөн рухи байлыҡ – тәүге урында, телефон, автомобиль һәм башҡа матди нәмәләргә артыҡ иҫем китеп бармай. Шуға ла бүләктең рухилыҡҡа бәйле булыуын теләнем. Нимәне күптән алырға теләүем хаҡында уйланым һәм шунда уҡ иҫемә төштө: ул – реконструктор Илдар Ғатауллин эшләгән милли башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар кейеме. Илдар менән мин күптән таныш, уның кос­тюмдары менән шул тиклем ҡыҙыҡһынам һәм ысын күңелдән һоҡланам, сөнки улар әсәһе менән бергә ошо эштәрен яратып, еренә еткереп башҡара. Йылдар буйы Башҡортостандағы ауылдарҙан ғына түгел, төрлө ҡалаларҙан, Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән йыя ул боронғо сулпы-тәңкәләрҙе. Минең уйлауымса, был – бик ҙур хеҙмәт, хаҡы ла аҙ тормай. Әммә эштең рухи яғы ҡиммәтерәк, сөнки милли кейем – быуындан быуынға тапшырыла торған һәм бөгөнгө заманда тергеҙелә килгән рухи мираҫ.
Алла бирһә, балаларыбыҙҙан ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә күсер, улар үҙ балаларына халҡыбыҙҙың мәҙәниәте хаҡында һөйләр, милли ҡотобоҙға ҡарата һөйөүебеҙҙе, ихтирамыбыҙҙы быуындан быуынға тапшырыр. Мин Талғәткә уйымды әйткәс, теләйһең икән, булыр, тине. Ул биргән бүләктә ике елән, күлдәк, түшелдерек, бик бай һаҡал һәм ҡашмау бар. Ҙур рәхмәт кейемдең оҫтаһы Илдар Ғатауллинға һәм ҙур рәхмәт Талғәткә ошондай матур бүләк өсөн. Хәҙер һандығымда һаҡлана улар. Әйткәндәй, һандыҡты әсәйем Учалы районында ағас эшендә беренселекте бирмәгән оҫтанан эшләтте. Кейәүгә барасаҡ ҡыҙға һандыҡ алыу ҙа шулай уҡ беҙҙең йолаларға бәйле башҡарылған эштәребеҙҙең береһе. Әхирәттәрем Айһылыу менән Йәмилә мине никахҡа әҙерләне. Ә кейемем үҙенсәлекле һәм һоҡланғыс, боронғо өлгөләр буйынса тегелгән һәм бик матур булды.
Туй йолаһының йәнә бер матур шарты – ул байрамдың айыҡ килеш үтеүе, сөнки Талғәттең дә, минең дә ғаиләләребеҙ алкоголде үҙһенмәй, уны ҡулланыуҙа мәғәнә күрмәйбеҙ. Өҫтәлгә милли эсемлегебеҙ – ҡымыҙ ҡуйылды. Ә байрам ҡотлауҙарҙан ғына торманы. Программаның төп өлөшөндә дуҫтарыбыҙ – “Арғымаҡ” этно-рок, Мәскәү ҡалаһынан килгән “Zaman” төркөмдәре, “Zainetdin” этнопроекты сығыш яһаны. Аҙаҡтан байрам табыны, көлкө-шаярыу, һабантуй стилендә сәмле уйындар ойошторолдо. Байрамды дуҫтарыбыҙ Марсель Мөхәмәтйәнов алып барҙы, уға ярҙамға Айһылыу, Йәмилә, Айнур, Айназ ҡушылды, туй табынын йәмләп, матур йыр-моң, уйындар, юмор менән ҡунаҡтар­ҙың күңелен күтәрҙе. Cценарий планын төҙөгәс, Талғәт кәрәк булған нәмәләрҙе йүнләне, бергәләп тә йөрөнөк. Дуҫтарыбыҙ иһә туй көнөн ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә алды, ә беҙ һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ.
Туй үткән урындың биҙәлешен ентекләп уйланыҡ. Минең күҙаллауымса, байрамда аҡ төҫ өҫтөнлөк итергә, милли элементтар урын алырлыҡ еңел интерьер булырға тейеш ине. Әлбиттә, был осраҡта һәр нәмәнең тәм һәм сама менән булыуы ла мөһим. Уйлаған ниәттәребеҙ тормошҡа ашты: интерьерҙы милли балаҫтар, заманса итеп ағас, эвкалипт, ҡайын япраҡтары, көнбағыш сәскәләре менән биҙәнек. Бының өсөн Гүзәл Хәйбуллинаға, әхирәттәремә, туғандарыма рәхмәт.
Никах туйыбыҙҙың маҡсаты башҡорт никахын популярлаштырыу ине. Ошо йәһәттән туйыбыҙҙа халҡыбыҙҙың, атай-олатайҙарыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли йолаларыбыҙҙы үтәй алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Ошо миллилектең заман йөҙөндә күркәм төҫ алыуы ла ҡыуаныслы хәл. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙ туйҙы кейәү менән кәләш хыял иткәнсә үткәреп булыуын аңланыҡ.
– Ысынлап та, бөгөн күп йәштәр айыҡ милли туйҙар үткәреү яҡлы. Йәштәргә, гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ һәм кәңәштәрегеҙ булыр?
Йәш ғаилә бергәләп: – Күптәр: “Никахты ошолай үткәрергә мөмкин икәнен белһәк, милли йолаға ярашлы үткәрер инек,” – тиҙәр, ҡыҙыҡһынып һорайҙар, яҙалар. Ә беҙ маҡсатыбыҙға өлгәш­кәнбеҙҙер, тип уйлайым.
Үҙебеҙҙең миҫалыбыҙҙа башҡорт туйын, никах туйын үткәреү шарттарын күрһәтә алдыҡ. Бында, әлбиттә, ошо матурлыҡты төшөргән оҫта фотографтар, видеографтарҙың өлөшө ҙур. Этноколлективтарҙың да килеүе мәртәбә булды, шулай уҡ туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға рәхмәт. Әгәр ҙә бөгөнгө заманда милли мәҙәниәтте һаҡлап ҡалырға, туған телде, үҙаңды үҫтерергә теләһәк, заман менән бергә атларға, хәҙерге технологияларҙы ҡулланырға тейешбеҙ, сөнки улар беҙгә эш-ҡылыҡтарыбыҙ аша уй-фекерҙәрҙе еткерә ала. Был йәштәргә матур өлгө. Интернетҡа ла матур мәғлүмәттәрҙе оҫта итеп урынлаштырырға мөмкин.
Күптәр һоҡланыуын белдерҙе, йәштәр ошондай өлгө күрһәтеүебеҙ өсөн, ә ололар милли мәҙәниәтте һаҡлап ҡалырға тырышҡаныбыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтте, туй үткәреү буйынса кәңәш тә һорайҙар, беҙ ихлас яуап бирәбеҙ. Хатта башҡа милләттән булған таныштар ҙа һоҡланыу менән ҡабул итте был сараны.
Йәштәрҙе бығаса йәшәп килгән ҡалыптарҙан арынырға саҡырабыҙ. Күп йәштәр, беҙ ҙә шулай айыҡ туй үткәрергә теләр инек, әммә оло быуын аңламай, тиҙәр. Бөгөнгө йәштәрҙе аңларға теләмәйҙәр, алкоголгә өҫтөнлөк бирәләр. Минең уйымса, һәр әйберҙә эшеңдең мәғәнәһен, маҡсатын күреү мотлаҡ. Башҡалар шулай үткәрә, беҙ ҙә шулай итәбеҙ, тип айышына төшөнмәйенсә эшләү дөрөҫ түгел. Туй – ике йөрәктең ҡауышыуы, ата-әсәләргә, йәштәргә байрам. Бының өсөн бит мотлаҡ иҫерткес эсемлек кәрәк тигән һүҙ түгел. Аралашып, уйындар ойоштороп, көлөшөп тә туйҙы матур итеп үткәрергә мөмкин.

Розалия ЗАРИПОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 274

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 720

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 326

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 598