Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урау-урау юлдар аша...
Урау-урау юлдар аша...Сәхнә биҙәгенә әүерелгән талант эйәләре күп районыбыҙҙа. Улар араһында көслө һәм яғымлы тауышы, гармунда уйнап, моңло итеп йырлауы менән һоҡландырған, һәр ролде тәжрибәле артистар кеүек оҫта башҡарған Тимерғәзим Усманов та бар. “Сатҡылар” халыҡ театрында шөғөлләнә ул.


Тимерғәзим Әғлиулла улы тыу­мышы менән Әлшәй ра­йонынан. Бала саҡтан бе­лемгә ынтылып үҫә, ҡыҙыҡһыныусан була. Мәктәпте тамам­лағас, атаһының тәҡдиме менән Бәләбәй ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Техник-механик һөнәрен алған егет тыуған төйәгендәге колхозда эш башлай. Был хужалыҡ ағай өсөн бик яҡын һәм ҡәҙерле.
– “Ҡыҙыл байраҡ”ты заманында атайым ойоштора, уның рәйесе була. Миңә лә шул колхозда эш­ләргә насип итте, – ти ул ғорурлыҡ менән.
Уҡыуға һәләтле егет механик бурысын атҡарған осорҙа ауыл хужалығы институтын ситтән тороп тамамлай. Артабан уны колхоз рәйесе итеп үрләтәләр. Хужалыҡты һәр яҡлап үҫтереү өсөн бар көсөн һала ир-уҙаман. Мәғлүм булыуынса, ул ваҡытта партия ҡайҙа ебәрә, шунда барырға тура килә. Ойоштороу һәләтенә эйә Тимерғәзим Усманов төрлө хужалыҡтарҙа рәйес вазифаһын башҡара. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, йыр-моң, сәхнә уның айырылмаҫ юлдашы була.
– Бер саҡ Рәсәйҙең халыҡ артисы Борис Щербаков менән осра­шырға насип итте, – тип хәтерләй әңгәмәсем. – Һүҙ араһында колхоз рәйесе ролен башҡарған актер Михаил Ульянов хаҡында һөйләшеп киттек. Михаил Александрович бер интервьюһында: “Ошо ролде еренә еткереп уйнау бигерәк ауыр булды”, – тип әйткән икән. “Ә бына мин 26 йыл рәйес булып уйнайым”, – тинем Щербаковҡа мәрәкә ҡатыш...
Эйе, Тимерғәзим ағай бала саҡ­тан сәхнәне ярата. Артист булырға хыяллана ул. Гармунда уйнарға өйрәнеү теләге менән дә янған егет, студент сағында аҡса эшләп, был музыка ҡоралын һатып алыуға өлгәшә. Мәктәпте тамамлағас, сәнғәт юлын һайлау теләген бел­дерә, тик атаһы ҡыр­ҡа ҡаршы төшә. Нисек инде уның улы колхоздан ситкә китергә тейеш?! Һөҙөмтәлә Тимерғәзимгә ғүмерен ауыл хужа­лығы менән бәйләргә тура килә. Юҡ, һис тә үкенмәй ағай тормош юлын ер эшенә бағышлауына. Хеҙмәтенән йәм, ҡәнәғәтлек табып йәшәй ул.
Йылдар уҙғас, ҡатыны Мәрйәм Шәрәфетдин ҡыҙының тыуған еренә – Ҡырмыҫҡалыға – килеп төпләнә­ләр. Бында ла төрлө етәксе урын­дарҙа хеҙмәт итә Тимерғәзим Әғлиулла улы. Пенсияға сыҡҡас, һәр саҡ алға ынтылған, заман менән бергә атлаған ағай үҙ эшен дә асып ебәрә. Донъяның матурлығына һоҡланып, һәр көндөң ҡәҙерен белеп йәшәй Усмановтар. Тик тормош әсеһен дә, сөсөһөн дә күрһәтә шул әҙәм балаһына... Берҙән-бер улдары фажиғәле һәләк була, унан Мәрйәм апай ауыр сирҙән баҡый­лыҡҡа күсә. Ярай әле ейәне Морат йәшәүгә көс бирә. Барыһына ла әкренләп күнә Тимерғәзим ағай. Тик барыбер яң­ғыҙлыҡты ауыр кисерә ул. Аллаһ Тәғәлә бит әҙәм балаларын парлы итеп яралтҡан. Яңғыҙлыҡта матур донъяның йәме, бешкән аштың тәме юҡ... Байтаҡ йылдар уҙғас, урау-урау юлдар аша яҙмыш Тимерғәзим ағайҙы Гүзәл Фәйзрахман ҡыҙы менән осраштыра һәм ҡауыштыра.
– Икәү булғас, тормош йәнлерәк, ҡыҙыҡлыраҡ. Бергәләп мәсеткә йөрөйбөҙ, шулай уҡ концерттарға, театрҙарға барабыҙ, – ти ағай. – “Өсөнсө быуын университеты” программаһына ярашлы компьютер курсы үттек. Икәүләп сәй эсә-эсә һөйләшеп ултырыуы ла күңелгә тыныслыҡ бирә.
Тимерғәзим ағайҙың ата-әсәһе дини ғилемле кешеләр була. Балаларына ла шундай тәрбиә биреп үҫтерәләр. Күңеленә һалынғанды дауам итеп, Тимерғәзим ағай Ҡөрьәнде өйрәнә, намаҙ уҡый, ураҙа тота, 2013 йылда хажға ла барып ҡайта. Гүзәл апай иһә әле Октябрьский ҡалаһындағы ­мәҙ­рә­сәлә уҡып йөрөй, шул уҡ ваҡытта үҙе лә район ауылдарына йөрөп дәрес бирә. Уңған хужабикә лә ул: ҙур оҫталыҡ менән бешергән бауырһаҡтары, бәлештәре, ҡойған ҡаҡтары, йәшелсәнән эшләнгән салаттары һәм башҡа ризыҡтары, аш-һыуы телеңде йоторлоҡ. Матур итеп бәйләй ҙә Гүзәл апай. Ма­турлыҡты яратыуы һәр саҡ ҡупшы, ыҫпай кейе­неүенән, үҫтергән гөл­дәренән, баҡсалағы сәскәләренән дә күренеп тора.
Барыһына шөкөр ҡылып, атҡан һәр таңға ҡыуанып, иман нуры таратып, бер-береһен хөрмәт итеп, башҡаларға күркәм өлгө күрһәтеп ғүмер кисерә Усмановтар. Ғүмерҙең алтын миҙгеле тап шундай һыҙаттар менән матур, сағыу бит.

Ф. СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Ҡырмыҫҡалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 274

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 720

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 326

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 598