Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Матур йорт – ауылға ҡот
Матур йорт – ауылға ҡотИслам матурлыҡты һөйә. Күңеле, тышҡы ҡиәфәте күркәм булыу менән бергә, кешенең йәшәгән ере, уны уратып алған мөхит тә һоҡланыу тыуҙырырға тейеш.


Бөгөнгө ауылдарҙы ла ошо йәһәттән сағыштырып, тормош-көнкүрешенә баһа бирергә мөмкин. Йорт-ихата төҙөк, баҡсалар йәмле, урамдар таҙа урында уңған, өлгөр, илһөйәр халыҡ йәшәгәненә инанаһың. Кире осраҡта иһә кәйеф төшә. Матурлыҡ тап шулай бөтөн күңелде ялмап алыусан.
“Кешенең бәхете – өйө­нөң күркәм, яҡты бу­лыуында”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм үҙенең мө­бәрәк хәҙи­сендә. Йорт төҙөү, бала­ларҙы иркен, уңайлы шарттарҙа тәр­биәләү – Исламдың бөйөк тәғлимәттә­ренең береһе. Матур, нурлы өйҙә һәр саҡ тыныслыҡ хөкөм һөрә. Ә әҙәм балаһына тап шул кәрәк тә: ул “ҡәлғә”һендә күңеленә рәхәтлек табып, рух, дәрт, көс туплап йәшәй. Матурлыҡ, уңайлы шарттар ғаилә­нең ныҡлығына ла тәьҫир итә.
Матур йорт – ауылға ҡотМәғлүм ки, йорт менән бергә ихатаны ла төҙөк, таҙа тотоу кәрәк. Өйҙө ҡояшҡа ҡаратып урынлаштырыу ҙа тормош-көнкүрештә мө­һим урын тота. Яҡтылыҡ төшмәгән йортта гөл дә үҫмәй бит. Ғөмүмән, ихатаһы булған үҙ йортоңда йәшәү – ҙур бәрәкәт. Унда балалар ҙа бәләкәйҙән төрлө һөнәр үҙенсә­лектәренә төшөнөп, эшкә өйрәнеп үҫә. Атанан күргән – уҡ юнған ти­гәндәй, ошондай шарттарҙа буй еткергән улдар киләсәктә үҙҙәре лә күркәм йорттар төҙөп, ғаиләһен уңайлылыҡта йәшәтәсәк. Хәстәр­лектә үҫкән ҡыҙҙар ҙа күркәм тәрбиәне артабан дауам итер.
Төҙөк йорт-ихатаға ҡарап башҡа хужалар ҙа үҙенекен матурларға тырыша. Тап ошондай сәм йәшәтә, заманса һулыш өрә бөгөнгө ауыл­дарға. Уртаҡ йор­тоноң – тыуған төйәгенең – балҡып тороуын кем теләмәһен? Ал­дынғыларҙы бил­дәләү йәһә­тенән төрлө ярыштар үткәреү ҙә күркәм йолаға әүерелде. Мәҫәлән, күптән түгел Дыуан районында “Иң матур ауыл” конкурсы ойошторолған. Унда Мәрйәмғол, Әбдрәшит, Яңы һәм Иҫке Хәлил халҡы бәйге тотҡан. Баһалама комиссияһы иң тәүҙә өлгөлө йорт хужаларын билдәләгән. Еңеүселәр – Әбдрәшиттән Шәмсетдиновтар, Иҫке Хәлилдән Әхмәҙиевтәр, Яңы Хәлилдән Мөхәмәтшиндар, Мәр­йәмғолдан Ғәйнетдиновтар. Иң матур урамдарҙы һайлап алыу ҙа еңелдән булмаған баһалама комиссияһы ағзаларына – барыһы ла төҙөк, күркәм, халыҡ ярышҡа бөтөн көсөн һалып әҙерләнгән. Шулай ҙа Иҫке Хәлилдең Ты­ныслыҡ, Яңы Хәлилдең Йәштәр, Мәрйәмғолдоң Үҙәк, Әбдрәшиттең Яңы урамдарына етеүсе табыл­маған. Ә инде төп номинацияла еңеүсе – Иҫке Хәлил! Уға “Иң матур ауыл” исеме һәм I дәрәжә диплом тапшырылған. Район халҡы сараға бағыусылыҡ ярҙамы күр­һәткән шәхси эшҡы­уарҙар З. Байышев менән Р. Яҡуповҡа ҙур рәхмәт әйтә.
Ошондай саралар, һис шикһеҙ, бөгөнгө ауылдарҙы үҫтереүгә, кешеләрҙең күңелен күтәреп, яңы үрҙәргә этәреүгә ҙур өлөш индерә. Төҙөк, матур урында башҡарған эштәреңә иғтибар тойоп, сәмләнеп йәшәү – ырыҫ-бәрәкәт нигеҙе. Ҡайҙа ғына туҡталһа ла, пәй­ғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Эй, Раббым, хәйерле урынға индерһәң ине”, – тип доға уҡыр булған. Ул шулай уҡ йортто намаҙ һәм Ҡөрьән менән нурландырып торорға саҡырған. Пәйғәм­бәребеҙҙең сөннәте дауам ителеп, яҡты, матур йорттарҙа тыныс, татыу йәшәргә, балалар үҫтерергә, өммәттең ҡеүәтен арттырырға яҙһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599