Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Артыштан ауырыу ҡасыр
– Өләсәйем беҙ бәләкәй саҡта йоҡлаған урыныбыҙға яҡыныраҡ артыш элә, ауырып китһәк, уны яндырып төтәтә торғайны. Быны ул һаман да дауам итә: балаларыбыҙҙы яман күҙҙән, сирҙәрҙән һаҡларға тырыша. Ә күптән түгел бер күршем өләсәйемдең ғәмәлен динебеҙгә ярашлы түгел тип белдерҙе...
Г. ДАУЫТОВА.
Йылайыр районы.


Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Иге-сиге булмаған ғаләмдә Аллаһ Тәғәлә тарафынан яратылған еребеҙ мең төрлө үлән-сәскәһе, ағастары менән йәмле. Тупраҡтан тиртеп сығып, ҡояштан нур алған үҫемлектәр күҙҙе иркәләй, йөрәкте йылыта, күңелде хушландыра, көндәребеҙҙе сағыу төҫтәргә мансый. Хоҙай Тәғәлә уларҙы тап ошо ниәттә – кешеләргә бөтөн яҡлап файҙа килтерһен, көс, рух, сәләмәтлек бирһен өсөн – яралтҡан.
Мәғлүм ки, төрлө үҫемлек айырым ерҙә үҫә. Мәҫәлән, көньяҡтағыларҙың күбеһе беҙҙә юҡ, беҙҙекеләр – уларҙа. Тормош-көнкүрешебеҙҙә киң ҡулланылған ҡайынды ғына алайыҡ. Ул – беҙҙең яҡ өсөн генә бирелгән ниғмәт. Ә ни тиклем файҙалы икәнен һәр беребеҙ белә. Дегете, туҙы, миндеге... Ҡайын – ифрат ныҡ ағас. Тәртәне лә, белеүегеҙсә, унан эшләйҙәр. Башҡа ағастарға ышаныс бағланмай. Әйткәндәй, халҡыбыҙҙа “тәртәһе ерек” тигән ҡыҙыҡ бер әйтем бар. Ул холҡо еңелерәк, ихтыяр көсө, түҙемлеге юғыраҡ кешегә ҡарата әйтелә. Эйе, ерек бит тәртәгә бармай, сөнки мурт, тиҙ һына. Уның ҡарауы, йомшаҡ ағас һауыт-һаба эшләү өсөн уңайлы
“Йүкә шына ҡатыу” тигән әйтемде лә иҫкә төшөрәйек. Ул да, мәғлүм ки, әҙәм балаһына ҡарата әйтелә. Әҙерәк маҡтап, “танауын күтәртеп” ебәрһәң, был кеше бөтөн нәмәне эшләргә әҙер. Ә йүкә, белеүегеҙсә, шынаға бармай, сөнки йомшаҡ... Ғөмүмән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, үҫемлектәр донъяһы кешелек тормошо менән айырылғыһыҙ бәйле. Артышҡа килгәндә, уның әллә күпме төрө бар. Уның беҙҙәгеһе ергә ятып үҫә. Артышты борон-борондан өйгә элеп ҡуйғандар. Ни өсөн тигәндә, микробтарға ҡаршылығы көслө. Сабый тынғыһыҙланып илағанда, ғаилә ағзалары төрлө ауырыуға дусар булғанда, артышты яндырып төтәткәндәр. Ул күҙ тейеүҙән һаҡлай, дауалай тигән ышаныс та борон-борондан килә. Тимәк, өләсәй кеше ейән-ейәнсәрҙәрен төрлө сирҙән, яман ҡараштан ҡурсаларға теләй икән, быға ниндәйҙер һүҙҙәр менән ҡамасауларға тейеш түгелбеҙ. Был ғәмәлдә дин ҡанундарына ҡаршылыҡ юҡ. Аллаһ Тәғәлә бер үҫемлекте лә юҡҡа ғына яралтмаған. Барыһының да әҙәм балалары, башҡа йән эйәләре өсөн ниндәйҙер файҙаһы бар. Тик был хикмәттең серен асырға тырышырға, үҫемлектәр донъяһын ныҡлап өйрәнергә, сәләмәтлек маҡсатында ҡулланырға бурыслыбыҙ.
Йәшеллектең шифаһын хатта ки хайуандар ҙа белә. Әйтәйек, эттең йәки бесәйҙең ауырып китеү менән ҡырҙа бер аҙ юғалып тороп, ниндәйҙер үҫемлектән һауығып ҡайтыуын беләбеҙ. Йылҡы малы иһә андыҙ эҙләп юллана: “Андыҙ барҙа ат үлмәҫ, ирәүән барҙа ир үлмәҫ” тигән мәҡәл юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән. Әммә бөгөн, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәбиғәттән йыраҡлаша барабыҙ кеүек, күберәк химик дарыуҙар ҡуллана башланыҡ. Ә уларҙың файҙаһы менән бергә зарары ла барлығы һис кемгә сер түгел.
Ерҙәге һәр үҫемлек — Аллаһ Тәғәләнең барлығына, берлегенә дәлил. Хоҙайҙың рәхмәте менән яратылған йәшеллек, иншаллаһ, тормошобоҙға терәк булыуын, шатлыҡ-ҡыуаныс өҫтәүен дауам итһен. Раббыбыҙ тәбиғәткә иғтибар менән ҡарарға, үҫемлектәрҙе күңел, рух сәләмәтлеге, һаулығыбыҙ өсөн дөрөҫ ҡулланырға, сихри көсөнән иманыбыҙҙы нығытырға, һәммәбеҙгә лә Аллаһ Тәғәлә биргән ниғмәткә шөкөр итеп йәшәргә насип ҡылһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 417

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 597

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 487

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 312

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498