Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҙан уятыр Ашҡаҙар буйын
Аҙан уятыр Ашҡаҙар буйынРеспубликабыҙҙа иман йорттарының йылдан-йыл арта барыуына, Аллаға шөкөр, күнегеп тә бөткәнбеҙ инде. Мәсеттәр айырыуса ғәйеттәр ваҡытында һәм уларҙан һуң ишек асыусан. Быйылғы Рамаҙан айында, шәүүәл башында ла бер нисә мәсет эш башланы. Мәҫәлән, күптән түгел Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылы халҡы иман йортло булды.


Мәғлүм ки, был төйәк Октябрь революцияһына тиклем мәғрифәт үҙәге булып һаналған. Мәҙрәсәләре менән дан тотҡан Стәрлебаш. Олуғ Мифтахетдин Аҡмулла ла тап ошо ерҙә ғилемгә тәүге аҙымдарын яһаған. Белем туплау өсөн бында үҙебеҙҙең төбәктән генә түгел, күрше өлкәләрҙән дә күпләп килгәндәр. Район үҙәгендә бер йылда меңдән ашыу шәкерт белем алған. Араларында билдәле шәхестәр бихисап.
Уҙған быуаттағы ҡоролош сәбәпле Түбәнге Аллағыуат халҡы ла оҙаҡ йылдар мәсетһеҙ йәшәргә мәжбүр булған. Һуңғы йылдарҙа иһә боронғо мәғрифәт үҙәге йәнә элекке хәленә ҡайта кеүек. Әле асылған мәсет районда 22-сеһе. Ауыл халҡы әйтеүенсә, иман йортон төҙөү эшенән берәү ҙә ситтә ҡалмаған. Хәленән килгәне – ҡул көсө, бәғзеләр аҡсалата ярҙам күрһәткән. Бер нисә мәртәбә күмәк­ләп өмәгә сыҡҡандар. Ҡупшы манара ла – ауыл оҫталарының хеҙмәте.
Иман йортон төҙөүгә үҙ өлөшөн индергәндәргә тантаналы сарала бүләктәр тапшырылды, ихлас рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Дөйөм эште дәррәү атҡарып сыға алыуына, ниәтенә етеүенә бергәләп ҡыуанды халыҡ. Иншаллаһ, хәҙер йома намаҙҙары, ғәйеттәр, бүтән дини байрамдар, аралашыуҙар күркәм иман йортонда үтәсәк. Әлегә тиклем имам-хатип Марат Бәхтийәров балаларҙы Ислам нигеҙҙәренә үҙ өйөндә өйрәткән икән. Хәҙер иһә ошондай дин дәрестәре лә иман йортонда үтәсәк.
“Ике мосолман ҡул биреп кү­решһә, бармаҡтары араһынан го­наһтары юйылып төшөр”, тиелә хәҙистә. Ә ауылдарҙағы иман йорттары күпме диндәштәребеҙҙе осраштыра! Күрешкән, аралашҡан һайын, әл-хәмдү лил-ләһ, гонаһтар юйылып ҡына торалыр. Бер ҡорға тупланып, уртаҡ маҡсат ҡуйып йә­шәгән халыҡ, ысынлап та, нисек хаҡ юлдан тайпылһын, гонаһ йыйһын?
Ҙур тормош, тәрбиә мәктәбе ул иман йорттары. Улар киләсәктә лә асылыуҙан туҡтамаһын, республи­кабыҙҙың һәр ауылында аҙан тауышы яңғырап торһон, ғибәҙәтханалар үҙ бурысын тейешенсә атҡарһын тигән теләк-ышаныс белдерҙе Түбәнге Аллағыуат халҡы ла. Мәсеттә күмәкләп тәүге йәмәғәт намаҙын уҡыны улар. Ауыл өҫтөндә яңғыраған Ҡөрьән аяттары Ашҡаҙар буйҙарына таралды.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506