Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәйерҙә – бәрәкәт
– Ғөшөр саҙаҡаһы тураһында һөйләһәгеҙ ине, Нурмөхәмәт хәҙрәт. Уның зәҡәттән айырмаһы ниҙә?
Г. ИБРАҺИМОВА.
Өфө районы.


Башҡортостан мо­солмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмә­нир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә әҙәм бала­ларының һәр береһенә аң-зиһен, ниндәйҙер һәләт бир­гән. Шулай ҙа кеше­ләрҙең бәғзеһе тормошта урынын тиҙ таба, уңышҡа өлгәшә, икенселәргә иһә бының өсөн байтаҡ ауырлыҡ үтергә, тырышлыҡ күрһәтергә тура килә. Ошоға бәйле йәмғиәттә төрлө ҡатлам бар: байҙар, урта хәллеләр һәм ярлылар. Аллаһ Тәғәлә мохтаждарға ярҙам күрһәтеү мөмкинлектәрен индергән. Дәүләттәге социаль яҡлау сараһы кеүек ул.

Хәллеләр байлығын үҙе өсөн генә файҙаланмаһын, фәҡирҙәргә лә өлөш сығарһын тигән ниәттә Раббыбыҙ саҙаҡа төрҙәрен булдырған. Беренсеһе – зәҡәт. Уның алтын, көмөш баһаһы, мал иҫәбе буйынса айырым миҡдарҙары бар. Шуны ла иҫкә төшөрөп үтәйек: Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм баҡыйлыҡҡа күскәс, Әбүбәкер хәҙрәтте хәлифә итеп һайлаған ваҡытта ғәрәптәрҙең бәғзеләре зәҡәтте бөтөрөү теләген белдергән. Ә яңы башлыҡ уларға ҡаршы төшөп, саҙаҡаның был төрөн һаҡлап ҡалған, Пәйғәмбәребеҙ юлының дауам ителергә тейешлеген әйткән.
Ғөшөр саҙаҡаһы иһә бойҙай, арпа, картуф, кәбеҫтә, сөгөлдөр һәм башҡа ерҙән алынған муллыҡ иҫәбенән (ундан бер өлөш) бирелә. Ғөмүмән, мосолман биш намаҙҙан тыш ваҡытын хеҙмәттә үткәрергә, тапҡанынан мохтаждарға өлөш сығарырға тейеш. Мәғлүм ки, динебеҙҙә ялҡаулыҡҡа, әҙерҙе көтөп ятыуға, һаранлыҡҡа урын юҡ. Биргән саҙаҡаң үҙеңә бәрәкәт булып әйләнеп ҡайтып, тормошоңдо нурлай. Әлбиттә ки, был ғәмәлде изге теләктә, Аллаһтың рәхмәте өсөн башҡарыу зарур. Кире осраҡта, әгәр күҙ буяу, үҙеңде күрһәтергә теләү ниәте өҫтөнлөк итә икән, саҙаҡа Раббыбыҙ тарафынан ҡабул ҡылынмаҫ. Тимәк, ул бирелгән хәлдә лә бирелмәне тигән һүҙ. Шуның өсөн дә, хөрмәтле йәмәғәт, бар ғәмәлдәрҙе бүтәндәрҙең рәхмәтен алыу түгел, ә Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн башҡарырға тейешбеҙ. “Изгелекте башҡалар күрһен тигән маҡсатта эшләүҙе, маҡтаныуҙы Раббыбыҙ ҡабул ҡылмай”, – тигән Рәсүл Әкрәм ғәләйһис-сәләм.
Саҙаҡаны Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн биреү зарурлығы хаҡында Ҡөрьәндә лә әйтелгән. “Хаҡ юлда ярҙам күрһәтеүселәр, хәйер өләшеүселәр, гүйә ки, орлоҡ кеүек. Ул үҫеп етеп, ете башаҡҡа әйләнер. Һәр береһендә йөҙ орлоҡ булыр”, – тиелгән “Әл-Бәҡара” сүрәһендә. Эйе, изгелеккә, йомартлыҡҡа, ихласлыҡҡа Аллаһ Тәғәлә сауабын арттырып бирә.
Раббыбыҙ ерҙә һәр нәмәне үлсәүле итеп яралтҡан. Барыһын да самалап бирә, муллыҡты ла, аҙсылыҡты ла әҙәм балаһын һынау өсөн ебәрә. Кемдер Аллаһтың ярҙамы менән туплаған байлығы арҡаһында үҙен башҡаларҙан өҫтөн күрә, һаранлана, ҡомһоҙлана башлай икән, уның тормошонан бәрәкәт китәсәк. Тимәк, был әҙәм һынауҙы үтә алманы, ниғмәттең ҡәҙерен белмәне, Аллаһтың барлығы һәм берлеген таныманы. Бер ни ҙә буштан килмәй, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Аллаһ бирә лә, ала ла. Ул ғәҙел. Шуны иҫтән сығармайынса, ниғмәттәргә шөкөр итеп, мохтаждарға өлөш сығарып йәшәргә тейешбеҙ.
Был йәһәттән, әлбиттә ки, хеҙмәткә таяныу зарур. Эш һөймәгән кеше үҙ ғаиләһен дә ҡарай алмағанлыҡтан, тапҡанынан башҡаларға өлөш сығарыу хаҡында уйлай ҙа алмай. Мосолманға бындай һыҙат бөтөнләй ят. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә тырышып хеҙмәт итергә, тапҡаныбыҙҙан атай-әсәйебеҙгә, ғаиләбеҙгә, күршеләребеҙгә, мохтаждарға өлөш сығарырға насип итһен. Бер-беребеҙҙе хәстәрләп йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Малыбыҙҙы паклап, хәйер бирә барайыҡ. Шул саҡта тапҡаныбыҙ бәрәкәтле, үҙ-ара мөнәсәбәттәр күркәм булыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 370

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599