Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мосолмандың өс айы
– Рәжәб айының өҫтөнлөктәре тураһында һөйләһәгеҙ ине, Нурмөхәмәт хәҙрәт. Ошо осорҙа бер көн булһа ла ураҙа тотоу кәрәк, тиҙәр. Был дөрөҫмө? Хаҡ икән, ниндәй маҡсатта башҡарыла?
Ә. ҒИМРАНОВА.
Белорет районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

Ай календары буйынса 1438 йылдың яртыһына ла еттек, әл-хәмдү лил-ләһ. Бөгөн – рәжәбтең унынсы көнө.
Аллаһ Тәғәләнең хикмәте менән йыл 12 айға бүленгән. Уларҙың һәр береһе ниндәйҙер үҙенсәлеккә эйә. Араларынан рәжәб, шәғбан һәм рамаҙан айырым төркөм кеүек ҡабул ителә. Исламда улар айырыуса изгеләрҙән һанала. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм рәжәбте “Эй Аллам! Беҙгә рәжәб менән шәғбанда бәрәкәт бир һәм рамаҙанға етеүгә өлгәштер” тигән доға менән ҡаршы алған. Эйе, был айҙар – изге Ураҙаға әҙерләнеү һәм был ғәмәлде үтәү осоро. Тимәк, миңә әлеге һорауҙы биргән ҡәрҙәшебеҙҙең әйткәне дөрөҫ: рәжәбтә, башҡа хаҡ бурыстарҙы атҡарыу менән бергә, бер көн булһа ла ураҙа тотоу зарур. Рамаҙанға үҙебеҙҙе төрлө яҡлап әҙерләй башларға тейешбеҙ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә: “Рәжәб – Аллаһ Тәғәләнеке, шәғбан – минеке, рамаҙан – өммәтемдеке”, – тигән. Тимәк, әле Раббыбыҙҙың айында йәшәп ятабыҙ. Рәжәб хаҡында аят-сүрәләр, бихисап хәҙис-шәриф бар. “Был айҙа ҡылынған изгелеккә сауап етмеш тапҡыр күберәк яҙылыр”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Мәғлүм ки, рәжәбтә рәғәиб кисе бар, ул быйыл 30 март ҡояш байығас инде. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең атаһы Ғабдуллаһ ибн Ғәбделмотталиб менән әсәһе Әминә бин Үәһбтең никахлашыу кисе ул. Был төндә Аллаһ Тәғәләгә салауаттар әйтеү, доға ҡылыу, намаҙ уҡыу хәйерле, изге ниәт-теләктә булыу мөһим. 23 апрелдә иһә (26 рәжәб) Пәйғәмбәребеҙҙең Аллаһ Тәғәлә хозурына күккә ашҡан кисе – Миғраж.
Ислам дине ғалимы Әбү Барк әл-Балхи әлеге өс айҙың асылын үҙенсә аңлатҡан. “Рәжәб – сәсеү, шәғбан – сыҡҡан үҫентеләргә һыу ҡойоу, рамаҙан уңыш йыйып алыу мәле”, – тигән ул. Күренеүенсә, был аңлатма Пәйғәм­бәребеҙҙекенә яҡын, шундай уҡ мәғәнә бирә. Әлеге дин белгесе йәнә: “Рәжәб – елгә, шәғбан – болотҡа, ә рамаҙан ямғырға оҡшаш. Тәүге айҙа сәсмәй, икенсеһендә һыу ҡоймайынса, өсөнсөһөндә уңыш йыйып алырға мөмкинме? Шул уҡ ваҡытта рәжәбте бушҡа үткәреп ебәреп, шәғбанда тик рамаҙанды көтөп ултырыуҙан һөҙөмтә булырмы?” – тигән. Эйе, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һәр айҙың – үҙ урыны, үҙ бурыстары. Шул уҡ ваҡытта улар бер-береһе менән айырылғыһыҙ бәйле. Алдағыһында ниҙер эшләп еткермәйһең икән, был бушлыҡты аҙаҡ тултырыуҙың мөмкин булмауы ихтимал. Тормошта ла бит шулай: әҙәм балаһы бала саҡта, үҫмерлектә күңеленә һалынмаған тәрбиәне өлкәнәйгәс туплап өлгөрә аламы? Шул уҡ ваҡытта, әйтәйек, уҡыусы дәрестәргә илтифат бирмәй йөрөһә, ваҡытын бушҡа үткәрһә, имтиханды уңышлы тапшырырмы? Әлеге өс айға нәҡ шул аҡыл, хикмәт һалынған: маҡсатҡа ярашлы эш өҙлөкһөҙ, даими алып барылырға тейеш. Рамаҙанға алдан әҙерлек менән аяҡ баҫһаң, иншаллаһ, ул еңелерәк үтер. Әлбиттә ки, йылдың башҡа айҙарында ла ошо ниәтте иҫтән сығарырға тейеш түгелбеҙ, ҡылған һәр изге ғәмәлебеҙҙең Аллаһ Тәғәләгә доға булып барып, юлыбыҙҙы яҡтыртыуын, тормошобоҙға бәрәкәт биреүен онотмайыҡ.
Ваҡытты бушҡа, мәғәнәһеҙ эштәр менән үткәрмәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Белмәгәнебеҙҙе өйрәнәйек, камиллашырға, алға барырға ынтылайыҡ. Бер урында тапаныуҙан, үҙеңә лә, бүтәндәргә лә файҙаһыҙ, киләсәкһеҙ эш менән булышыуҙан фәтүә юҡлығын аңлап, яңынан-яңы ғилем үҙләштерәйек, тормошто үҙгәртеүҙән ҡурҡмайыҡ. “Барыһы ла ниәткә бәйле”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Теләк-маҡсаттарыбыҙ изге, ҡылған ғәмәлдәребеҙ хаҡ булһын, иншаллаһ. Шул саҡта һынауҙарҙы еңелерәк үтербеҙ, Раббыбыҙҙың рәхмәте менән тормошобоҙға бәрәкәт ҡуныр, ил-йортобоҙ имен торор. Әc-сәләмү-ғәләйкүм үә рәх­мәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 099

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 454

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 989

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 898

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 659

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 245

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 464

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524