Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Исламда ҡатын-ҡыҙҙың юғарылығы
Исламда ҡатын-ҡыҙҙың юғарылығы Көн дә тиерлек ҡайҙалыр ингәндә йәки ишекте асып сыҡҡанда ҡатын-ҡыҙҙы алдан үткәрәбеҙ. Был көндәлек күренешкә үҙемсә ҡыуанған да булам, бигерәк тә гүзәл затҡа ҡарата булған ихтирамым өсөн. Ә булған бит заманалар...
Ҡасандыр Һиндостанда ҡатын-ҡыҙ ғүмер буйы бойондороҡло булырға тейеш тип һанағандар. Мираҫ та ир-ат яғына ғына күскән. Афинала ла хәлдәр Һиндостан йәки Римдан яҡшыраҡ тормаған. Унда ла ҡатын-ҡыҙ тулы хоҡуҡлы булмаған. Әйтәйек, кейәүгә уның рөхсәтенән тыш биргәндәр. Ә Римда гүзәл затты бөтөнләй әҙәмгә һанамағандар. Ҡатын-ҡыҙ – хоҡуҡһыҙ йән эйәһе, үҙ ҡарары буйынса бер ни ҙә хәл итергә тейеш түгел, һәр ваҡыт иренең ҡарамағында торорға бурыслы, тип дискриминациялағандар. Ғәрәптәрҙә ҡыҙ бала тыуһа, уны тереләй күмер булғандар. Ҡатын-ҡыҙ ир-аттың теләген ҡәнәғәтләндереүсе әйбер тип һаналған. Йәнә шундай замандар булған: гүзәл зат менән сауҙа иткәндәр.
Имандан алыҫ торған илдәрҙә ҡатын-ҡыҙ үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшһә, Исламда иһә Аллаһы Тәғәлә тарафынан ғәҙел мөнәсәбәт талап ителә. Был йәһәттән Ҡөрьәндә “...Ҡатындарҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары ла шул уҡ, уларға яҡшы мөғәмәләлә булырға кәрәк”, “уларҙы үҙегеҙ йәшәгән ерҙә мөмкинлектәрегеҙгә ҡарап урынлаштырығыҙ. Ҡыҫырыҡлау ниәтендә уларға зыян килтермәгеҙ...” тигән фекерҙәр еткерелә. Унда шулай уҡ ғәмәлдәре өсөн ирҙең дә, ҡатындың да яуап тотасағы әйтелә. Ҡатын-ҡыҙға һайлау хоҡуғын кеше түгел, ә Аллаһы Тәғәлә үҙе бирә. Изге китапта тулы бер сүрә “Ҡатындар” тип атала, ә береһенә ҡатын-ҡыҙ исеме бирелә – “Мәрйәм”. Ислам буйынса гүзәл затҡа мираҫ та ҡаралған. Ә бурыстарға килгәндә, уныһы ир-атҡа күберәк йөкмәтелә.
Йәнә бер хәҙистә бәйән ителеүенсә, Рамаҙан айында ураҙа тотҡан, биш намаҙын уҡыған, ирен тыңлаған һәм сафлығын һаҡлаған ҡатын-ҡыҙға “Ожмахҡа теләгән ишектән инегеҙ” тип әйтеләсәк. Ә дин буйынса яулыҡ ябыныу кәрәклегенә йәки башҡа талаптарға килгәндә, был хаҡта ошолай тип белдерергә була:
1. Ҡиммәтле нәмәләрҙең нисек һаҡлан­ғанын күргәнегеҙ бармы? Мәҫәлән, алмасты әллә нисә ҡат ер аҫтынан табалар, ынйы иһә диңгеҙ төбөндә һаҡланыр. Тик бер кемгә лә өҫтә генә ятҡан ябай таш оҡшамай. Ҡатын-ҡыҙ ҙа шулай – теләгән бер кеше уға ҡағылып хур итергә тейеш түгел.
2. Әгәр сәскә тажын ҡулың менән йыш тотҡолаһаң, ул һулыясаҡ, үҙенең матур­лығын юғалтасаҡ. Гүзәл зат менән дә шул уҡ хәл, сит кешенең ҡулы уға тейергә тейеш түгел.
3. Мәғлүм булыуынса, шәриғәт ҡануны буйынса хыянат (был йәһәттән сит ҡатынға ҡағылыу ҙа) хөкөм ителә.
4. Алтын йәки башҡа аҫылташты табыу өсөн күп көс түгергә кәрәк. Был шулай уҡ ҡатын-ҡыҙға ла ҡағыла – ир-ат уны яуларға тейеш.
5. Ҡоралай менән арыҫланды бергә ҡалдырһаҡ, нимә булыр һуң? Ҡоралайға хәүеф янамаҫмы? Гүзәл зат менән ир-ат та шуға никахҡа тиклем яңғыҙҙары ҡалырға тейеш түгел.
6. Әсәһен, ҡатынын, ҡыҙын йәки һеңлеһен яҡлап үлгән ир ожмахта юғары урын менән бүләкләнәсәк.
7. Шулай уҡ ике йәки өс ҡыҙ тәрбиәләгән кешегә лә ҙур сауап буласағын вәғәҙә иткән Пәйғәмбәребеҙ.
Аллаһы Тәғәләнең рәсүле шулай уҡ ҡатындарға яҡшы мөнәсәбәттә булырға өндәгән. “Ҡатынына иң яҡшы мөнәсәбәт күрһәтеүсе һеҙҙең арағыҙҙан иң яҡшыһы булыр”, – тигән ул. Йәнә “Ғәҙел кеше генә ҡатынын ихтирам итер һәм уҫал, намыҫһыҙ, ҡәбәхәт кеше генә уны кәмһетер” тигән һүҙҙәрен еткерә Пәйғәмбәр. Диндә шулай уҡ беҙҙең бер кешенән барлыҡҡа килеүебеҙ, йәребеҙ үҙебеҙҙән булдырылыуын һәм уларҙан беҙгә балалар, ейәндәр бүләк ителеүе әйтелә. Шуны ла өҫтәп әйтке килә: берәүҙең ҡыҙы булараҡ, ул атаһына ожмахҡа ишек асыр. Әгәр ул ҡатын икән, ул иренең иманының яртыһын теүәлләр. Әгәр ул әсә булһа, ожмах уның аяғының аҫтында ятыр.
Һанай китһәң, тағы әллә күпме миҫалды теҙергә була. Ә әлегә мин гүзәл заттарҙы алдан үткәрергә тип, йәнә ишек асырға йүнәләм.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599