Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кешенекен кейһәң...
– Ҡаты ауырығанымды, шәбәйеүгә өмөтөм юғалғанын белгән ауылдаштарым һәр яҡлап ярҙам итә. Аҙыҡ-түлек килтерәләр, аҡса бирәләр. Ҙур рәхмәт барыһына ла! Тик бына туғандарым араһынан берәүҙең балаларыма үҙҙәренә кәрәкмәгән кейемдәрен ташыуына һағайып ҡарайым. Улай яраймы икән һуң, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Башҡаның кейеменән насар энергия күсә, тиҙәр бит.
З. Н.
Белорет районы.


Башҡортостан мосолман­дарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Донъя – һынау йорто, хөр­мәтле ҡәрҙәштәр. Аллаһ Тәғәлә биргән һәр көнөбөҙ имтихан­дарҙан хасил. Шул уҡ ваҡытта иң ҙур ауырлыҡтарҙы кисергән әҙәм балаһы ябай кеше түгел: бындай йөк пәйғәмбәр­ҙәргә, Раббыбыҙҙың тәрбиәһен, бойо­ро­ғон еткереп тороу бурысын йөкмә­гән­дәр­гә генә һалына. Ҡорамалдарҙа ла бит механизмдың эшендә төп ғәмәлде үтәгән детал­дәр айырым сыныҡтырыла, уларға ныҡлы тикшереү уҙға­ры­ла. Ауыр саҡтарҙа, сирләгәндә до­ға­ларға мөрәжәғәт итһәң, сабыр булһаң, Аллаһ Тәғәлә рәхмәтен насип ҡылыр, иншаллаһ. Миңә әлеге һорауҙы юллаған ҡәрҙәшебеҙгә Раббыбыҙ ҙур ихтыяр көсө, түҙемлек бирһен, ауырыуҙы еңеп сығырға насип итһен. Күңелдәге ышанысты һүндерергә яҙмаһын. Өмөтһөҙлөккә бирелеү гонаһ ул. Бындай хәлгә еткән әҙәм балаһы Аллаһтан ярлыҡау һораһа, тәүбә итһә, әжерен алыр. “Миңә ҡолом бер ҡарыш ынтылһа, уға бер ҡолас яҡын­лармын. Атлап килә башлаһа, ҡаршыһына йүгереп барырмын”, – тиелгән Ҡөрьәндә.
Әл-хәмдү лил-ләһ, халҡыбыҙ ауыр ваҡыттарҙа ҡәрҙәштәрен яңғыҙ ҡалдырмай. Әлеге һорауҙа ла бының матур өлгөһөн күрәбеҙ. Изгелек, мәрхәмәтлек, мохтаждарға булышлыҡ ҡылыу динебеҙҙә юғары урынға ҡуйылған. Сауабы ғәйәт ҙур был ғәмәлдәрҙең. Ихлас күңелдән ярҙам күрһәткән һәр кем Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшһен, иншаллаһ. Сирле кешегә бит ауырыуҙы еңеп сығыу өсөн дарыу ғына түгел, башҡаларҙың иғтибары, йөрәк йылыһы, ҡеүәтләүе, өмөт-ышаныс өҫтәүе, яңғыҙ ҡалдырмауы кәрәк. Изге ғәмәлдәрҙең, яҡшы һүҙҙең көсө шул ҡәҙәр ҙур.
Кейем биреүгә лә шикләнеп ҡарарға кәрәкмәй. Ысын күңелдән күрһәтелгән ярҙамды шундай уҡ ихласлыҡ менән ҡабул ҡылыу зарур. “Насар энергия күсер” тип икеләнеү урынһыҙ. Исламда шик-шөбһәгә бирелеү, кирегә юрау бөтөнләй тыйыла.
“Исраф ҡылмағыҙ” тигән бойороҡ бар “Ҡөрьән Кәрим”дә. Һәр нәмәне үҙ миҡдарында тотона белеү, ҡәҙерен ебәрмәү, һаҡсыл булыу мөһим. Ә бөгөн, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, күп нәмәне исраф итәбеҙ. Хатта ки ваҡыттың ҡәҙерен белмәй башланыҡ. Көнө-төнө телевизор ҡарауға һабышҡандар аҙмы ни? Шул уҡ ваҡытта балаларҙы компьютерҙан айырыу ҙур проблемаға әүерелде. Һөҙөмтәлә аҡыл-зиһен артмай, ә ваҡыт елгә оса, һаулыҡ зыян күрә. Кейем мәсьәләһенә килгәндә лә, булғандың ҡәҙерен белеү, исраф итмәү ниәте алға килеп баҫа. Халҡыбыҙҙа борон-борондан ғаиләләр ишле булған. Билдәле, балалар бер-береһенең әйберен кейеп үҫкән. Туҡыма туҙғас та ташланмаған әле: сабыйға йүргәк итеп файҙаланылған, ҡорама юрған, түшәктәр тегелгән һ.б. Кемдер ахирәткә күскән осраҡта уның әйберҙәре туғандарына таратылған, “ҡәрҙәшемдең иҫтәлеге” тип ҡәҙерләп кейелгән. Мөлкәтен исраф итмәү, хәстәрләү, һаҡлау мәрхүмгә изге доға булып бара.
Аллаһ Тәғәлә һәр нәмәне үлсәүле итеп яратҡан. Ә әҙәм балаларының күбеһе тиерлек, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барҙың ҡәҙерен белмәй. “Юҡ, бер нимәгә етешә алмайбыҙ, эш хаҡы аҙ” кеүек зарланыуҙар йыш ишетелә, ә булғанды баһалау, һаҡлау кәрәклеге онотола. Барына шөкөр итәйек, исраф ҡылмайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Аллаһ Тәғәлә бер-беребеҙгә ярҙам итеп, мәрхәмәтлек күрһәтеп, булғандың ҡәҙерен белеп, бүлешеп, күңелдәргә ышаныс-өмөт өләшеп йәшәргә насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 109

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529