Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ашығырға яраттың...
Ашығырға яраттың...
“Ашығыуҙар яңылышыуға була –
Ашығырға никтер яраттым.
Ашығыуҙар — урман,
Яңылыштарым — буран,
Йүгерә-йүгерә инеп аҙаштым...”
Ошо йырҙағыса, гел ҡабаланды һеңлем. Аяҡтары ергә теймәй йүгереп йөрөр ине. Ниңә ашыҡҡандыр, ҡайҙа атлыҡҡандыр?..

Кинйә бала булды ул. Биш йәшендә бер кемдең дә әйткәнен тыңламай, илай-илай мәктәпкә барҙы. Уҡыуҙа, йәмә­ғәт эштәрендә гел алдынғылар рәтендә булды. Ун алты йәше тулыр-тулмаҫтан юғары уҡыу йортона инде. Күп тә тормай, буласаҡ кейәү менән таныштырҙы, йәһәтләп туй үткәрҙек. Бишенсе курсты тамамлағанында ике ҡыҙы үҫә ине инде.
Диплом алыу тантанаһына барыр алдынан бәләкәстәрҙе беҙгә килтер­ҙеләр (баш ҡалаға яҡын урынлашҡан ауылда йәшәйбеҙ). Байрамдары иртәгә көндөҙ икелә башлана икән.
– Улай булғас, бөгөнгә беҙҙә ҡалып тороғоҙ, – тинем. – Ҡаланың шау-шыуынан аҙға булһа ла ял итерһегеҙ, мунса инерһегеҙ. Иртәгә таң менән тороп сыҡһағыҙ ҙа, әҙерләнеүгә әллә күпме ваҡытығыҙ ҡала әле.
– Юҡ, апай, – тип шунда уҡ ҡаршы төштө баҫҡан ерендә бейеп торған һең­лем. – Ҡайтырға кәрәк. Бөгөн үк баш­ҡарып ҡуяһы эш күп. Иртәгә үҙебеҙ өсөн ваҡыт та ҡалмаҫ әле: тантананы, аҙаҡ курсташтар менән хушлашыу бай­рамын ойоштороуҙы үҙ өҫтөмә алғанмын.
Шулайтып ҡабалана-ҡабалана йыйына башланы. Юлға бигүк сығырға теләмәгән кейәү кәйефһеҙ генә маши­наһын ҡабыҙҙы. Йәһәтләп ҡуҙға­лып кит­теләр. Оҙаҡ та үтмәҫтән, йәшен тиҙ­легендә хәбәр килеп етте: яҡын­дарыбыҙҙы беҙҙең ауылдан оло юлға сыҡҡан ерҙә ҙур йөк машинаһы бәрҙереп киткән...
Әҙәм балаһына ғүмер бер тапҡыр ғына бирелә. Кемгәлер ҡартайғансы йәшәү бәхете тейһә, икенселәр тор­моштоң тәмен дә татып өлгөр­мәй... Үҙенә ғүмерҙең сама менән бирелгәнен һиҙеп тә ашыҡтымы икән һеңлем? Барыһына өлгөрөп ҡала­йым тинеме? Ниңә мине тыңламаны, кейәүҙең телә­ген иҫәпкә алманы, үҙенекен һүҙ итергә тырышты? Динебеҙҙә “Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма” тигән әйтем бар ҙа бит, әммә сабыр итеү, башҡаларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыу мөһимлеге юға­рыраҡ урынға ҡуйылған даһа...
Ниндәй осраҡтарҙа ҡабаланырға кәрәк? “Аҙан тауышын ишетеү менән намаҙ уҡырға, йәше еткәнде өйлән­дерергә һәм баҡыйлыҡҡа күскәнде ерләргә ашығығыҙ”, – тип өйрәтә Ислам. Эйе, ғибәҙәт ҡылырға һуңларға ярамай. Йәштәрҙе өйләндереүгә кил­гәндә лә, ваҡытты һуҙмау мөһим. Ни өсөн тигәндә, әҙәм балаһы Аллаһ Тәғә­лә тарафынан бирелгән ҡыҫҡа ғына ғү­мерендә ғаилә ҡорорға, балалар үҫ­терергә, изге ғәмәлдәр башҡарып өл­гөрөргә тейеш. “Баҡыйлыҡҡа күс­кән­де ерләргә ашығығыҙ” тип ҡушыу­ҙың нигеҙендә лә, дин әһелдәребеҙ әй­те­үенсә, тормош-көнкүреш хәҡиҡәте ята.
Ә башҡа ваҡыттарҙа ҡабаланыу­ҙың хәүеф менән янау ихтималлығын ниңә онота икән әҙәм балаһы? Айырыуса юлда. “Еңел автомобиль трассаға “осоп” килеп сыҡты”, – тип һөйләне беҙгә лә шаһиттар яҡында­рыбыҙҙың фажиғәһенән һуң. Һис һүҙһеҙ, һеңлем тиҙләтеп барғандыр. Юл бит ул оло тормош кеүек: ҡаба­ланғанды өнәмәй, күҙ йомоп алға сығырға тырышҡанды йәһәт кенә урынына ултыртып ҡуя. “Ашыҡҡан ашҡа бешер”, “Ҡабалан­ғандың сәфәре ҡыҫҡа”, “Аяҡтарың йүгергәндә лә, йөрәгең осонмаһын” кеүек әйтемдәр юҡтан ғына яралғанмы ни?
Күңелем әрней, күҙ йәштәрем туҡ­тау­һыҙ аға. Ә ҡосағымда – ике ҡыҙсыҡ. Йәшәүҙең нимә икәнен аңлап та өлгөр­мәҫтән етем ҡалған сабыйҙар. Эй тын­ғыһыҙ, тиктормаҫ, шуҡ үҙҙәре. Әсәйҙәре кеүек... Тик түҙемһеҙлегегеҙ сабый са­ғығыҙҙа тороп ҡалһасы, ҡыҙсыҡтарым. Аллаһ Тәғәлә киләсәк тормошоғоҙҙа сабырлыҡ насип итһәсе, оҙон ғүмер бирһәсе...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 274

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 720

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 326

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 598