Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бында кем хужа?
– Ауылдашыбыҙ күптән мәсет төҙөтә башлағайны. Эш һаман дауам итә, яртыһына ла етмәгән. Ни өсөн тигәндә, ауылдашыбыҙ был иман йортоноң ҙур, мөһабәт булыуын, башҡаларҙан айырылып тороуын теләй. Бәләкәй итәйек тә ҡуяйыҡ, тип әйтеп ҡарағайныҡ та, “Был – минең мәсет, – тип ауыҙыбыҙҙы япты. – Эшемә ҡыҫылмағыҙ, бында кем хужа?” Ауылдашыбыҙҙың үҙен күрһәтергә теләүе кеүек килеп сыға түгелме был, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
(Хатҡа бер нисә кеше ҡул ҡуйған).


Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Иң тәүҙә шуны әйтеү зарур: иман йорттарын бүлергә ярамай, был дин ҡанундарына тап килмәй. Исламда фәҡәт өс мәсеттең — “Ҡәғбәтулла”ның, “Әл-Аҡса”ның (Йәрүсәлимдә) һәм Пәйғәмбәребеҙҙең мәсетенең статусы бар. Уларҙа уҡылған намаҙҙың сауабы ифрат ҙур тип һанала. Башҡа мәсеттәр иһә бер төрлө: биш кеше намаҙ уҡыймы, йөҙмө, меңме — кимәлдәре тигеҙ. Шуның өсөн дә “был иман йорто матурыраҡ, мөһабәтерәк, тегенеһе бәләкәйерәк” тигән һүҙҙәргә юл ҡуйырға ярамай. Бер илдә, республикала йәшәйбеҙ, тимәк, мәсеттәребеҙҙе уртаҡ йортобоҙ тип ҡарарға, хәстәрләргә, ҡәҙерләп тоторға бурыслыбыҙ, хөрмәтле йәмәғәт. Ғибәҙәтхананың бәрәкәте — үҙ хеҙмәтен атҡарыуында, Исламдың тәғлимәтен таратыуҙа, намаҙ уҡыусыларҙың ихласлығында. Ошондай бурыстар үтәлһә, иншаллаһ, тормошобоҙ имен, күңелебеҙ бөтөн булыр.
Алдағы вәғәздә­ремдә лә әйтеп үт­кәнемсә, әҙәм ба­лаһы барлыҡ изге эште Аллаһ Тәғә­лә­нең ризалығы өсөн башҡарырға тейеш. Был хаҡта үҙенең мөбәрәк хәҙисендә Рәсүл Әкрам ғә­ләй­һис-сәләм дә әйткән. “Изгелекте баш­ҡа­лар күрһен өсөн ҡы­лыуҙы, маһайыу­ҙы, тәкәбберлекте Раббыбыҙ ҡабул итмәй”, – тигән ул. “Ҡөрьән Кәрим”дә лә был турала күп төшөндөрөлә. Мәҫәлән, “Әл-Бәҡара” сүрәһендә былай тиелгән: “Аллаһ Тәғәләнең юлында ярҙам күрһәтеүселәр, хәйер биреүселәр, гүйә ки, орлоҡ кеүек. Ул үҫеп етеп, ете башаҡҡа әйләнер. Һәр береһендә йөҙ орлоҡ булыр...”. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ихлас күңелдән башҡарылған изге эшкә Раббыбыҙ сауабын арттырып бирә.
Әл-хәмдү лил-ләһ, һуңғы йылдарҙа мәсет­тәр күпләп төҙөлә. Мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең иманға ҡайтыуы, ата-бабаһының юлынан барырға ынтылыуы ҡыуаныслы. Тик, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, мәсетте үҙенең көсөн, мәрхәмәтлелеген күрһәтеү өсөн генә төҙөткәндәр ҙә юҡ түгел. Бинаға бөтөнләй хужа булып, халыҡҡа һүҙ әйтеү мөмкинлеге бир­мәгәндәр ҙә бар. “Бөтөн эш ниәткә бәйле”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Тимәк, әҙәм балаһы мәсетте үҙенең исемен ҡалдырыу, көс-ҡеүәтен күрһәтеү өсөн генә төҙөй икән, Аллаһ Тәғәлә уның ғәмәлен ҡабул итмәй, иман йорто үҙ бурысын атҡармай, уға халыҡ та йөрөмәй. Мосолмандар араһын бутау урыны кеүек килеп сыға.
Бер хәҙисте йәнә иҫегеҙгә төшөрөп үтәйем. Кемдәрҙер мәсет төҙөгән дә Мөхәммәт ғә­ләйһис-сәләмгә килгән. “Иман йортона фатиха бирһәгеҙсе”, – тип мөрәжәғәт иткәндәр. “Сә­фәргә йыйынам, унан ҡайтышлай инеп сығырмын”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Юлда иһә Аллаһ Тәғәлә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә аят төшөргән: баҡтиһәң, фатиха биреүҙе көткән мәсет мосолмандар араһына фетнә һалыу өсөн төҙөлгән икән. Һөҙөмтәлә Пәйғәмбәребеҙ кешеләр ебәртеп, был йортто емерттергән.
Мәсет – Аллаһ Тәғәләнең йорто ул, хөр­мәтле ҡәрҙәштәр. Был хаҡта “Ҡөрьән Кәрим”дә аныҡ әйтелгән. Мәсет төҙөлөп бөтөү ме­нән халыҡҡа тапшырылырға, рәсми теркәлеү үтергә, барлыҡ документтары, имамы, мө­тәүил­ләте (совет) булырға тейеш. Эшмәкәрлекте мулланың башҡа дини ҡәрҙәштәребеҙ менән кәңәшләшеп алып барыуы, аңлатыу бурысын даими үтәүе фарыз. Мәсеткә йыйылған аҡсаға килгәндә лә, уны ниндәй маҡсатҡа тотоноу кәрәклеген имам, мөтәүилләт ағзалары кәңәшләшеп хәл итергә тейеш.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә дин юлында бергә булырға, аңлашып йәшәргә, тоғро юлдан тайпылмаҫҡа насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрә­кәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509