Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостандың тәүге мөфтөйө кем булған?
Башҡортостандың тәүге мөфтөйө кем булған?
Халҡыбыҙҙың бихисап аҫыл ул-ҡыҙҙары тураһында ҡиммәтле мәғлүмәт һандығы булып хеҙмәт иткән Башҡортостан Республикаһының Милли архивында, шулай уҡ “Башҡортостан энциклопедияһы”нда Башҡортостандың тәүге мөфтөйө тураһында бер ни ҡәҙәр белешмә бар. БАССР төҙөлөүгә 100 йыл тулыу алдынан танылған дин әһелен, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрен иҫкә алыу, уның тормош юлы хаҡында хәбәрҙар булыу бөгөнгө быуын өсөн айырыуса мөһим.
Кем һуң ул йәш республиканың беренсе мөфтөйө? Юғарыла телгә алынған энцик­ло­пе­дияға мөрәжәғәт итәйек. “Халиҡов Мансур Хатип улы, – тиелгән унда, – 1886 йыл­дың 20 декабрендә (башҡа сығанаҡтар буйынса 17-дә – авт.) Стәрлетамаҡ өйәҙенең (хәҙерге Ғафури районының) Оло Үтәш ауылында тыу­ған. Дин һәм йәмәғәт эшмәкәре, БАССР Мосол­мандарының Диниә назараты мөфтөйө...”
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халҡыбыҙҙың бик күп шәхестәре кеүек, был дин әһеленә лә, улай ғына түгел, бөтөн Халиҡовтар нәҫеленә, уҙған быуаттың 30-сы йылдарындағы золом касафатын ныҡ татырға тура килә.
Оло Үтәш элекке Кәлсер-Табын улысында иң билдәле ауылдарҙың береһе була. Бының хикмәте тотош өйәҙҙәге абруйлы имам-ха­тип­тарҙың береһе иҫәпләнгән Хатип Әбдел­халиҡ улы Халиҡовҡа (1844 – 1911) бәйле. Башҡа тарафтарҙа аң-зиһен туплап ҡайтҡан хәҙрәт, күптәргә алыҫҡа ғилем эстәргә бары­уы үтә ҡыйын булыуын аңлап, рухи остазда­ры Зәйнулла Рәсүлев, Ғабдулла Сәйеди ке­үек дин әһелдәре менән кәңәш­ләшкәндән һуң, үҙ ауылында мәҙрәсә төҙөргә ҡарар итә.
Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Яҡташтары Хатип Халиҡовтың изге уй-ниәтен күтәреп ала. Аллаһ ризалығына тип ул байтаҡ мал-мөл­кәтен һата һәм үҙ иҫәбенә мәҙрәсәнең ниге­ҙен ҡороп та ебәрә. Әммә аҡса етмәй ҡала – Хатип хәҙрәт ярҙам һорап, Өфө, Ҡазан ҡалаларына уҡ барып етә. Яҡын-тирәлә йә­шә­гән хәлле кешеләр ҙә мәҙрәсә төҙөлөшөнә иғәнә индерә. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр бит. Тырышлыҡ бушҡа китмәй: тиҙҙән ауыл уртаһындағы мәсет янында өр-яңы мәҙрәсәнең мөһабәт бинаһы ҡалҡып сыға. Ул, тиҙ арала яҡын-тирә ауылдар өсөн дини-мәғрифәт үҙәгенә әүерелеп, аң-белем алырға теләгән йөҙәрләгән үҫмерҙе үҙенә ылыҡтыра. Нәҡ ошо мәҙрәсәлә Мәжит Ғафури, Вәлиулла Ҡоломбәтов һәм башҡа зыялылар тәүге һабаҡтар алып, оло тормошҡа аяҡ баҫа.
Хатип хәҙрәттең өс улы (Мансур, Мәхмүт, Әхмәт) һәм дүрт ҡыҙы (Шәкирә, Мөкәрәмә, Сәкинә һәм Фатиха) була. Өлкән улы Мансур кесе йәштән үк уҡыуға бик һәләтле булыуы менән айырылып тора. Ғаилә башлығы үҙ мәҙрәсәһендә белем алған зирәк улын, дан­лыҡлы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә уҡытыу өсөн, алыҫтағы Троицкиға оҙата. Төплө ғи­лемгә эйә булған Мансур, 1908 йылда тыуған ауылына ҡайтып, мәҙрәсәлә мөғәллимлек итә башлай. Күп тә үтмәй сирләп киткән ата­һы­ның үтенесе буйынса уға мөҙәрис вазифаһын да үҙ иңенә алырға тура килә.
Ишан хәҙрәттәре Зәйнулла Рәсүлевтең шәкерте, остазының тәжрибәһенә таянып, ди­ни һабаҡтарҙан тыш, донъяуи фәндәргә лә иғтибарҙы көсәйтә: арифметика, тарих, астрономия, география, урыҫ телен уҡытыу мәҙрәсәнең абруйын үҫтереп ебәрә. Хәҙерге Ғафури, Архангел, Ҡырмыҫҡалы һәм Белорет райондары ауылдарынан килеп белем алған шәкерттәр һаны артҡандан-арта бара. Бында хатта Пермь, Силәбе яҡтарынан да килеп уҡыусылар була.
“Ғәлиә” мәҙрәсәһенең асылыуын ишетеп, Мансур хәҙрәт үҙ белемен камиллаштырыу һәм яңы ғилемгә эйә булыу маҡсатында Өфө­гә юллана. Рәсәйҙең төрлө тарафтары­нан килгән шәкерттәр менән аралашыу, бай йөкмәткеле һабаҡтар алыу, йәнле фекер алышыу, бәхәстәрҙә ҡатнашыу – быларҙың барыһы ла Мансурҙың аң-зиһенен шаҡтай байыта, тел оҫталығын арттыра. 1910 йылда абруйлы мәҙрәсәне уңышлы тамамлағас, ул йәнә тыуған ауылына ҡайтып, яратҡан эшен дауам итә.
Белеүебеҙсә, бөтөн Рәсәйгә киң билдәле “Рәсүлиә” һәм “Ғәлиә” мәҙрәсәләрендә Хатип хәҙрәттең кәңәше буйынса Мәжит Ғафури, Вәлиулла Ҡоломбәтов һәм Бәҙретдин Мәҡсү­тов 1898 һәм 1906 йылдарҙа ғилем эстәй. Йылдар үткәс, Мансур Халиҡов та ошо уҡ юға­ры дини уҡыу йорттарында белем ала. Йөҙәр саҡрым араны йәйәүләп үтһәләр ҙә, Еҙем-Ҡаран, Оло Үтәш, Яҡтыкүл егет­тәренең уҡыуға, аң-белемгә ынтылышы бына ниндәй көслө булған!
1917 йылдың февралендәге буржуаз-демократик революция Рәсәйҙең милли төбәктәрендә азатлыҡ хәрәкәтенең көсәйе­үенә килтерә. Илдә барған ваҡиғаларға алдынғы ҡарашлы Мансур битараф ҡала алмай: ябай халыҡтың мәнфәғәтен яҡлап, матбуғат баҫмаларына мәҡәләләр яҙа, митингыларҙа сығыш яһай. Сәйәси-ижтимағи мәсьәләләрҙең асылын яҡшы аңлаған маһир ораторҙы хатта Өфөнөң завод-фабрикаларына лекция уҡырға саҡыралар.
Ошо уҡ йылдың апрель айында Өфөлә үткән Крәҫтиәндәр йыйынында делегат-яҡташтары исеменән ялҡынлы телмәр менән сығыш яһап, Мансур Халиҡов, “Ваҡытлы хөкүмәт аҫаба башҡорт ерҙәрен халыҡҡа кире ҡайтарһын”, – тип белдерә. “Ер мәсьә­ләһе ыңғай хәл ителмәһә, башҡорттар үҙ йөмһүриәтен төҙөргә мәжбүр буласаҡ”, – тип тә өҫтәп ебәрә ул. Бындай ҡыйыу фекерҙәр, әлбиттә, бәғзеләргә оҡшап етмәй.
Нәҡ ошо осорҙа Башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе Әхмәтзәки Вәлиди, Кәлсер-Табын һәм Кесе-Табын башҡорттары менән фекер алышыу маҡсатында, Оло Үтәшкә килә. Бында арҡаҙашына ғына түгел, хатта дуҫына әйләнеп киткән имам-хатип Мансур Халиҡов һәм башҡа руханиҙар менән осрашып, уларға Башҡорт автономияһын булдырыу идеяһын еткерә. Әхмәтзәки артабан Сәйетбабаға – Мансур хәҙрәттең яҡын туғаны, урындағы мәсеттең имам-хатибы, мәҙрәсә мөҙәрисе һәм әүлиә булараҡ шөһрәт ҡаҙанған Мөхә­мәтсабир Әбделхалиҡ улы Халиҡов янына юллана. Бында ла ул, ауылдың дин әһелдәре һәм зыялылар ҡатнашлығында йыйын үткәреп, башҡорттар алдында торған мөһим сәйәси мәсьәләләр тураһында сығыш яһай.
Тиҙҙән Рәсәйҙә Ойоштороу Йыйылышына (Учредительное Собрание – авт.) һайлау эше йәйелдерелә. Башҡорт Өлкә Шураһы (“федерал-башҡорттар”) исеменән Йыйылыш депутатлығына кандидаттар араһында Әх­мәт­зәки Вәлиди, Шәриф Манатов кеүек сә­йәс­мәндәр менән бер рәттән Мансур Ха­ли­ҡов та була. 1918 йылда Мәскәүҙә үткән тарихи йыйында Башҡортостан вәкилдәре, бер төптән сығыш яһап, башҡорттарға автономия даулай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, большевиктар Ойоштороу Йыйылышының эшен тамамлар­ға ирек бирмәй, һөҙөмтәлә ул таратыла.
Ижтимағи-сәйәси тәжрибә туплаған Мансур Халиҡов тыуған ауылына ҡайтып, йәнә мөғәллимлек эшен дауам итә. Әммә тиҙҙән уны Башревком Табын кантоны башҡарма комитетының халыҡ мәғарифы начальнигы итеп тәғәйенләп ҡуя (мәғлүм булыуынса, бер нисә йылдан был вазифаны сәсән-мәғ­рифәтсе Вәлиулла Ҡоломбәтов та башҡара).
Ҡыҫҡаһы, бөгөнгө Ғафури районы һәм күрше төбәктәрҙең халҡына аң-белем би­реүҙә үҙҙәрен мәғрифәтсе, ғилем эйәләре итеп танытҡан Халиҡовтар нәҫеле ғәйәт ҙур көс һала. Был яҡтарҙа артабанғы йылдарҙа бихисап уҡымышлы кешеләрҙең үҫеп сығыуы, күптәренең етәксе, ғалим, әҙип булып танылыуы бер ҙә юҡҡа түгел.
Тиҙҙән бай тәжрибәле Мансур Халиҡовты Стәрлетамаҡҡа Юстиция Халыҡ Комиссариатына эшкә саҡыралар. 1918 – 1921 йыл­дарҙа уға туранан-тура Башҡорт автоно­мияһын төҙөү буйынса документтар әҙерләү һәм башҡа юридик мәсьәләләр менән шөғөлләнергә тура килә.
1921 йылдың 17 мартында Аллағыуат ауылында (хәҙер ул юҡ инде) Мосол­ман­дарҙың I Бөтөн Башҡорт ҡоролтайы уҙға­рыла. Нәҡ ошо йыйында БАССР мосол­ман­дарының Диниә назараты төҙөлә, уның тәүге рәйесе һәм мөфтөй итеп Әхмәтзәки Вәли­диҙең тәҡдиме менән үҙен бары тик яҡшы яҡтан күрһәткән төплө белемле, ҡыйыу фекерле Мансур хәҙрәт Халиҡов һайлана.
Диниә назараты ул дәүерҙә Бәләкәй Башҡортостандың баш ҡалаһы булған Стәр­летамаҡта урынлаша. Яңы дини ойош­маның эшен яйға һалыу өсөн 35 йәшлек мөфтөйгә күп көс түгергә тура килә. Тырыш­лыҡ бушҡа китмәй – сәйәси-ижтимағи һәм юридик тәж­рибәгә эйә булған Мансур хәҙрәт ҡатмарлы бурыстарҙы уңышлы башҡарып сыға.
1921 йылдың эҫе йәйе етә. Бар донъяны ҡоролоҡ ялмап ала, баҫыуҙарҙағы ашлыҡ баш ҡалҡыта алмай, тамырында һәләк була. Илгә йот килә, меңәрләгән кеше аслыҡтан йән бирә... Диниә назараты етәксеһе Мансур Халиҡовты Аслыҡтан яфа сиккән халыҡҡа ярҙам итеү комитеты рәйесе итеп һайлап ҡуя­лар. Алыҫ төбәктәрҙән аҙыҡ-түлек ташы­тыу, уны аслыҡтан шешенгән халыҡҡа тәләф­ләмәй таратыу, кәрәк урында ашханалар асыу – ошо һәм башҡа мөһим эштәрҙе атҡарыуҙа Мансур Хатип улы ваҡыт менән дә, ауырлыҡтар менән дә иҫәпләшеп тормай. Яҡташтарын әжәл тырнағынан аралап ҡалыуҙа ла уның хеҙмәте ҙур була.
– 1921 йылда беҙҙең ауылда аслыҡтан үл­гән кешеләр булмаған, сөнки дин әһел­дә­ре, мәсет ихатаһында аш-һыу әҙерләтеп, ауыл халҡын көнөнә бер тапҡыр ашатҡан. Бала­ларға хатта икмәк телеме лә биреп ҡай­тарғандар. Инәйем (Емешбикә – авт.) шулай тип һөйләй торғайны, – тип хәти­рә­лә­ре менән уртаҡлашты Оло Үтәштә тыуып үҫкән Нәүфилә Зыязетдин ҡыҙы Ғилфанова (Ғарипова).
Мансур Халиҡовтың Башҡорт автономиялы республикаһын төҙөүҙә Әхмәтзәки Вәлиди менән иңгә-иң терәп эшләүен большевиктар ғәфү итмәй. Оло Башҡортостан төҙөлөп, баш ҡала 1922 йылдың йәйендә Өфөгә күсеү менән, милли хәрәкәт вәкил­дәренә ҡара көндәр килә. “Вәлидовсылар”ҙы эҙәрлекләү, уларға ғәйеп тағыу, ҡурҡытыу киң ҡолас ала. “Совет власы дошманы” тигән мөһөр һуғылған Мансур хәҙрәт тә ошо сәйәсәттең ҡорбанына әүерелә.
Үҙенә лә, ғаиләһенә лә янауҙар туҡтамай, ҡурҡытыуҙар дауам итә. Иркенләп эшләү өсөн бер ниндәй ҙә мөмкинлек ҡалмағас, Мансур Халиҡов 1923 йылда үткән Баш­ҡортостан мосолмандарының II йыйынында Диниә назараты рәйесе вазифаһынан баш тарта. Ябай мулла сифатында ла үҙ халҡына хеҙмәт итеренә, уға рухи таяныс булырына ышана ул. Ләкин динде төбө-тамыры менән бөтөрөүҙе маҡсат итеп ҡуйған Коммунистар партияһы өсөн мөфтөй генә түгел, ябай мулла ла хәүеф-хәтәр сығанағы була. Диндарҙарҙың ҡотҡоһона бирелеп, халыҡ башкөллө Совет власына ҡаршы сығыр, тип хафалана власть әһелдәре. Тимәк, бындай “хәүеф сығанаҡтары”нан кисекмәҫтән ҡотолорға кәрәк. Муллаларҙы ҡулға алыу, мөлкәттәрен таратып биреү, мәсет манараларын ауҙарыу хәрәкәте, тотош илдәге кеүек, беҙҙең төбәктә лә көсәйгәндән-көсәйә.
Сират кисәге мөфтөйгә лә килеп етә. 1929 йылдың май айында нахаҡ яла буйынса уны ҡулға алалар һәм, өс йылға хөкөм итеп, алыҫтағы Соловки утрауына оҙаталар.
Һөргөндә рухи һәм физик йәһәттән йәберләүҙәр кисереп, тейешле яза мөҙҙәтен тултырыу менән, тыуған яғына ашҡынып ҡай­тырға сыҡҡан Мансур хәҙрәтте юлда тағы ҡулға алалар. Өфө төрмәһендә йәнә һорау алыу, язалау башлана һәм сираттағы хөкөм ҡарары сығарыла: был юлы Маг­ниткаға – холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына... Соловки лагеры ғазаптарынан йәне лә, тәне лә уңалып бөтмәгән хәҙрәткә ауылына ҡайтып, ғаиләһе менән күрешеп-хушлашып китергә лә рөхсәт итмәйҙәр. Ә бит уны өйөндә һөйөклө ҡатыны, Рәфҡәт, Әшрәф, Зәкиә һәм Фәүзиә исемле ҡәҙерле балалары зар-интизар булып көткән был ваҡытта.
Әйтәһе лә түгел, иҫ киткес ғазаптар кисереп тә, иманына тоғро ҡалған Мансур Ха­ли­ҡовтың аяныслы яҙмышы тетрәндергес. “Халыҡ дошманы”, “вәлидовсы” мөһөрө ме­нән ғүмеренең һуңғы көндәрен үткәргән, әм­мә диненән ваз кисмәгән ир-уҙаман 1934 йыл­­да Силәбе тарафтарында 48 йәшендә вафат була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ҡайҙа ерләнгәнлеге тураһында бер ниндәй ҙә мәғ­лү­мәт юҡ, тимәк, НКВД архивтарында эҙләнеү талап ителә.
Бар ғүмерен халыҡты уҡымышлы, иманлы итеүгә арнаған, башҡорттарҙың дәүләтсе­ле­ген булдырыу эшендә фиҙакәрлек күрһәт­кән, республикабыҙҙың Диниә назаратын тө­ҙөү­гә өлгәшкән Мансур Хатип улы Хали­ҡов­тың исемен бысратыу өсөн власть орган­дары ба­ры­һын да эшләй. Әхмәтзәки Вәлиди эҙҙәре һаҡланған Оло Үтәш ауылына ҡара көндәр килә: мәсет тә, мәҙрәсә лә ҡыйратыла, “халыҡ дошмандары” булып танылғандар ауылдан һөрөп ебәрелә.
Өлкәнерәк йәштәге яҡташтарым бөгөн дә хәтерләйҙер әле: заманында “вәлидов­щина” менән бер ҡатар “халиковщина” һүҙе лә ишетелеп ҡалғылай ине. Был нәҫелдең тамырҙарын ҡоротоу өсөн партия ҡуштан­дары ҙур көс һала: Халиҡов фамилиялы ғаиләләр ауылда ҡалмай тиерлек, ҡайһы бер­ҙәре йәһәт кенә фамилияларын Ғарипов­тарға, Ғәлимовтарға, Шафиҡовтарға алмаш­тырырға мәжбүр була. Әйткәндәй, күренекле яҙыусы Ғәзим Шафиҡовтың инәһе лә – ошо ауылдыҡы, Мансур Халиҡовтың яҡын туғаны. Ул да, кәмһетелеүҙәрҙән, мыҫҡыл ителеү­ҙәрҙән биҙрәп, тыуған йортонан бик йәшләй сығып китә. Танылған ғалимә, филология фәндәре докторы, профессор Рәйсә Хали­ҡованы (1934 – 2005) республикабыҙҙа яҡшы беләләр. Уның атаһы Хәлил эҙәрлек­ләү­ҙәрҙән, яла яғыуҙарҙан ҡотолоу өсөн Үзбәкстанға сығып китә, ҡыҙы шул яҡта – Карши ҡалаһында тыуа. Хәлил Халиҡов данлыҡлы фамилияһын сит тарафтарҙа йәшәп кенә һаҡлап ҡалыуға ирешә. СССР-ҙа сәйәси золом дауылы туҡтағас, ул ғаиләһе менән Башҡортостанға ҡайтып төпләнә. Бына ниндәй ауыр һынауҙар үткәрергә, оло ҡайғы-хәсрәт, юғалтыуҙар, рухи кәмһете­леүҙәр кисерергә тура килгән халҡыбыҙға ҡәһәрле золом йылдарында...
Әммә алтынға нәжес йоҡмай, тиҙәр бит. 1991 йылдың 30 сентябрендә СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән фажиғәле яҙмышҡа дусар булған Мансур Хатип улы Халиҡовтың исеме аҡлана. Шул уҡ йылдың декабрендә Красноусолдың төп мәҙәниәт һарайында – элекке Ленин исемен­дәге клубта – беҙгә, бер төркөм зыялыларға, уның тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһен үткәреү насип булды. Йыйында Өфө ҡунаҡтары – дин әһеленең ҡыҙы Фәүзиә (ул иҫән әле, быйыл 90 йәшен тултырҙы), ейәнсәре Ғәлиә һәм башҡа яҡын туғандары, ғалимдар, яҙыусылар ҡатнашты.
Шуныһы һөйөнөслө: 2002 йылда Оло Үтәштә элекке мәсет урынында, Халиҡовтар­ҙың рухын шатландырып, күркәм иман йорто пәйҙә булды. Был изге эште затлы нәҫел тоҡомдары – Өфөлә йәшәгән Нәүфилә Зыязетдин ҡыҙы улдары Рияз һәм Илдар менән бергәләп атҡарып сыҡты. 17 декабрҙә нәҡ ошо ҡотло, иманлы ерҙә Мансур Халиҡовтың 130 йыллығына арналған йыйын үтәсәк, унда мөфтөйҙөң ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүлә-бүләсәрҙәре лә ҡатнашасаҡ.
Республикабыҙҙа әле Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына әҙерлек киң ҡолас алды. Ошо иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы “100 йыллыҡҡа – 100 шәхес” исемлеген әҙерләү проекты ла дәррәү йәйелдерелде. Тарихта тороп ҡаласаҡ был мәртәбәле йылъяҙмала БАССР-ҙың тәүге мөфтөйө, дәүләтселеге­беҙҙең нигеҙ таштарын һалған ҡаһарман эшмәкәрҙәрҙең береһе Мансур Хатип улы Ха­ли­ҡовтың исеме мотлаҡ сағылыш табыр, тип ышанабыҙ. Бынан тыш, яҡын йылдарҙа Красноусолда арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ – сә­сән, мәғрифәтсе Вәлиулла Ҡоломбәтов, дин әһеле, мәғрифәтсе Мансур Халиҡов, акаде­мик Нияз Мәжитов һәм башҡаларҙың – исе­ме менән аталған урамдар ҙа барлыҡҡа килер әле. Башҡортостаныбыҙҙың рухи-мәҙәни һәм фәнни үҫешенә тос өлөш индер­гән бындай олуғ шәхестәр менән ғорурлан­мау мөм­кин түгел. Тимәк, уларҙың иҫтәлеген мәңге­ләш­тереүҙе бөгөндән хәстәрләргә кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 721

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599