Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Туҡта, тормошоңдо үҙгәрт!”
“Туҡта, тормошоңдо үҙгәрт!” Халҡыбыҙға баҫалҡылыҡ, сабырлыҡ хас. Үҙ-үҙеңде яратыу, үҙеңде һаҡлау, йәлләү тигәнде белмәйбеҙ. Шулай күпме яҡындарыбыҙ фани донъя­нан иртә китә. Ә дөрөҫ йәшәйбеҙме һуң? Бәлки, туҡтап хәл алырға, уйланырға кәрәктер?..
Өс ай элек онкология диспансерынан сыҡтым. Оҙаҡ, бик оҙаҡ дауаландым унда. Һыҙланыу, аһ-зар, үҙәкте өҙгөс әрнеү, үпкә, әсе күҙ йәштәре, өмөтһөҙлөк... Барыһын да күрҙем, кисерҙем, йөрәгемдән үткәрҙем. Йәшәүгә йәбешеү өсөн “һуңғы һалам”... Тап шулай тип ҡабул итә күптәр был диспансерҙы. Ә “яр” ситенә нимә килтереп терәй һуң әҙәм балаһын?


...Йәшләй кейәүгә сығып, бер-бер артлы өс бала таптым. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары. Колхоз тарҡалыу сәбәпле эшһеҙ ҡалған ирем, өмөт­һөҙлөккә бирелеп, эскегә һабыш­ты. Һүҙ әйтеп ҡара – сыраһыҙ тоҡа­нырға тора, типкесләп ырғытыр. Холҡон белгәнгә күрә, бесәй кеүек кенә йөрөнөм, ирем сираттағы “һунар”ҙан ҡайтыуға сабыйҙарымды йоҡлатып өлгөрөргә тырыштым. Артабан нисек йәшәргә һуң? Балаларҙың тамағын нисек туйҙырырға? Бәләкә­семә йәш ярым тула, тимәк, күҙ терәп торған аҡсанан да яҙасаҡбыҙ...
Тәүәккәлләп, күрше райондағы әхирәтем менән бергә ҡырҙан тауар ташып һата башланым. Балалар – әсәйемдә, айнымаған ирем иһә беҙҙең өйҙә юҡлыҡты һиҙмәне лә кеүек. Тәүлектәр буйына өҙлөкһөҙ эшләү, сауҙаға хас ығы-зығы, ғауға, этеш-төртөш... Ямғыр һибәләп тороуға, әсе елдең үҙәккә үтеүенә, күҙ асҡыһыҙ бурандарға, тәнде үтә һуҡҡан сатлама һыуыҡтарға ҡарамайынса, һәр саҡ юлда булыу... Хәлдән тайып йығылыр сиккә еткәндә лә, балаларыңды уйлап, атларға көс табыу... Күҙҙәрҙә нур һүнгән, яурындар һәленгән, ҡулда – ҙур-ҙур сумкалар...
Шулай йылдар үтте. Тырышлыҡ бушҡа китмәй инде: етеш тормошта буй еткергән балаларым, бер-бер артлы мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йорттарында белем ала, эсмәгәненә байтаҡ ваҡыт уҙған ирем хәҙер – һалмаҡ ҡына атлап йөрөгән мыҡты кәүҙәле ҡупшы уҙаман. Бер нигә мохтажлыҡ кисермәй, еңел йәшәйҙәр. Минең һуңғы арала хәлһеҙ йөрөүемә, тиҙ арыуыма ла иғтибар итмәйҙәр кеүек. Аҡса булһа, шул еткән.
Ә минең хәл, ысынлап та, насар ине. Район табиптары баш ҡалаға ебәргәс, түшемдә яман шеш барлығы асыҡланды. Өсөнсө стадия... Ҡайтҡас, был хаҡта яҡындарыма илай-илай һөйләнем. Ә улар ныҡлап төшөнмәне лә шикелле. Әллә ышанманылар, әллә ишетергә теләмәнеләр... Йәйге кани­кулға ҡайтҡан балаларым өндәшмәй генә сығып таралды, ирем телевизорға текәлде. “Ҡапыл әйтеп әллә шаңҡыт­тым инде яҡындарымды?” – тип үҙемде эстән генә әрләргә тотондом. Ә улар икенсе, өсөнсө көндә лә үҙгәр­мәне, хәлемде һораманы, яныма килеп һөйләшеп ултырырға уйламаны. Шул саҡта башыма бер уй килеп бәрҙе: кем һуң мин? Яратҡан әсәйме, һөйөклө ҡатынмы, әллә аҡса табыусы “йөк аты”­мы? Һуңғыһылыр. Тимәк, эшлек­тән сыҡҡас, кәрәгем юҡ хәҙер...
Өйҙән ҡасып тигәндәй дауаханаға килеп яттым. Еңелерәк булып ҡалды. Бындағы күпселек – минең кеүек һуңғы сиккә етеп туғарылған “йөк аттары”. Бер-беребеҙҙең хәлен, һыҙланыуҙарын ҡараштарҙан аңлайбыҙ, ошо хәлгә етеүебеҙҙең сәбәбен эҙләйбеҙ, үткән ваҡиғалар туҡтауһыҙ күҙ алдына баҫа... Дөрөҫ йәшәгәнбеҙме? “Юҡ! – тим үҙ-үҙемә. – Ғаилә хаҡына яңғыҙым барлыҡ донъя йөгөн иңемә алып, бөтәһе өсөн ҙур яуаплылыҡ тойоп, күтәрә алмаҫтай бурыстарҙы атҡарып, үҙемдең кем икәнемде онотҡанмын. Ә бит мин – ҡатын кеше. Эйе, һөйөп-яратылып, наҙланып, донъяға нур сәсеп, һоҡлан­дырып йәшәргә тейешле зат. Аллаһ Тәғәлә беҙҙе шуның өсөн яралтҡан. Ә ниңә төп бурысымдан ситкә киттем һуң? Кем ғәйепле?..”
Шул саҡ күңел төпкөлөмдән иремә булған барлыҡ үпкәләрем урғылып сыға башланы. Ғәфү иттем тиһәм дә, рәнйеүем үтмәгән, тәрәнгәрәк инеп “йәшеренгән” икән. Белгестәр әйтеүен­сә, тап шул үпкә, ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо, төп тәғәйенләнештән ситлә­шеү ҡатын-ҡыҙҙың түшендә, аналы­ғында яман шеш барлыҡҡа килтерә. “Туҡта! – тип бойора кеүек ҡаты сир. – Һин – ҡатын кеше. Дөрөҫ йәшәмәй­һең, тормошоңдо үҙгәрт!”
Эйе, хатаны төҙәтеү бик ҙур тырыш­лыҡ, ихтыяр көсө талап итә. Ваҡытында тотонғанһың һәм теләгең көслө икән, Аллаһ Тәғәләнең ярҙамы менән ба­рыһын да еңеп сығырға була. Һыҙ­ланыуҙан йонсоған хәлһеҙ сағыңда ла доғанан айырылмаҫҡа, күңелеңдә һис кемгә үпкә тотмаҫҡа, тормошто, үҙеңде яратырға кәрәк.
...Яңыраҡ автобуста бер ҡатынды осраттым. Хас та минең йәш саҡтағы кеүек: ике ауыр сумка күтәргән, йөҙө йонсоу, бер яҡ ҡулы шешкән... Яман шеш икәнен шунда уҡ төшөндөм. Аңлатырға тырышыуыма ҡолаҡ та һалмай китеп барҙы. Нисек йәшәйбеҙ беҙ, ҡатындар? Ниңә үҙ-үҙебеҙгә ҡул һелтәйбеҙ?..

(Шишмә районында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519