Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Кемдән көләһегеҙ?..”
“Кемдән көләһегеҙ?..” “Аллаһтан ҡурҡыу тигән ҡайҙа ҡалды,
Зар илар урындарҙа көлгәндән һуң?..”

М. АҠМУЛЛА.

Бер нисә йыл элек сыҡҡан Америка йәнһүрәтендә шундай күренеш бар: алыш барышын ҡарап, ни ҡылырға белмәй аптырап ултырған халыҡҡа “Көлөргә!” тип яҙылған ҡағыҙҙы күрһәтеү менән барыһы ла бөгөлә-һығыла шарҡылдай башлай. Яҡшы кәйеф өсөн бер ниндәй сәбәп булмаһа ла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошолай көсләп көлдөрөү хәҙер беҙҙең йәмғиәткә лә үтеп инә.

Үҙәк телевидениела барған “иң шәп” тапшырыуҙарҙың, сериалдар­ҙың күбеһенең тамашасы иғтибарын шул алым аша яулауы сер түгел. Һүҙ бутҡаһы, мәғәнәһеҙ шаяртыу, көндәлек тормошҡа ҡағы­лышлы тоҙһоҙ көләмәстәр, кемделер эләкләргә маташыу... Быны тамаша ҡылған зал­дағылар, маймылдарса ҡыла­нып, һәр ишеткәненә баш сай­ҡап, “һыны ҡатып”, бер-береһен уҙҙырырға тырышып көлә. Тик күҙҙәре һата үҙҙәрен: ҡараштар ҡоро, һалҡын булып ҡала.
Ҡайҙан килә һуң был яһал­малыҡ? Дин белгестәре әйте­үенсә, әлеге һыҙат бөгөнгө көн менән генә йәшәгән, тик үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан, дөйөм киләсәктең яҙмышы хаҡында уйламаған тәкәбберҙәргә хас. Сифатһыҙ, мәғәнәһеҙ шоу­ҙарҙың күбәйеүе йәмғиәттә тап шундай кешеләрҙең артыуына бәйле. Уларға эйәреп, буштан-буш ауыҙ йырып, ҡул сабып ултырһаҡ, йәш быуын ниндәй өлгө алып үҫер? Ихлас кү­ңел­дән көлөүҙе түгел, ә яһалма, мыҫҡыллы шар­ҡылдауҙы ишеткән бала яҡшынан яманды, дөрөҫлөктән ялғанды айы­рырға өйрәнерме? Һөҙөмтәлә ул яңылыш юлдан китмәҫ тип ышана алабыҙмы? “Көл!” ти­гәнгә көсләп ауыҙ йырып өйрәнгән баланың киләсәктә үҙ фекере булырмы?
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм әйткәнсә, буш менән булышыу, күп һөйләү, мәғәнәһеҙ көлөү, кәрәкмәгән мәғлүмәт еткереү, уны таратыу әҙәм балаһы өсөн бөтөнләй ят булырға тейеш. Әгәр ҙә ки ғәмәлең изге ниәттә, көнкүреш шарттарын, үҙ-ара мөнә­сәбәт­тәрҙе яҡшыртыу маҡ­сатын күҙ уңында тотмай икән, уны баш­ҡармау хәйерле. Файҙаһыҙ эшкә ваҡыт сарыф итеү, башҡа кешеләрҙең тормошонда ҡаҙы­ныу, ғәйбәт һөйләү – ҙур гонаһ. Мәғәнәһеҙ һүҙҙе тыңлағандар­ҙың, бушҡа көлгәндәрҙең иһә аңы томалана, уларҙың фе­керләү ҡеүәһенә зарар килә. Ошо урында Н.В. Гоголдең “Ревизор” комеди­яһындағы Го­родни­чийҙың һүҙҙәрен иҫкә алырға кәрәктер: “Кемдән көләһегеҙ?.. Үҙегеҙҙән!”
Әлбиттә, гелән етдилеккә өҫтөнлөк бирергә тимәгән. Яҡшы кәйеф, һәр көндө йылмайып ҡаршылау, күңел нурын башҡаларға өләшеү – Ислам тәрбиәһенең төп нигеҙе. Тик уларҙа яһалмалыҡ булырға тейеш түгел. Ваҡытында әйтелгән аҡыллы мәрәкә, хикмәтле һүҙ, ихлас көлөү генә күңелде үҫтереп ебәрә, уйланырға мәжбүр итә бит. Йәш быуынға хаҡ юлды тап шундай тәрбиә өлгөһө күрһәтер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 113

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 466

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 100

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 910

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 669

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 255

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 577

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 521

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 531