Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бүлешкәндән бәрәкәт арта
Башҡортостан мо­сол­ман­дарының Диниә назараты рәйесе мөф­төй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмә­нир-рахим!
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ватандаштар, әс-сәләмү-ғәләй­күм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Һәммәгеҙҙе лә етеп килгән Ҡорбан ғәйете менән ихлас күңелдән ҡотлап, иң изге теләктәремде еткерәм. Байрам мөбәрәк булһын, Аллаһ Тәғәлә доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡылһын, донъялар имен торһон, күңелдәребеҙ иман нуры менән тулышһын, иншаллаһ.
“Раббыңдың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал!” – тип бойоролған изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Әл-хәмдү лил-ләһ, был ғәмәлдәрҙе үтәгәндәр йылдан-йыл арта бара, мосолман ҡәрҙәштәребеҙ күпләп иман юлына баҫа.
Мәғлүм ки, ғәйет өс көн дауам итә. Аллаһтың ризалығын өмөт итеп ҡорбан салыу зөлхизә айының 10-сы, 11-се, 12-се көндәрендә башҡарыла. Ит өс өлөшкә бү­ленә. Тәүгеһе ғаилә менән бергәләп ризыҡланыу өсөн булһа, икенсеһе Ҡөрьән мәжлесен үткәреүгә тәғәйенләнә, өсөнсөһө иһә фәҡирҙәргә бүлеп бирелә. Был ғәмәл Хаҡ Тәғәләнең биргән ниғмәттәренә шөкөр итеү, фәҡирҙәргә ярҙам ҡулы һуҙыу, Раббыбыҙҙан гонаһтарҙы юйыуын, һаулыҡ, бәрәкәт бире­үен һорау ниәтендә атҡарыла. Изге ғәйет көндәрендә игелектәребеҙ ишәйә, иманыбыҙ яңыра, күңелдә мәрхәмәт, килер көндәргә ышаныс арта. Мосолмандар мәжлестәр уҙғара, бүләктәр бирешә. Туған­дар, яҡындар менән күрешеү үҙ сиратында тормошҡа ҙур бәрәкәт бирә. Ҡорбан салдырған ғаиләгә килгән сауаптың иһә иҫәбе-хисабы юҡ. Йортҡа иман нуры инә, ул өйҙә генә түгел, күңелдәрҙә тамырлана, шул уҡ ваҡытта доға мәрхүмдәрҙең рухын яҡтырта.
Мөбәрәк зөлхизә айы – хаж ҡылыу мәле. Белеүегеҙсә, был ғәмәл – Ислам диненең бишенсе терәге. Аллаһ Тәғәлә беҙгә уны үтәргә бойорған икән, тимәк, нигеҙендә бөйөк хикмәт ята. Изге сәфәр әҙәм балаһын һәр яҡлап тәрбиәләй. Раббыбыҙҙың рәхмәтен өмөт итеп, хаж ғибәҙәтен үтәгән кеше гүйә ки яңы тыуған шикелле гонаһтан паклана, уның күңеле, рухы яҡтыра. Элек был ғәмәлде атҡарып ҡайт­ҡандарҙың күбеһе халыҡтың яҡын кәңәшсеһе­нә, фекер биреүсеһенә, рухи етәксеһенә әйләнгән, ғилем бирә башлаған, иман йорттары төҙөгән. Хәҙерге хажиҙарыбыҙ ҙа ата-бабабыҙҙың изге юлын дауам итһен, халҡыбыҙ, милләтебеҙ, телебеҙ мәнфәғәтендә хеҙмәт күрһәтһен, Аллаһ уларҙың сәфәренә еңеллек бирһен, ҡылған ғәмәлдәрен ҡабул ҡылһын, Ватанына һау-сәләмәт ҡайтырға насип әйләһен, иншаллаһ.
“Мосолман башҡа ҡәрҙәшенә тел менән дә, ҡул көсө аша ла зыян килтермәҫ”, – тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Ул мәрхәмәтлелеге, шәфҡәтлелеге менән айырылып тора, ризығынан фәҡирҙәргә өлөш сығара, яҡшы кәңәш-фекере аша эргә-тирәһендәгеләрҙең күңелен үҫтереп йәшәй. Иншаллаһ, ошо күркәм сифаттар Ҡорбан ғәйетендә тағы ла артһын, йөҙҙәрҙәге иман нуры сағыуыраҡ балҡыһын, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Аллаһ Тәғәлә бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, күркәм һүҙ-теләк аша йөрәктәргә дәрт, ышаныс өҫтәп йәшәргә насип ҡылһын. Донъябыҙ имен, аралағы мөнәсәбәттәребеҙ татыу, көндәребеҙ тыныс торһон. Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын, киләһе байрамдарҙы ла ҡыуаныс-шатлыҡ менән ҡаршы алайыҡ, иншаллаһ! Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 111

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 465

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 099

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 909

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 668

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 254

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 576

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529