Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өммәтенә оло өлгө
– Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тормошо – һәр мосолман өсөн ҙур үрнәк. Аллаһ рәсүле Ураҙа айын нисек үткәрҙе икән, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Ә. РАХМАНОВ.

Иглин районы.


Башҡортостан мо­сол­мандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Мөбәрәк “Ҡөрьән Кәрим”дә: “Эй, иманлы бәндәләр, һеҙҙең өсөн Аллаһ Тәғә­ләнең пәйғәмбәре – ҙур өлгө. Кем дә кем Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмде Раббыбыҙҙың рәсүле тип таныһа, ҡиәмәт көнөнә ышанһа, был аҙаҡ иҫәпкә алыныр”, – тиелгән.
Пәйғәмбәребеҙ үҙ тормошо менән өммәтенә Хаҡ Тәғәлә ебәргән Ҡөрьән буйынса йәшәү үрнәген күрһәткән. Уның һәр хәрәкәтендә, йөрөш-торошонда Аллаһ һүҙенең тәфсире сағыла.
“Пәйғәмбәребеҙ ниндәй булды?” – тип һорағандар бер мәл хәҙрәти Ғәйшәнән. Яуап шундай булған: “Ул “Ҡөрьән Кәрим”дең үҙе ине”. Эйе, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм изге китаптағы бөтөн ҡағиҙәләрҙе үҙ өлгөһөндә күрһәтә, өммәтенә нисек йәшәргә кәрәклекте аныҡ төшөндөрә.
Мәғлүм ки, “Ҡөрьән Кәрим” изге Рамаҙанда индерелеп, ошо айҙа бөтөн мосолмандарға ураҙа ғибәҙәте фарыз ителә. “Ислам биш терәккә таяна: иман килтереү, намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, зәҡәт биреү, хаж ҡылыу”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Йәғни, бер ҡулыбыҙҙа бармаҡтарыбыҙ бишәү булған кеүек, динебеҙҙең таяныстары ла шул хәтле.
Пәйғәмбәребеҙ ураҙаны нисек тотҡан һуң? Уның хеҙмәтен, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ябай кеше үтәй ҙә алмаған булыр ине. Аллаһтың айырым хикмәте ярҙамында Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм шул ҡәҙәр күп эшләгән, ғәрәп илендәге эҫелектә ураҙа тотоу менән бер рәттән пәйғәмбәрлек вазифаһын бөтөн тулылығында үтәгән. “Ул Рамаҙан айында Ислам ғәмәлдәренә, Ҡөрьәнгә иғтибарҙы тағы ла арттырыр ине, – тип хәтерләгән хәҙрәти Ғәйшә. – Рамаҙандың һуңғы төндәрен мәсеттә ғибәҙәттә үткәрә торғайны”.
Беҙ, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең өммәте булараҡ, изге айҙы уның өлгөһөндә үткәрәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. “Ҡөрьән Кәрим”де уҡыйыҡ, Аллаһ рәсүленең хәҙистәрен өйрәнәйек. Уларҙа тормошобоҙҙо дөрөҫ ҡороу өсөн бихисап аҡыл бирелгән. Ошо хаҡлыҡты күңелгә һеңдереү, файҙаланыу йәшәйешкә ҙур бәрәкәт бирә.
Барыбыҙ ҙа Ислам терәктәренең береһе булған ураҙа ғибәҙәтен үтәргә тырышайыҡ, хөрмәтле йәмәғәт. Ул – ҙур тәрбиә, Рамаҙан айы мәҙрәсәһе. “Кем дә кем ураҙаның ниғмәттәрен татымай ҡалһа, ҙур отолошта булыр, – тигән Пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙисендә. – Рамаҙандың тәүге ун көнө – рәхмәт алыу, урталағылары – гонаһтарҙың кисерелеүе, аҙаҡҡылары тамуҡ утынан азат булыу осоро”.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ураҙаһын күҙ алдына килтереп, уның ошо айҙа бөйөк пәйғәмбәрлек вазифаһын да теүәл үтәгәнен, шул арала ғибәҙәткә ҡарата яуаплылыҡты кәметмәгәнен хәтерҙән сығармайынса, Рамаҙан айында фарыз ҡылынған бөтөн изге ғәмәлдәрҙе атҡарырға яҙһын. Ураҙаның беҙ төшөнөп бөтмәгән хикмәттәре, сауаптары барлығын онотмайыҡ. Рамаҙан айы мөбәрәк булһын, ҡылған ғәмәлдәребеҙ яуап алһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512