Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Өрлөккә ҡыҫтырылған сыбыҡ етмәй”
“Өрлөккә ҡыҫтырылған сыбыҡ етмәй” Яңауыл мәсетенең имам-хатибы Мөхәмәт Яҡуповтың халыҡ алдындағы абруйы хаҡында һүҙ алып барғанда, уны дини йолаларҙы атҡарыу өсөн ауылдан-ауылға йөрөтөүҙәрен телгә алыу ҙа етә. Бихисап кешегә исем ҡушҡан, никах уҡыған, аят бағышлаған, йәсин сыҡҡан ул.


...Сәхибъямал менән Ғәйепйән Яҡуповтарҙың сабыйҙары бер-бер артлы үлеп торғас, сираттағыһын ауылдағы мулла Пәйғәм­бәребеҙҙең исеме менән атарға кәңәш итә. Уҡы­мышлы имамдың юрағаны юш килә: малай ныҡ булып үҫә. Ул осорҙағы барлыҡ ауыл кешеләре кеүек үк, уҙамандың барлыҡ ғүмере колхоз-совхоз хеҙмәтендә уҙа: башта ун йыл машина йөрөтә, һуңынан тракторға, комбайнға ултыра, фермала мал ҡарай. Ҡатыны Фәйрүзә менән биш бала үҫтерәләр.
– Әл-хәмдү лил-ләһ, шул тиклем матур ғүмер иттек, – ти бөгөн инәй. – Ҡайны-бейем менән бергә йәшәп, тәртипле балалар үҫтерҙек. Ирем һәр беребеҙгә ныҡлы терәк булды.
Халыҡтың ҙур ихтирамын яулаған мулланың ҡасандыр дингә килеүен һис тә осраҡлы тип әйтеп булмай.
– Ҡартайымдың дуҫтары күп булды, – ти ул. – Күмәк­ләп намаҙ уҡыйҙар, бәләкәс кенә булһам да, эргәлә­рендә мин дә буталып йөрөйөм. Шул саҡта ҡыҫҡа сүрәләрҙе отоп алғанмын. Ҡалғандарын һуңынан Өфө­ләге мәҙрәсәлә белем алғанда ятланым. Ғөмүмән, дингә ынтылышым бала саҡтан килә. Пенсияға сыҡҡас, бер йыл мәзин булып йөрөнөм, 1997 йылдан иһә имам-хатипмын.
Яңауылдағы мәсетте урын­дағы халыҡ бергәләп күтәргән. Изге эштә ауыл биләмәһенең ул саҡтағы рәйесе Анатолий Мордвинов ҙур ярҙам күрһәткән. Былтыр тирә-яғын күмәкләп кәртәләп алғандар.
– Мәғлүм ки, бәғзе урындарҙа иман йортон төҙөткән ҡайһы берәүҙәр: “Был – минең мәсет”, – тип ысҡындыра. Һөҙөмтәлә халыҡ, һүрелеп, унда йөрө­мәй ҙә ҡуя. Бер кемдең дә улай тип әйтергә хаҡы юҡ, – ти Мөхәмәт Ғәйеп­йән улы. – Аҙна һайын йәмәғәт нама­ҙына йыйылабыҙ. Дини байрамдарҙа мәсеткә кеше айырыуса күп йыйыла. Бәпескә исем ҡушыу, никах уҡыу йолаларын да ошонда атҡарабыҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзеләр ҡауышып та өлгөр­мәй, айырылышып та ҡуя. Холоҡтар тура килмәй, тиҙәр. Яраҡлашырға кәрәк бит һуң. Тәүге мәлдә бер-береңде ғәфү итеп, ниҙелер күрмәмешкә һалышып ғү­мер итһәң, һуңынан йәшәй-йәшәй бер ҡараштан аңлаша башлайһың.
Һикһән йәшлек имам-хатип, әл-хәмдү лил-ләһ, йәштәрсә йүгереп йөрөй. Бының сәбәбен ул намаҙ уҡыуҙа күрә. Әйтеүенсә, ғибәҙәттең тән һәм йән һаулығы өсөн файҙаһы бихисап.
– Аллаһ Тәғәлә намаҙ уҡығандарға һаулыҡты Үҙе бирә, – ти аҡһаҡал. – Изге ғибәҙәтте ҡылмаһам, былай йөрөй алмаҫ инем.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Мин – мосолман!” тип йөрөп тә, Раббыбыҙҙың тыйғанда­ры­нан ситкә китмәгән, ҡуш­ҡандарын үтәмәгән кешеләр байтаҡ.
Борон балаларҙы тотош йәмғиәт күмәкләп тәрбиәләй ине. Берәй малай эш боҙһа, ҡарттар уны янына саҡырып ала ла, ҡолағын бороп, аҡыл өйрәтеп ебәрә. Бала өйөнә ҡайтып ошаҡлаша алмай, сөнки унда ла өрлөккә “тәрбиә” сыбығы ҡыҫтырылған. Ә хәҙер берәйһенең балаһының ҡолағын бороп ҡара!..
Ерҙә ҡалдыра торған иң ҙур байлығыбыҙ – әҙәпле, тәртипле быуын. Шуға күрә тәү сиратта балаларыбыҙға яҡшы тәрбиә бирергә ынтылһаҡ ине. Бының өсөн, әлбиттә, үҙебеҙгә һәр яҡлап өлгөлө, иманлы булыу зарур.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508