Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уйындан уймаҡ сыҡмаҫ, тимә
Уйындан уймаҡ сыҡмаҫ, тимә “Яҡшылыҡҡа әйҙә, ярамаған эштәрҙән тый”, – тиелгән изге Ҡөрьәндә. Тимәк, күҙ алдында башҡарылған насар ғәмәлдәрҙе күрмәмешкә һалышып, битараф йөрөһәк, Раббыбыҙҙың асыуына тейеп ҡуйыуыбыҙ ихтимал.

Һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙә хал­ҡы­быҙҙың йолаларына, диненә бөтөн­ләй ҡағылышы булмаған сит-ят уйын­дарҙы үткәрә башланылар. Шу­лар­ҙың береһе – хәҙер инде киң бил­дәлелек яулап өлгөргән “Хэллоуин” маскарады.
Мәғлүм ки, магазиндан үҙебеҙ өсөн ниҙер – кейемме ул, ризыҡмы – һатып алырға булһаҡ, тәүҙә ентекләп тик­ше­рәбеҙ: ҡайҙа сыҡҡан, ҡулланылыу сро­гы үтмәгәнме, составында ниҙәр бар һәм башҡалар. Хатта ябай ғына ойоҡ­то ла әллә нисә ҡат әйләндереп ҡа­райбыҙ. Шулай ҙа, әйтәйек, Ҡы­тай­ҙы­ҡынан байтаҡҡа ҡыйбат булһа ла, Ишембайҙыҡын алырға тыры­шабыҙ, сөнки ул йылдар һынауын үткән, ышанысыбыҙҙы яулаған.
Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ситтән ингән, балаларыбыҙҙың күңел торошона һәм тотош халҡыбыҙға зыян килтерерҙәй “ауырыу”ҙарға иғтибар итмәй башланыҡ. Киләсәк быуындың хаҡы ойоҡтан да осһоҙораҡҡа төштө­мө ни? Әҙме башҡорттоң милли спорт төрҙәре, йолалары, уйындары? Ә беҙ балаларыбыҙҙы шайтан итеп кейендереп, бер-береһен баҫтыртабыҙ... Хэл­лоуиндың ҡайҙан килеп сыҡҡанын беләбеҙме һуң? Билдәле булыуынса, уның тамырҙары хатта христиан диненә тиклемге дәүерҙәргә барып тоташа. Версиялары бихисап, шуларҙың береһенә туҡталып үтәйек.
Хэллоуин христиан дине ингәнгә тик­лем хәҙерге Британия, Ирландия һәм төньяҡ Франция ерҙәрендә йә­шә­гән ҡәбиләләр араһында уҙғарылған. Үлем аллаһы Сәүүин рөхсәт итһә, баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң ҡәберҙән сығып йөрөп була, тип ышанған улар. Көҙ көндәр һыуынып, ҡараңғы иртә төшә, ер өҫтөндәге тереклек юғала башлағас үтәлгән был йола. Йәнәһе, ошо ваҡытта үлем аллаһы килә. Был төндә друидтар ҡыуыштарҙағы утты һүндереп, уртаға ҙур итеп усаҡ яҡҡан. Улар Сәүүиндең ризалығын алыр өсөн ҡорбан килтергән. Бәғзеләр – аш­лы­ғын, йәшелсә-емешен, икенселәр ма­лын, хатта тере кешеләрҙе ошо усаҡҡа ташлар булған. Сәүүин иһә, йәнәһе, килтерелгән ҡорбандарға туйып, был әҙәм балаларының үлгән туғандарын рәхмәт йөҙөнән ҡәберенән терелтеп сығара. “Байрам”дағы кос­тюмдар ошонан башланғыс алған да инде. Балалар зомби булып кейенә, ҡәберҙән сыҡҡан мәйеттәрҙе кәүҙәлән­дерә... Ер аҫтында оҙаҡ ятып, ныҡ асыҡҡанлыҡ­тан, уларҙы киләһе йылға етерлек итеп һыйларға кәрәк, йәнәһе. Һөҙөм­тә­лә балалар тәмлекәстәр йыйып йөрөй...
Мосолмандар Ураҙа байрамында мәсеткә ғәйет намаҙына бара, Ҡорбан байрамында ҡуй сала; христиандар иһә Раштыуала бутҡа бешерә, йо­мортҡа бүләк итә, сиркәүгә майшәм яндырып ултырта. Ә үлем аллаһының, йәнәһе, мәйеттәрҙе ҡәберҙәренән терелтеп сығарған көнөн билдә­ләгән­дәрҙе кем тип ҡабул итергә тейешбеҙ? “Был “байрам”ды мотлаҡ үткәрергә те­йешһегеҙ!” тип ҡушылғанмы мәк­тәп­тәр­гә? Юҡ. Хэллоуиндан һуң бала яҡ­шыраҡ уҡый башлаймы, спорт яғынан алдынғы булып китәме? Юҡ. Баланың ата-әсәһенә, уҡытыу­сы­лары­на ихтирамы көсәйәме, дине­нә, теле­нә, тыуған еренә һөйөүе артамы? Юҡ. Тимәк, әгәр йәш быуындың үҫешенә бер ниндәй ыңғай йоғонто яһамай, киреһенсә, иҫәрләнергә өйрәтә икән, был сараны ниңә үткәрергә һуң?
Дәүләттең иң көслө ҡоралы – балалар. Уларға бирелгән тәрбиә киләсә­гебеҙгә туранан-тура бәйле. Мәҡәлдә әйтелгәнсә, “Ни сәсһәң, шуны урыр­һың”. Балаларҙы хаҡ юлдан яҙҙыра торған, йәмғиәткә бер ниндәй файҙаһы булмаған шайтан уйындарын тәрәнгә китмәҫ элек туҡтатырға кәрәк. Юғиһә улар, заманында “ҡунаҡҡа килгән” колорадо ҡуңыҙылай, тотош баҡсабыҙға хужалыҡ итеү хоҡуғын даулай башлаясаҡ. Ә үҙ ваҡытында бергәләп күрһәтелгән ҡаршылыҡ, иншаллаһ, ыңғай һөҙөмтә бирмәй ҡалмаҫ.



Автор: Г. ИРХАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 084

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 441

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 975

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 884

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 637

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 234

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 457

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513