Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Түҙемлек бөтһә лә...
– Өфөнән алыҫ райондарҙың береһендә йәшәйбеҙ. Ике балабыҙ бар. Совхоз тарҡатылғас, ирем менән икәүләп эшһеҙ ҡалдыҡ. Үҙем бәйләү, тегеү һөнәрҙәрен белгәнем арҡаһында аҙмы-күпме аҡса табам. Ирем иһә йылдан ашыу инде эшһеҙ ята. Түҙемем бөтөп, айырылыр сиккә етәм дә кире уйлайым. Йәл, ирем минһеҙ нисек йәшәр? Ни эшләргә, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Ә. Ф.

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә Ерҙе яралтып, унда әҙәм балаһына йәшәү өсөн бөтөн мөмкинлекте тыуҙырған. Хоҙайҙың хәлифәһе булараҡ, кеше ошо бүләкте – ғүмер иткән мөхитен, тирә-йүнде – һаҡларға, шарттарҙан файҙаланырға тейеш. “Әгәр дин ун өлөштән торһа, уның берәүһе – ғибәҙәт, ҡалғандары – мөғәмәләт”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мө­хәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙи­сендә. Сауҙа, хеҙмәт, кәсеп итеү, һөнәр алыу, балалар үҫтереү – барыһы ла мөғәмәләткә инә. Ошонан сығып ҡарағанда, Ер йөҙөндә үҙеңә йәшәү өсөн мөмкинлек булдырыу ҙа ғибәҙәткә инә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа бирелгән мөмкинлектәрҙән файҙаланмайынса, ялҡаулыҡҡа, ғәмһеҙлеккә бирелгән кешеләр артты. Араларында ир-аттың өҫтөнлөк итеүе айырыуса хафаға һала. Ҡайһы бер ауылдарыбыҙҙың бәләкәйләнә, көсһөҙләнә төшөүенә лә тап шул ғәмһеҙлек, эштән ҡурҡыу сәбәпсе.
“Ҡөрьән Кәрим”дә әҙәм балаларына ғәмәл ҡылырға, эшләргә бойоролған. Аллаһ Тәғәлә хәрә­кәткә ярашлы бәрәкәтен бирә. “Раббыбыҙ иманлы, һөнәрле бәндәһен һөйә”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Бер саҡ ул барлыҡ ваҡытын мәсеттә уҙғарған кешене күреп, башҡаларҙан: “Был әҙәм көнө-төнө ғибәҙәттә, кем ашата һуң уны?” – тип һораған. “Уның кәсеп менән шөғөлләнгән туғаны бар, шул ризыҡландыра”, – тип яуаплағандар. “Тимәк, был кешегә ҡарағанда, туғаны иманлыраҡ, уның тормошо хәйерлерәк”, – тип һығымта яһаған Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ғөмүмән, мосолман ир-аты илен дә, ерен дә, ғаиләһен дә ҡарарға, һаҡларға тейеш. Шул саҡта уның абруйы ла буласаҡ.
Исламда ғаиләнең баһаһы шул ҡәҙәр юғары. Унда ҡатын-ҡыҙҙың хаҡы айырыуса ҙур. Ғаиләнең усағын һүндермәй һаҡлаған, милләттең, телдең киләсәген тәьмин иткән гүзәл зат вәкиле иренең арҡаһына ышыҡланып, бер ниндәй матди ҡыйын­лыҡ күрмәй йәшәргә хоҡуҡлы. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бының тап киреһенә осрап ҡуябыҙ. Ундай шарттарҙа ғаилә кәмәһенең ҡомға терәлеүе ғәжәп түгел. Шулай ҙа, айырылышыу сигенә еткән хәлдә лә, ҡабаланырға ярамай. Динебеҙ ҡанундарына ярашлы ике яҡтан туғандар килеп, ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәтте яйға һалыуға булышлыҡ итергә тейеш. Кәңәш биреү, яҡшы һүҙ аша күңелде үҫтереп ебәреү – иң изге ғәмәлдәрҙең береһе. Ғаилә һаҡланырға тейеш. Был бурысты үтәү һәр кемгә ҡағыла. Илебеҙҙең, милләтебеҙҙең ныҡлығын һаҡлайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
Ғүмерлек йәреңде һайлау мәсьәләһенә лә бик етди ҡарау мөһимлеге тураһында әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Һәр ғаиләнең, нәҫелдең үҙенә күрә тәрбиәһе бар. Ир менән ҡатын бер-береһен хөрмәт итмәһә, быны күреп буй еткергән балаларға килә­сәктә үҙ ояһын матур итеп ҡороу ауырға төшәсәк. “Сәскә араһында үҫкән бәшмәктән һаҡланығыҙ”, – тигән был йәһәттән Пәйғәмбәребеҙ. Халҡыбыҙҙың “Әсәһенә ҡарап, ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап, улын һайла”, “Атанан күргән уҡ юныр, әсәнән күргән тун бесер” тигән мәҡәлдәре лә ошо ысынбарлыҡты асып һала.
Аллаһ Тәғәлә бер-беребеҙгә ихтирам, хөрмәт күрһәтеп, күңел йылыһын йомарт өләшеп йәшәргә, балаларыбыҙҙы тулы ғаиләлә яҡшы тәрбиә биреп, үҙ өлгөбөҙҙә һөнәргә өйрәтеп үҫтерергә насип ҡылһын, иншаллаһ. Ғүмер бер генә, уны матур итеп үтәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518