Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Зөлхизә айы яҡтыһында
Зөлхизә айы яҡтыһында Көҙгө төн күгендә зөлхизә айы йөҙә. Ҡырыҫ һалҡынлыҡҡа ла, ҡараңғылыҡҡа ла иғтибар итмәй, уларҙы нурлы йөҙө менән ҡаплап, тирә-йүнде йылытырға, балҡытырға тырыша. Зөлхизә кеүек...

...Юғары уҡыу йортона тәүге имтихан­ды бирергә йыйынабыҙ. Йөҙҙән ашыу кешебеҙ, бер-беребеҙҙе бел­мәйбеҙ. Шомло тынлыҡ. Шул саҡ берәүҙең ҡағыҙҙары иҙәнгә ҡойолоп төштө.
– Эй, иҫәүәнмен дә инде! – тип сыңғырлатып көлөп ебәрҙе был ҡыҙыҡай. – Төндәр буйы яҙған шпаргалкаларым... Кемгә кәрәк, һорарһығыҙ. Бында бөтөн һорауҙарға яуап бар.
Ихлас тауыш шомло тынлыҡты ярып үтеп, йөҙҙәргә йылмайыу ҡундырҙы. Көләс йөҙлө Зөлхизәгә тәүге һоҡланыуыбыҙ булды был.
...Икенсе курста политология дәресе. Өлкән йәштәге етди уҡытыусыбыҙ үткән теманы ҡабатлау маҡсатында төркөм­дәшебеҙ Әлфиәне баҫтырҙы. “Нисек яуап бирер? Ул бит олатаһын ерләп, бөгөн иртән генә поезд менән килеп төшкәйне” тигән уй йөрәктән “жыу” итеп үтеп китте. Ул арала уртансы рәттән сағыу тауыш яңғыраны: “Мөмкинме, мин яуап бирәм? Был тема шул ҡәҙәр оҡшағайны – һөйләгем, фекер алышҡым килә”. Зөлхизә! Йәнә ҡотҡарҙы! Ошо дәрес хәтәр күңелһеҙ, тигәйне лә үҙе...
Гелән шулай башҡаларҙы уйланы ул. Бер мәл ҡалала тыуып үҫкән ике сту­дентҡа реферат яҙып биреп, аҡса эшлә­гәйне. Тап шул саҡта төр­көм­дәш­тәребеҙҙән берәү айлыҡ стипендияһын юғалтты. Туҡһанынсы йылдар уртаһы, ҡайҙан нимә табырға белмәгән ҡатмарлы осор. Шаңҡып ҡалған иптәшебеҙгә Зөлхизә шунда уҡ эшләп алған теге аҡсаһын тотторҙо...
Уҡытыусылар алдында ғәйеп­тә­ре­беҙ­ҙе ҡаплаһынмы, күңелһеҙләнгән мәлдә йылмайтып ебәрһенме, Салауат һәйкәле янындағы “пятачок”тан һәр саҡ беребеҙҙе лә ҡалдырмай йыйып алып ҡайтһынмы, ял ваҡытында тыуған төйәге Иҙәшкә алып китһенме – хәстәрлектән өҙмәне төркөмдәшебеҙ. Ҡатмарлы осорға тура килгән студент йылдарыбыҙҙы йылытҡан ҡояшыбыҙ булды. Уҡыуҙы тамамлап, төрлө яҡҡа таралышҡас та беҙҙе Зөлхизәнең хаттары бәйләне. Аҙаҡ иһә, Интернет селтәре йәйелдерелгәс, бер көнгә лә айырылманыҡ, тормошобоҙҙағы һәр ваҡиға уртаҡ шатлыҡ-көйөнөсөбөҙгә әүерелде.
Ә бер мәл... Ҡот осҡос хәбәрҙән тормошобоҙҙоң аҫты-өҫкә әйләнде. “Ҡыҙҙар, миндә – яман шеш...” Донъяны үҙ ҡулында тотҡандай балҡып йәшәгән әхирәтебеҙ һәм ҡурҡыныс сир... Улар араһында бәйләнеш булыуы мөмкинме? Ғүмер буйы изгелек өләшеп, башҡаларҙы ҡайғыртып йәшәгән кеше тормоштоң бындай язаһына лайыҡмы?
Зәһәр ауырыуға ҡаршы аяуһыҙ көрәште Зөлхизә. “Янында илап ебәрермен инде”, – тип ҡурҡып бараһың да, көләс йөҙөн күреп, шат тауышын ишетеп, барыһын да онотаһың. Хатта уның ҡурҡыныс сиргә дусар булғанын да... Шулай һаман да башҡаларҙың күңелен хәстәрләне, яҡшы кәңәштәренән өҙмәне әхирәтебеҙ. Ауырыуының еңелмәҫен белгәс тә ҡаһармандарса көрәшеүен дауам итте. Шәбәйеренә ышанды. Дауаханаларҙың тупһаһын өҙлөкһөҙ тапау, сит илдә оҙаҡ ғазап сигеү – барыһын да ҙур ихтыяр көсө менән үткәрҙе. Ләкин сире лә сигенергә теләмәне, киреһенсә, нығыраҡ ҡарышты.
...Тәбиғәттең һағышҡа сорналған бер көнөндә Зөлхизәнең янына хәҙрәт менән барҙыҡ. Аят уҡыған мәлдә әхирәтебеҙ иҙрәп йоҡлап китте. Һыҙланыуы бындай бәхеттән күптән мәхрүм иткәйне шул уны. Күңелгә шифа бирер доғаларҙан һуң хәҙрәт һорау бирҙе: “Мосолман календары буйынса бөгөн ниндәй көн әле?” Әхирәтебеҙ ҡапыл терт итеп ҡалды. “Зөлхизә айының беренсе көнө бит бөгөн, – тип тулҡынланып бышылданы ул. – Ҡөрьән аятының шундай көнгә тап килеүен әйт әле һин... Һауығырмын, һис шикһеҙ һауығырмын!”
Беҙ ҡайтырға сыҡҡанда әхирәтебеҙ йәнә һыҙлана башлағайны. “Их, эргәмдә берәү аят ҡына уҡып ултырһын ине... – тип шыбырланы ул йәнә. – Тыңлар ҙа тыңлар инем...”
Юлда иһә хәҙрәт бер килке тауыш-тынһыҙ уйланып барҙы. Унан көрһөнөп ҡуйҙы: “Их, әҙәм балаһы... Эсендә ниндәй ут уйнағаны һиҙелеп торһа ла, белдермәҫкә тырыша. Ә күҙҙәрендәге балҡыш, ышаныс!.. Өмөт йәшәтә шул. Күҙ генә тейҙергәндәр балаға... Үҙең ихлас, изгелекле булғас, башҡа бәғзеләрҙең кире уйлы икәнлеге хаҡында ла уйламайһың шул. Һаҡланмайһың. “Күҙ тейеү ҡәбергә илтер”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ...”
Зөлхизә айы үтеү менән һүнде әхирәтебеҙ... Хәҙер күктәрҙә бар донъяны яҡтырта кеүек ул. Ҡара төндәрҙе лә ихласлығы, сағыулығы, көләслеге менән балҡытырға, күңелдәрҙе йылытырға, һалҡындан һаҡларға теләй...






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507