Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шыршы кешегә насар йоғонто яһаймы?
Зәңгәр шыршыларҙың матурлығына һоҡланып туя алмайым. Уны үҙебеҙҙең баҡсаға ултыртырға теләгәйнем, ауылдаштарымдан берәү уйымдан кире ҡайтырға мәжбүр итте. Баҡһаң, ярамай икән: зәңгәр шыршы кешенең тормошона кире йоғонто яһай. Был дөрөҫмө, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

М. РАХМАНҒОЛОВА.

Көйөргәҙе районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Бөтөн нәмәне әҙәм балаһына файҙа булһын тип яралттым”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Тәбиғәттә артыҡ, кәрәкмәгән бер ни ҙә юҡ. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ағас ултыртыу, уларҙы һаҡлау, исраф итмәү – Исламдың бөйөк тәғлимәте. “Әгәр ҙә кемдер иген икһә йәки ағас ултыртһа, уларҙың емешенән йәки күләгәһенән башҡалар файҙаланһа, был эште башҡарған әҙәм балаһына ҙур сауап насип булыр” – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Уҙған быуаттың уртаһында, аҙаҡтарында баҫыуҙар тирәләй, юл буйҙарына бихисап ағас ултыртылды. Хәҙер иһә төрлө ергә сәфәр ҡылған мәлдә күрәм: был үҫентеләрҙең ҡайһы берҙәре ныҡлы тамыр йәйгән, бәғзеләре ҡороған. Үҫеүҙән мәхрүмдәрен ҡырҡып алып, урынына йәш ағас ултыртырға кәрәк тә бит... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байтаҡ урында был эш башҡарылмай. Һөҙөмтәлә төбәктең йәме киткәндәй тойола.
Бер хикәйәтте иҫкә төшөрөп уҙайыҡ. Батша ғәскәре менән ҡырҙа сәйәхәт итеп йөрөй, ти. Бер урында уларға бик өлкән йәштәге бабай осрай. Аҡһаҡал хөрмә ултыртырға тырышып йөрөй икән. Батша уға ҡарап тора-тора ла: “Был ағас бит бер нисә йылдан һуң ғына емеш бирәсәк. Уларҙы ашай алмаҫһың инде...” – ти. “Хөрмәтле батша йәнәптәре, – тип мөрәжәғәт итә аҡһаҡал. – Беҙ ҡартатайҙарыбыҙ ултыртҡан ағастарҙың емешен ашап үҫтек. Минекен дә ейәндәрем, бүләләрем ейер”.
Яуап батшаның күңеленә хуш килә һәм ул ярандарының береһенә бабайға алтын аҡса бирергә бойора. Аҡһаҡал усындағы бүләккә, бер хөрмәгә ҡарап, уйланып тора ла: “Батша йәнәптәре, – ти, – ағастың файҙаһын күрә алмаҫһың, тигәйнегеҙ. Бына бит, ултыртып та өлгөрҙөм, емешен дә бирҙе!” Батша был һүҙҙәрҙән күңеленә йәнә рәхәтлек алып, бабайға икенсе алтын аҡса бирҙертә. “Ғәжәп хөрмә булды бит был, – тип йылмая аҡһаҡал. – Ағас йылына бер мәртәбә емеше менән ҡыуандырыр ине, ә был шунда уҡ икене бирҙе!”
Ысынлап та, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, әҙәм балаһы ағасты үҙе генә түгел, киләһе быуын өсөн дә ултыртырға бурыслы. Тәбиғәтте яҡлайбыҙ икән, был юлды балаларыбыҙ ҙа дауам итер. Улар тәбиғәттең матурлығын күреп үҫергә, уның һаҡланыуына үҙ өлөшөн индерергә тейеш.
Ағас ултыртыу – күңелдең киңлеген сағыл­дырған изге ғәмәл. Был бурыс кемдеңдер ҡушыуы, мәжбүр итеүе буйынса теләр-теләмәҫ кенә башҡарылһа, үҫенте рәтләп тамыр йәйә алмай. Өҫтәүенә ул ағас зарарлы, быныһын ултыртырға ярамай тигән шик-шөбһәгә, шомланыуға урын бирелә икән, эштән яҡшы һөҙөмтә көтөү мөмкин түгел. Һәр ғәмәлгә ысын күңелдән, ҙур ихласлыҡ менән тотоноу зарур. Ә ултыртырға ярамаған ағас юҡ ул. Әгәр зәңгәр шыршы, шулай уҡ башҡалар тап беҙҙең климатта үҫеү өсөн яраҡлаштырылған икән, уларҙы һаҡларға, үрсетергә бурыслыбыҙ. Һәр береһенең хикмәте, төрлө ауырыуҙарға дауаһы барлығын да онотмайыҡ.
Тәбиғәткә һаҡсыл ҡарайыҡ, хөрмәтле йәмәғәт. Уның бәрәкәтендә тирә-йүнебеҙ таҙа, шишмә­ләребеҙ саф һыулы, күлдәребеҙ балыҡлы, урмандарыбыҙ йәнлеккә бай булһын. Һәр ағас, үҫемлек, сәскә, тау, ҡаяһы күңелебеҙгә тик шатлыҡ бирһен, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 977

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 236

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 459

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513