Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡурғандарҙы ҡаҙырға яраймы?
– Тарихты өйрәнеү маҡсатында ҡәберлектәрҙе ҡаҙыу осраҡтары йышайып китте. Дини күҙлектән ҡарағанда, был дөрөҫмө, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Ә. ФӘЙЗУЛЛИНА.
Миәкә районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Ислам дине, әл-хәмдү лил-ләһ, тормоштоң, фәндең бөтөн тарафтарын да үҙ эсенә ала. Айырыуса тарихҡа ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, “Ҡөрьән Кәрим”дә әҙәм балаһын яралтыу, пәйғәмбәрҙәр тормошо аныҡ бәйән ителгән. Араларында Муса, Ғайса ғәләйһис-сәләмдәр тураһында айырым сүрәләрҙә, аяттарҙа ҙур тәрәнлек менән аңлатыла.
Әҙәм балаһы тарихты белергә, өйрәнергә тейеш. Ә ул ифрат күп яҡлы. Кешенең генә түгел, илдәрҙең, ер-һыуҙың, өлкә-тармаҡтарҙың, йәнлектәрҙең һәм башҡаларҙың айырым тарихы бар. Әҙәм балаларының элекке тормош-көнкүрешен өйрәнеүгә һуңғы йылдарҙа тарихсылар айырыуса ҙур иғтибар бирә. Был мәғлүмәтте ҡайҙан табырға һуң? Тарихи китаптарға, шулай уҡ зыяраттарға мөрәжәғәт итеү ҡаралған. Әйтәйек, Ризаитдин бин Фәхретдин үҙенең тарихи китабын зыяраттағы таштан мәғлүмәт алып яҙған. Шул уҡ ваҡытта үткәндәрҙе ҡәберлек, ҡурған ҡаҙып өйрәнеү ҙә – фәнни тикшеренеүҙең бер юлы. Белеүегеҙсә, әҙәм балаһының үҫешен өйрәнгән ғилем бар. Уның эшмәкәрлеге лә, зыяраттағы баш һөйәктәренә ҡарап, был кешенең ҡайһы заманда йәшәгәнен, ниндәйерәк тормош көткәнен билдәләү нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Дин буйынса ҡәбергә 25 йылдан һуң башҡа мәрхүмде ерләргә йә иһә, өҫтөн тигеҙләп, йорт һалырға, баҡса, баҫыу итеп үҙгәртергә мөмкин. Ғайса ғәләйһис-сәләм заманынан ғына иҫәпләп ҡарағанда, өсөнсө мең йыллыҡта ғүмер итәбеҙ. Ә унан алда күпме кеше йәшәгән! Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ер өҫтөндә зыярат булмаған урын бармы икән?
“Һәр эш ниәткә бәйле”, тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Ҡәберлек ғилми маҡсатта, тарихты өйрәнеү ниәтендә ҡаҙыла икән, дин ҡаршы килмәй. Ә инде байлыҡ эҙләү, ҡомартҡыларҙы юҡ итеү ниәте ҡуйылһа, был эш Исламға ла, дәүләт ҡанундарына ла һыймай. Шунлыҡтан ғалимдарыбыҙ, ниндәйҙер ҡурғанды асырға булған икән, Хөкүмәттең айырым органдары аша рөхсәт алырға тейеш.
Ислам – йәшәү рәүеше. Аллаһ Тәғәлә тарафынан ебәрелгән динебеҙ ғилем өйрәнеүгә бер ваҡытта ла ҡаршы түгел. Ҡабатлап әйтәм: тарихты белергә тейешбеҙ. Ә уның иң мөһим өлөшө – шәжәрә. Әгәр “нәҫел ағасы”ндағы һәр кешенең исеме генә түгел, ә уның әүәлге тормош-көнкүреше, ил, милләт алдындағы хеҙмәте һәм башҡалар тураһында ла мәғлүмәтле булһаҡ, киләһе быуындар өсөн ифрат ҙур ҡомартҡы ҡалдырыр инек. Балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ ата-бабаның бөйөк тәжрибәһен өйрәнеп, күркәм юлды лайыҡлы дауам итә аласаҡ. Үткәнен белгән кеше киләсәккә лә ихтирамлы була бит.
Тарихсыларҙың эшендә уңыштар юлдаш булыуын теләйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Уларҙың хеҙмәте ғилемде үҫтереүгә туранан-тура бәйле. Аллаһ Тәғәлә һәр кемебеҙгә үткәндәрҙе ҡәҙерләргә, өйрәнергә, тамырҙарыбыҙға тоғро ҡалып, ата-бабабыҙҙың изге юлын лайыҡлы дауам итергә, илебеҙҙең, төбәгебеҙҙең киләсәге мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәргә, белемгә ынтылыуҙан туҡтамаҫҡа насип итһен, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 514

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 338

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523