Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәләл туризмға хәл етерлекме?
Хәләл туризмға хәл етерлекме? Күптән түгел Бөрйәндәге бер эшҡыуар хәләл туризм асыу теләге менән уртаҡлашты.
– Беҙҙең район – быны тормошҡа ашырыу өсөн иң уңайлы ер, – тине ул. – Данлыҡлы мәмерйәне, ҡурсаулыҡты күрер өсөн халыҡ күпләп килә. Уларҙың араһында мосолмандар бихисап. Шүлгәнташ мәмерйәһенә етәрәк иман йорто бар. Ошонда уҡ йылҡысылыҡ фермаһы эшләй. Тимәк, туристарҙы атта йөрөргә өйрәтергә, улар менән бергә һыбай килеш тәбиғәттең төрлө ҡомартҡыларын күреп әйләнергә мөмкин. Өҫтәүенә ҡунаҡтар ҡымыҙ менән һыйланыр. Эргәнән Ағиҙел аға. Киң йылғала ир-атҡа һәм ҡатын-ҡыҙға һыу инеү өсөн айырым урындар эшләргә була. Ғөмүмән, тырышһаң, булдырырға мөмкин, тип уйлайым. Бөрйәндең киләсәге – туризмда. Был тармаҡты үҫтерергә кәрәк.

Эшҡыуарҙың маҡсаты тормошҡа ашырлыҡмы? Республикала хәләл туризм булдырыу өсөн шарттар бармы? Был йүнәлеш буйынса эшләгән бел­гес­тәр ниндәй фекерҙә? Төрлө урынға шылтыратып, кешеләр менән һөй­лә­шеп, ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап ишетергә тырыштыҡ. Асыҡ­ла­ны­уын­са, республикала туризмдың шәриғәт ҡанундарына ярашлы яңы йүнәлешен үҫтереү ниәте бар. “Хәләл” стандарты буйынса сертификат алырға теләгән компаниялар байтаҡ. Уларҙың вәкил­дәре әйтеүенсә, Ислам ҡанундары буйынса ойошторолған саралар, мә­ҫәлән, йылға буйлап ағыу, велосипед турҙары, мосолмандарҙы ғына түгел, башҡаларҙы ла ҡыҙыҡ­һын­дырасаҡ. Мәҫәлән, Стәрле­та­маҡ­тағы “Арго” туристик компанияһы рәс­ми сайтында үҙен хәләл турҙарҙы ойоштороусы тип таныта. Ул төрлө походтар, йылға буйлап ағыу, һыбай экспедицияға сығыу, велосипед тур­ҙары һәм башҡа хеҙмәттәр тәҡдим итә. Нөгөш һыу һаҡлағысында ком­па­нияның туристик базаһы бар. Рәсми сайтта белде­реүҙәренсә, ял мәлендә иҫерткес эсемлек ҡулланыу, Исламға тап килмәгән, шулай уҡ Рәсәй ҡа­ну­ниәтен боҙған ҡылыҡтар ҡәтғи тыйыла. Компания вәкилдәре әй­­те­­­­үенсә, “Хәләл” стандарты турҙы ойоштороуҙың һәр тармағына – туристарҙы урынлаштырыу, туҡлан­дырыу, хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм башҡалар – ҡағы­ласаҡ. Ислам ҡанундарына яраш­лылыҡты раҫлаған сертификат халыҡта ышаныс тыуҙыра, юғары сифатты гарантиялай, ти улар. “Арго” үҙенең парт­нерҙарын да – туристик базаларҙы, ҡунаҡханаларҙы – “Хәләл” стандарты буйынса эшләргә саҡырырға уйлай. Тимәк, был ойошмаларҙағы шарттар мосол­мандарҙың йәшәйеш талаптарына тулыһынса тап килергә тейеш.
Ә ҡайһы бер туристик ком­па­нияларҙың вәкилдәре был йүнә­лештең ныҡлы йәйелдерелеренә шик белдерә. “Беҙҙең халыҡтың күпселеге путевканың хаҡына өҫтөнлөк бирә, – ти улар. – Ә хәләл туризм, билдәле, ҡыйбатыраҡ буласаҡ”.


Әйүп БИБАРСОВ, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе урынбаҫары:
– Был эштең нескәлектәре бик күп. Беҙҙең республика – күп милләтле төбәк. Дине, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәте бер-береһенән айырылған халыҡтар ял иткән урындарҙа бындай махсус йүнәлеш ойоштороуҙың бик ауырға тура килеүе ихтимал. Эшҡыуарҙарға бит халыҡ кәрәк. Тимәк, улар айырым төркөмдө генә хеҙмәтләндерергә риза булырмы? Хәләл туризм булғас, барыһы ла – йәшәгән йорттоң йыһазландырылыуы, туҡланыу, телетапшырыуҙар, күңел асыу саралары, ир-ат, ҡатын-ҡыҙ өсөн айырым һыу инеү, ғибәҙәт ҡылыу урындары булдырыу һәм башҡалар – Ислам ҡанундарына ярашлы ойошторолорға тейеш. Бер өҫтәлдә мосолман үҙ ризығы менән туҡланып, икенсеһендә башҡа милләт вәкиле сусҡа ите ашай икән, был хәләл туризм, мосолмандың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү буламы? Бының стандартты юҡҡа сығарыуға ла килтереп еткереүе ихтимал бит.
Юҡ, хәләл туризм кәрәкмәй тип әйтмәйем. Уға юл һалынырға тейеш. Тик эште бәләкәйерәк күләмдән башлау кәрәктер. Барлыҡ талап та үтәлә, халыҡ ҡәнәғәт икән, майҙанды киңәйтергә мөмкин. Иманым камил: эште изге ниәттә, ихлас күңелдән башлаған кеше ауырлыҡтарҙан ҡурҡып ҡалмаҫ.

Илшат ХИСМӘТУЛЛИН, туризм буйынса менеджер:
– Минеңсә, республиканың күңел асыу, сәйәхәт индустрияһында хәләл туризм үҙ урынын табырға тейеш. Рәсәйҙәге мосолман төбәге булараҡ, бындай йүнәлеште булдырыу – бурысыбыҙ. Башланғыстың мөһимлеген ныҡлы аңлап, уны үҫтерә алһаҡ, Ислам дине киң таралған илдәрҙән дә туристар күпләп килер ине.
Мәғлүм булыуынса, күрше Татарстанда был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүленә. Һөҙөмтәлә уларға туристар ҙа беҙгә ҡарағанда күберәк килә. Ғөмүмән, бөгөн хәләл ризыҡ, хәләл банк, хәләл шәхси балалар баҡсаһы кеүек төшөнсәләр тарала бара икән, хәләл туризмға ла тотонорға ваҡыт етте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599