Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Заман имамы ниндәй булырға тейеш?
Заман имамы ниндәй булырға тейеш? Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында үткән фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыу­сы­лар ошо һорауға яуап эҙләне.

Кешеләрҙе хаҡ юлға әйҙәү, уларға Ислам дине хаҡында дөрөҫ һәм аң­лайышлы ғилем таратыу – һәр мосол­мандың изге бурыстарының береһе. Был йөкләмә мәсеттә имам вазифаһын баш­ҡарған ир-егеттәр өсөн икеләтә мөһим. Әммә, халыҡты Ислам дине тәғ­лимәттәренә төшөндөрөүҙән тыш, һәр һүҙ­ҙе үҙ тормошоңда ҡулланып, ҡылыҡ­тарың аша дәлилләү яҡшы. Ошонан сығып, конференцияла ҡатнашыу­сылар халыҡта Исламға ыңғай ҡараш бул­дырыуҙа дин әһеленең белеме, ҡиәфәте, тәртибе һәм башҡа сифаттары ла мөһим булыуы хаҡында фекер алышты, сы­ғыштар тыңланы.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә ойошторолған сарала Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нур­мө­х­ә­мәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, уның урын­баҫарҙары Әйүп Бибарсов, Айнур Арыҫ­ланов, республика Башлығы ҡа­рамағындағы Дәүләт-дин мөнәсәбәт­тәре буйынса совет, Баш­ҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының экстре­мизм­ға ҡаршы эшмәкәрлек үҙәге вәкил­дәре, Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығының йәмәғәтселек менән бәй­ләнеш, кадрҙар буйынса урынбаҫары Миңзифа Көмөш­ҡолова, педагогия фәндәре докторы Таһир Әминев, “Их­лас” мәсетенең имам-хатибы Мөхәмәт хәҙрәт Ғәлләмов ҡатнашты.
– Дин әһелен бар яҡлап та тейешле кимәлдә үҫтереү, тәрбиәләү өсөн бер көн генә етмәй, – тине Нурмөхәмәт хәҙ­рәт Ниғмәтуллин үҙ сығышында. – Ислам ғилемгә, яҡтылыҡҡа ғына өндәй. Боронғо осорҙарҙа белемде башлыса дини остаздар таратҡан, һәр кем үҙе уҡытҡан балалар өсөн яуап тотҡан, тотошлайы менән камиллыҡ өлгөһөнә ын­тылған. Әлеге йыйын да респуб­лика­быҙҙың төрлө ауыл-ҡалаларындағы мәсеттәрҙә эшләгән имамдарыбыҙ өсөн ярҙам, үҫешкә этәргес булыр тип ышанам.
Динебеҙ мосолмандарҙан һәр яҡлап та өлгәшеү, төплө белем, тәрбиә, ин­саф­лылыҡ талап итә. Тотошлайы менән ғи­лем эстәүгә бирелеп, көнкүрешкә, йәмәғәткә ҡағылышлы мәсьәләләргә күҙ йомоу, бер яҡлы ғына фекер йөрөтөү бөгөнгө ҡатмарлы, әммә үҙенсәлекле осорҙа йәшәгән мосолман ҡәрҙәш­тә­ребеҙгә зыян ғына. Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән бихисап мөм­кин­лектәрҙе дөрөҫ файҙаланып, эске, тышҡы донъябыҙҙы күркәм итергә тырышыу зарур.
– Урындағы дин әһеленең йөҙөн уның мәсеттә, коллективта, халыҡ араһында алып барған эшмәкәрлеге генә түгел, шул уҡ ғаиләһе, күршеләре, башҡа конфессия вәкилдәре менән булған мөнәсәбәте, әх­лаҡи сифаттары, юғары белеме, миһыр­банлығы ла сағылдыра. Имам­дарыбыҙға ла, ябай халыҡҡа ла ошо яҡлап ыңғай сифаттар тәрбиәләү өҫтөндә эшләргә кәрәк, – тигән һүҙҙәр яңғыраны Әйүп хәҙрәт Бибарсовтың сығышында.
Изге ниәттәге бәләкәй генә эш тә, әгәр ул даими һәм эскерһеҙ башҡарыла икән, ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға күрә лә халҡыбыҙҙың сал тарихында яҡты эҙ ҡалдырған Мифтахетдин Аҡмулла, Ризаитдин Фәхретдин, Әхмәтзәки Вәлиди, Зыя Камали, Зәйнулла Рәсүлев кеүек шәхестәребеҙҙең уҡыу-уҡытыуҙа, ғилем таратыуҙа ҡулланған ысулдарын иҫкә төшөрөп, йәш быуынды, өлкәндәрҙе лә яҡтылыҡ, изгелек, именлек юлына әйҙәп йәшәү, эшләү һәр мосолман өсөн файҙалы һәм сауаплы булыр ине. Заман имамы иһә бар яҡлап камил, кешелекле һәм ғилемле шәхес кимәленә ынтылып йәшәргә бурыслы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 864

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 821

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 890

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 829

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 413

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 967

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 047

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 176

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 942

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 902

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 901

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 117