Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡты арытырға ярамай
– Ауылға ялға ҡайтҡанымда өләсәйем Ҡөрьән мәжлесе уҙғарҙы. Етмеш йәш тирәһендәге инәйҙән аят уҡыуын һоранылар. Өйҙә Ҡөрьәнде үҙаллы өйрәнгәнлектән, сүрәләрҙе ниндәйҙер кимәлдә беләм: мәжлестә тик “Йәсин” сүрәһе яңғыраны. Был дөрөҫмө, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Алдан “Фатиха”ны уҡыу кәрәкмәй инеме?

З. МУСАҠАЕВА.
Балтас районы.

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Ҡөрьән Кәрим” – тормош ҡануны. Уның әҙәм балалары дөрөҫ юлдан барһын өсөн ин­дерелгән ҡағиҙә­ләре нисәмә быуат инде көнүҙәклеген юғалтмай, хатта ки әһәмиәте арта ғына бара.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Ҡөрьән хаҡында оҙон хәҙис әйткән. Унда үткәндәрҙең тарихы, киләсәктең хәбәре барлығы, ғалимдарҙың был аяттарҙан бер ҡасан да туймаясағы хаҡында белдергән. Ни өсөн тигәндә, “Ҡөрьән Кәрим”дә меңләгән төрлө хикмәт ята, ғилем, тәрбиә, иҡтисад, экология, хоҡуҡ һәм башҡа бихисап өлкә яҡтыртылған. Изге китап 114 сүрәнән тора. Уларҙың һәр ҡайһыһы айырым бүлек кеүек. Ләкин береһен дә айырып ҡарарға, быныһы әһәмиәтлерәк, уныһы түбәнерәк тип баһаларға хаҡыбыҙ юҡ. Аллаһ Тәғәлә еткергән һәр һүҙ бөйөк.
“Ҡөрьәндең ҡайһы ере һиңә еңел бирелә, шул тирәһен уҡы”, тиелгән изге китапта. Намаҙҙа, әлбиттә, һәр рәҡәғәт башында “Фатиха” сүрәһе әйтелә. Артабан башҡа аяттар ҡушылып китә. Уларҙы Ҡөрьәндең теләгән еренән алырға мөмкин. Шуныһы ла бар: ғибәҙәтте оҙаҡ итеп ҡылырға кәңәш ителмәй.
Ҡөрьән мәжлесендә Ҡөрьәндең төрлө аяттарын уҡырға мөмкин. “Ниңә быныһын алдың, икенсеһе кәрәк ине” кеүек дәғүәләр урынһыҙ. Шул уҡ ваҡытта, хөрмәтле ҡәр­ҙәштәр, намаҙҙағы һымаҡ талап – халыҡты арытып, оҙаҡҡа һуҙыу килешмәй. Ә әлеге һорауҙа әйтелгәнсә, инәй кеше “Йәсин”де уҡыған. Был сүрәне тамамлау өсөн кәмендә ярты сәғәт ваҡыт кәрәк. Оҙаҡҡараҡ һуҙылып китә бит. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм быны өнәмәгән. “Халыҡты ялҡытырға ярамай”, – тип шелтә белдерер булған ул.
Өҫтәүенә, хөрмәтле йәмәғәт, Ҡөрьән мәжлесендә аятты имам-хатиптың йәки мәсеттә хеҙмәт иткән башҡа диндарҙарҙың уҡыуы яҡшы. Шул ваҡытта тәртип нығыраҡ булыр, ғәмәл дини ҡанунға тап килер. Ҡөрьәнде бит дөрөҫ итеп, еренә еткереп уҡырға кәрәк. Был ғына ла түгел, мәжлес­тәгеләргә вәғәз-нәсихәт тә әйтелергә тейеш. Ғөмүмән, ошо тәртиптән ситкә китмәҫкә тырышыу мөһим. Тимәк, был эшкә имам-хатип, мәсеттә эшләгән башҡа диндарҙар етәкселек итһә, дөрөҫ булыр.
Әл-хәмдү лил-ләһ, һуңғы йылдарҙа мә­сеттәр күпләп асыла, халҡыбыҙ күңеленә иман нуры ҡайта икән, Аллаһ Тәғәлә биргән ошо бәрәкәтте күҙ ҡараһылай һаҡларға, бергәләп кәңәшләшеп эшләргә, дини ҡанундарҙы, Ҡөрьәнде өйрәнергә насип ҡылһын. Шулай булһа, аңлашылмаусанлыҡтар, етешһеҙ­лектәр артта ҡалыр, мәхәлләләребеҙ тулыланыр, йортобоҙҙа, төбәгебеҙҙә ҡот артыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 721

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 598