Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уның тормошо – бәхет ишегенә асҡыс
Уның тормошо –  бәхет ишегенә асҡыс Ярата ла инде американдар төрлө рейтингтар төҙөргә! Иң бай кешеләрҙеке, ышаныслы автомобилдәрҙеке, гүзәл ҡатын-ҡыҙҙыҡы, ҙур уңышҡа өлгәшкән сәхнә оҫталарыныҡы…

Ошо ил вәкиле, электрон китап уйлап сығарған Майкл Харт бер көн: “Ер йөҙөндәге миллиардлаған кеше араһынан кемдәр тарихҡа иң ҙур йоғонто яһаған?” – тип баш ватырға тотона. Был һорауға яуабын ул 1978 йылда донъя күргән, 1992 йылда ҡабаттан баҫылып сыҡҡан “Иң бөйөк 100 кеше” энциклопедияһында кил­терә. Китапта күренекле шәхестәрҙең ҡыҫҡа биографияһы рейтинг систе­маһында бирелгән. Тарихҡа иң көслө тәьҫир иткән кешене билдәләү ниәтен төп маҡсат итеп ҡуйған Харт был исемлектә, мәҫәлән, икенсе урынға фән өлкәһен үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индергән Исаак Ньютонды ҡуйған, туғыҙынсы баҫҡыста – Колумб, 43-сөлә – бактериолог Флеминг, 66-сыла – Иосиф Сталин… Лао-цзы, Иоганн Бах, Фрейд, Кеннеди, Гомер, Елизавета I һәм башҡа шөһрәт ҡаҙанған әҙәм заттарын күрергә мөмкин бында. Ә иң юғары баҫҡыста кем тиһегеҙме? Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм!
“Был ҡайһы берәүҙәрҙе ғәжәплән­дерер, бәғзеләр килешмәй ҙә торор, – тип яҙа автор. – Ләкин Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм – дини өлкәлә лә, донъяуи, фани юҫыҡта ла ғәҙәттән тыш уңышлы эшләгән берҙән-бер кеше. Сығышы менән түбән социаль ҡатлам вәкиле булараҡ, ул бөйөк донъя диндәренең береһенә нигеҙ һалған, ифрат ҙур уңышҡа өлгәшкән сәйәси лидерға әйләнгән. Бөгөнгәсә, үлеменән һуң ун өс быуат үтһә лә, ғаләмдә уның ҡаҙаныштары шауҡы­мы ғәжәйеп ҡеүәтле”.
Ысын бөйөклөк – ябайлыҡта, тиҙәр. Пәйғәмбәребеҙ иҫәпһеҙ һынауҙарҙы үтеп, ауырлыҡтарҙы сабыр кисереп, изге ғәмәлдәрен башҡарып, тауҙар бейеклегендәй дәрәжәләргә өлгәшкән. Тормош уға ҡоласын йәйеп, һәммә рәхәтлеген, байлыҡ-ниғмәтен яуҙы­рырға әҙер булған, данлы ҡалалар, тәхеткә ултыртырға ниәтләп, ишек­тәрен асҡан. Ләкин донъя ләззәттәрен үҙ итмәгән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Бер көн Аллаһ рәсүленең өйөнә килгән Ғүмәр шуны күргән: буш бүлмә, иҙәндә – септә түшәк, мөйөштә – бер үлсәү арпа оно, эргәһендәге сөйгә сүмес эленгән. Барлығы шул! Ғүмәр илап ебәргән: “Византия хакимдары һәм фарсы шаһтары хазинаға сумып йәшәй. Ә Аллаһ илсеһенең байлығы кипкән септәнән ғибәрәт…” “Ғаләмдә бар нәмә Аллаһ Тәғәләнең бойондо­роҡлоғонда, беҙҙеке түгел. Фани донъяла әҙәм балалары йәйге көндә ағас күләгәһендә бер аҙ ял итергә туҡтап, яңынан ҡуҙғалып киткән юлсылар һымаҡ”, – тип яуаплаған Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Тормошҡа бер ваҡытта ла зарланмаған, ­кире­һенсә, рәхмәтле булыуын белдереп, Аллаһ Тәғәләгә гелән тәсбих әйткән ул. Ҙур байлыҡ килһә, уны таң ҡалмалы йомартлыҡ менән ярлыларға таратҡан, мохтаждарға ярҙам иткән.
“Бер әҙәм балаһының рухы ла хакимлыҡ итеү һынауына сыҙай алмай”. Әфләтүндең (Платон) быуаттар төпкөлөнән килгән ошо һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Власть татлы емеш кеүек, әммә күңел өсөн зарарлы. Уның зәһәренән рухты таҙа килеш һаҡлап ҡалыу – ысын мәғәнәһендә мөғжизә. Бөйөктәрҙән-бөйөк кешеләр генә атҡара алған кәрәмәттер ул.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм йәштән үк ырыуҙаштары араһында намыҫлы кеше булараҡ танылған, халыҡ уны хөрмәтләп “әл-Әмин” (тоғро, ышаныслы) тип исемләгән. Нәбилек дәүерендә иһә Аллаһ илсеһенең күңел күркәмлеге тулыраҡ асылған. Пәйғәмбәрҙең ҡатыны Ғәйшә ире хаҡында ошондай иҫтәлектәр һаҡлаған: “Бер кемде лә оялтманы, битәрләмәне, яуызлыҡҡа ғәфү итеү, яҡшы мөнәсәбәт менән яуап бирҙе, ямандан, насарлыҡтан ситләште. Әсиргә эләккәнгә, хеҙмәтсегә, хатта йәнлеккә һуғыу ғына түгел, һаҡһыҙ ҡағылырға баҙнат итмәне”.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең дәүләтендә йәмғиәткә идара итеү дөрөҫлөккә, хәҡиҡәткә нигеҙләнгән. Мәшһүр сәйәсмән, фәйләсүф Лафайет, киң билдәле “Кеше хоҡуҡтары декларацияһы”н нәшер итер алдынан бар юридик системаларҙы өйрәнеп, Ислам хоҡуғының өҫтөнлөгөнә һоҡланыуын йәшерә алмаған: “О, Мөхәммәт! Ғәҙеллектә, хаҡлыҡта шул тиклем юғары күтәрелдең – бөгөнгәсә берәү ҙә тиң түгел һиңә, һуңынан да тиңләшә алмаясаҡ!”
Пәйғәмбәребеҙ түрәләрҙең күбе­һенә хас “һөнәри сир”ҙән – тәкәббер­лектән – азат булған. Мөьминдәрҙе лә үҙен артыҡ ололауҙан киҫәткән: “Дәрәжәмде саманан тыш күтәреп, ҙурламағыҙ! Аллаһ Тәғәлә бит миңә “Рәсүл” тип өндәшер алдынан “Ҡолом” тигән”.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙен бер ҡасан да кемдәндер өҫтөн ҡуймаған. Инсандарҙы ғына түгел, барлыҡ йән эйәләрен ихтирам иткән. Мәҫәлән, бер мәл сиреүҙәре менән ҡайтып килгәндә, алда көсөкләгән эт ятҡанын күреп ҡалған. Хайуанды маҙаһыҙламаҫ өсөн 25 меңлек ғәскәренең юлын үҙгәрткән! Мәртәбәһе менән файҙаланып, машина­һына махсус номер тағып, светофорҙың ҡыҙыл утына ла ҡарамай елдереп үткән әлеге ҡайһы бер башлыҡтар, уларҙың бүтән “аҫыл” ғәмәлдәре күҙ алдына баҫҡан һайын Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең инсафлығы иҫте китәрә.
Тарихта яҡты эҙ ҡалдырырға, абруй ҡаҙанып, коллективта, йәмғиәттә лайыҡ­лы урын алып, булдыҡлылар рәтен тулыландырырға теләмәгән кеше юҡтыр. Уңыш, бәхет ишегенә асҡыс эҙләп, беҙ йыш ҡына ниндәйҙер билдәле замандаштарыбыҙҙың көнит­мешенә күҙ һалабыҙ, уларҙың тәжрибә­һенә таянырға тырышабыҙ. Психолог, тьюторҙарҙың, тренинг үткәреүселәрҙең аҡыл өйрәтеп маташыуын тыңларға әҙербеҙ. Ә меңдәрсә йылдар һуҙымында бәҫен төшөрмәгән, бөйөктәрҙән-бөйөк Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләмдең мираҫына, ниңәлер, мөрәжәғәт итмәйбеҙ. Аҙаҡ үкенерлек булмаһын тиһәк, Аллаһ илсеһенең өлгөһөндә үҫешеү зарурҙыр. Пәйғәмбәребеҙҙең кешелек өсөн үрнәк булыуы – Ҡөрьәндә әйтелгән һәм дәүерҙәр һуҙымында раҫланған хәҡиҡәт, уйлана белгәндәргә ишара.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 063

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 427

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 958

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 863

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 612

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 217

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 441

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505