Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хаҡ юлдан барһын халыҡ!
Хаҡ юлдан барһын халыҡ! Ҡалала Башҡортостандың дәүләт власы, төрлө конфессия, милли берек­мә, йәмәғәт вәкилдәре ҡатнаш­лы­ғын­да “Диндәр аралашыуы һәм милләттәр берҙәмлеге – йәмғиәттәге илһөйәрлек нигеҙе” тигән эшлекле кәңәшмә ойошторолдо. Унда республика Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-дин мөнә­сәбәттәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Максим Михайлов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов һәм башҡалар ҡатнашты.


– Динебеҙ төрлө булһа ла, маҡ­саттарыбыҙ уртаҡ, ҡылған ғәмәл­дә­ребеҙ изге, – тип башланы сығышын Вячеслав Пятков. – Ҡыҙға­нысҡа ҡар­шы, дин, милләт-ара татыулыҡты үҙ итмәйенсә, бысраҡ идеология тара­тыу­сылар, низағҡа юл һалырға тырышыусылар ҙа юҡ түгел. Халыҡты, айы­рыуса йәштәрҙе ошондай хәүеф­тән ҡурсалау – төп бурысыбыҙ. Был мәсьәләне уртаға һалып һөйләшергә, кәңәшләшергә йыйылғанбыҙ.
Республика Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Максим Михайлов, рухи ҡиммәттәргә һаҡсыл ҡарашҡа саҡы­рып, диндең милләттәр араһында берҙәмлек булдырыуҙа тос өлөшөн билдәләп үтте. Сибай ҡалаһы хаки­миәте башлығы Хәлит Сөләй­мәнов иһә ҡунаҡтарҙы урындағы социаль-иҡтисади тормош менән та­ныштырҙы, дини үҙәктәрҙең эше менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе, шулай уҡ бындағы “һаҡаллы” төҙө­лөшкә әйләнгән мәҙ­рәсә бинаһын тиҙерәк сафҡа индереү кәрәклеген әйтте. Башҡа сығыш яһау­сылар диндең изгелеккә, яҡшылыҡҡа, мәр­хәмәтлеккә саҡырған көс булыуын, үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәү мөһимлеген йәнә бер раҫланы. Шулай уҡ радикаль ағымдарға, тыныслыҡты боҙоуға кил­тер­гән алама күренештәргә ҡарата фекерҙәр белдерелде, уларға ҡаршы тороу саралары эҙләнде.
– Милләт-ара сәләмәтлекте ҡаҡ­шат­ҡан сир – нәфрәт. Халҡыбыҙ, айырыуса йәштәр был ауырыуға юлыҡ­маһын өсөн ныҡлы аңлатыу эше алып барыу мөһим, – тине “Башҡорт­остан урыҫтары соборы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Виктор Пчелинцев.
Йыйында Башҡортостан прокуро­рының өлкән ярҙамсыһы Нәркис Алмаҡаев, республика Эске эштәр министрлығының экстремизмға ҡаршы үҙәк начальнигы Алик Минәшәров сығыш яһаны. Нәркис Фәдис улы төбәктә һуңғы йылдарҙа ҡылынған енәйәттәргә туҡталды, йәштәрҙең социаль селтәрҙәге ҡотҡо ауына, секталарға эләгеүе хаҡында һөйләне.
– Кешенең диненән, милләтенән мыҫҡыл итеү, экстремистик әҙәбиәт, нацист атрибутикаһы таратыу өсөн дә хөкөм алдында яуап бирергә тура киләсәк, – тине Алик Малик улы үҙ сығышында. – Һәр граждан терроризм һәм экстремизмдың үтә ауыр енәйәт икәнлеген, ҙур һәләкәткә килтергәнен аңларға тейеш.
Дин иһә бер ваҡытта ла яманлыҡҡа, яуызлыҡҡа өйрәтмәй. Ул борон-борондан тыныслыҡҡа, изгелеккә, хаҡ юл­дан барырға әйҙәр юл булған.
Кәңәшмә һуңында Вячеслав Пятков диндарҙарҙың бер төркөмөнә рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тап­шырҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 113

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 466

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 100

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 910

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 669

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 255

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 577

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 530