Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Атай малы йәл түгел”
– Ғаиләм менән ҡасабала ғүмер итеүемә байтаҡ йыл уҙҙы. Фатир алырға мөм­кинлегебеҙ булмағанлыҡтан, торлаҡҡа түләп йәшәргә мәжбүрбеҙ. Ауыр уйҙарға сумған ваҡытта күңелдә шундай уй тыуа: атай кеше улын өйлө итергә тейеш бит! Мин ниңә ошондай иғтибарҙан мәхрүм?

Н. ИҪӘНОВ.
Иглин ҡасабаһы.

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә ата-әсәгә балалар үҫтереү бурысын йөкмәткән. “Уларҙың сабыйына иң ҙур бүләге – әхлаҡ һәм күркәм тәрбиә”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Ата-әсәнең балаһы алдында бурысының тәүгеһе – уға матур исем ҡушыу. Артабан күркәм тәрбиә, тейешле ғилем биреү, күңеленә туған телгә, дингә һөйөү һалыу, һөнәргә өйрәтеү килә. Йәнә бер бурыс – йәше еткәс, балаға үҙ тормошон ҡорорға булышлыҡ итеү, йәғни был йәһәттән яҡшы кәңәш биреү, һәйбәт ғаилә менән таныштырыу.
Ләкин бөгөнгө йәмғиәттә әлеге мәсьәләгә башҡасараҡ ҡараш йәшәй. Ата-әсәгә талап шаҡтай артып китте. Күптәр балаһына өлкәнәйеп бөткәнсе бурыслы һымаҡ йәшәй, төрлө яҡлап ярҙам итергә атлыға. Ошо урында халыҡтың “Үҙең тапҡан мал булмағас, атайҙыҡы йәл түгел” тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрәйек. Йәғни бала ниндәйҙер ҡаҙанышҡа үҙ көсө менән өлгәшмәй икән, ул ата-әсәһе ярҙамында яуланған уңыштың ҡәҙерен белмәйәсәк. Был йәһәттән билдәле хикәйәтте иҫкә төшөрәйек. Бай сауҙагәрҙең улы аҡсаның ҡәҙерен белмәй икән. Хәҡиҡәтте нисек төшөндөрөргә һуң уға? Уйлана торғас, сауҙагәр улына аҡса эшләп килергә тәҡдим яһай. Егет ризалаша. Өйҙән сығып барғанында әсәһе уны йәлләп, аҡса тоттора. Улы ике-өс көндән ҡайтып инә лә “эш хаҡын” сығарып һала. Атаһы иһә аҡсаны утҡа ырғыта. Егет иҫе лә китмәй ҡарап тик тора, ти. Икенсе тапҡыр ҙа ошо уҡ хәл ҡабатлана. Өсөнсө мәртәбә иһә әсәй кеше улына бер тин дә бирмәй. Ике-өс көндән әйләнеп ҡайтҡан егет аҡсаһын утҡа ырғытырға йыйынған сауҙагәрҙең ҡулына барып йәбешә: “Шул хәтлем көс түгеп табылған аҡсамды ни эшләтәһең ул, атай?!”
Йәнә бер хикәйәткә күҙ һалайыҡ. “Йә, Рәсулуллаһ, миңә ярҙам итегеҙ”, – тип мөрәжәғәт итә егет Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә. “Көсөң юҡмы, ауырыйһыңмы?” “Юҡ, һау-сәләмәтмен, әммә бер ниндәй ҡоралым юҡ”. Пәйғәмбәребеҙ егеткә балта бирә. “Утын ҡырҡ та халыҡҡа һат, – ти ул. – Аҙаҡ хәлеңде һөйләрһең”. Бер аҙнанан егет кире килә. Күренеп тора: ҡарыны туҡ, ҡулында – алтын аҡса, ти...
Ошо хикәйәттәрҙән күренеүенсә, ата-әсә балаһын һөнәргә, хеҙмәт һөйөргә өйрәтеп үҫтерергә тейеш. Кире осраҡта, еңел юл менән йәшәргә өйрәтһәк, берәүгә лә яҡшы булмаҫ. “Ярҙам ниәтендә кешегә балыҡ бирергә түгел, ә ҡармаҡ тотторорға кәрәк”, “Алған ҡулдан биргәне хәйерлерәк” тигән һүҙҙәр ерле юҡтан барлыҡҡа килмәгән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Исламда һөнәр өйрәнеү, ныҡыш булыу, бер-береңә ярҙам итеү, хеҙмәтеңдең емешенән мохтаждарға өлөш сығарыу талабы юғары ҡуйылған. Был – дин ҡәрҙәштәребеҙ өсөн иң ҙур дәрәжә.
“Аллаһ Тәғәлә иманлы, һөнәрле бәндәһен һөйә”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Мосолман биш намаҙҙан башҡа ваҡытын тырыш хеҙмәттә үткәрергә тейеш. Ир-атҡа ғаиләһен яҡшы итеп ҡарау, илен-ерен һаҡлау бурысы йөкмәтелгән. Уңышты көтөп ултырырға ярамай, үҙеңә ҡуҙғалыу, тырышыу, ныҡыш булыу мөһим. Шулай икән, иншаллаһ, тормошобоҙ ҙа, күңелебеҙ ҙә бөтөн булыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 105

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 460

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 994

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 903

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 663

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 250

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 569

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527