Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Үҙем түләйем бит...”
– Ауылдашыбыҙ мәсет асып, уны мәр­хүмә әсәһенең исеме менән атаны. Әл-хәмдү лил-ләһ, иман йортона йөрөйбөҙ, хәйер һалабыҙ, йәмәғәт намаҙҙары уҙға­рабыҙ. Тик шуныһы аңлашылып етмәй: ауылдашыбыҙ мәсеткә үҙен хужа итеп тоя, йыйылған аҡсаны теләгәнсә фай­ҙалана. “Бинаны яҡтыртыу, йыйыштырыу, кәрәк-яраҡ алыу өсөн үҙем түләйем бит”, – ти. Был дөрөҫмө, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Ә. КӘРИМОВА.
Миәкә районы.

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Алдағы вәғәздә­ремдә лә әйтеп үт­кәнемсә, әҙәм ба­лаһы барлыҡ изге эште Аллаһ Тәғә­лә­нең ризалығы өсөн башҡарырға тейеш. Был хаҡта үҙенең мөбәрәк хәҙисендә Рәсүл Әкрам ғә­ләй­һис-сәләм дә әйт­кән. “Изгелекте баш­ҡа­лар күрһен өсөн ҡы­лыуҙы, маһайыу­ҙы, тәкәбберлекте Раббыбыҙ ҡабул итмәй”, – тигән ул. “Ҡөрьән Кәрим”дә лә был турала күп төшөндөрөлә. Мәҫәлән, “Әл-Бәҡара” сүрәһендә былай тиелгән: “Аллаһ Тәғәләнең юлында ярҙам күрһәтеүселәр, хәйер биреүселәр гүйә ки орлоҡ кеүек. Ул үҫеп етеп, ете башаҡҡа әйләнер. Һәр береһендә йөҙ орлоҡ булыр...” Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ихлас күңелдән башҡарылған изге эшкә Раббыбыҙ сауабын арттырып бирә.
Әл-хәмдү лил-ләһ, һуңғы йылдарҙа мәсет­тәр күпләп төҙөлә. Мосолман ҡәрҙәштәре­беҙ­ҙең иманға ҡайтыуы, ата-бабаһының юлы­нан барырға ынтылыуы ҡыуаныслы. Тик, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, мәсетте үҙенең көсөн, мәрхә­мәтлеген күрһәтеү өсөн генә төҙөткәндәр ҙә юҡ түгел. Иман йортон баҡыйлыҡҡа күскән ата-әсәһе, олатаһы, өләсәһенең исеме менән атағандар араһында, төҙөгән бинаһына бө­төнләй хужа булып, имамға халыҡҡа эшләү, аралашыу, ғәмәлдәр ҡылыу мөмкинлеге бир­мәгәндәр ҙә бар. “Бөтөн эш ниәткә бәйле”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Тимәк, әҙәм балаһы мәсетте үҙенең исемен ҡалдырыу, көс-ҡеүәтен күрһәтеү өсөн генә төҙөй икән, Аллаһ Тәғәлә уның ғәмәлен ҡабул итмәй, иман йорто үҙ бурысын атҡармай, уға халыҡ та йөрөмәй. Мосолмандар араһын бутау урыны кеүек килеп сыға.
Ошо йәһәттән бер хәҙисте һөйләп китәйем. Кемдәрҙер мәсет төҙөгән дә Мөхәммәт ғә­ләйһис-сәләмгә килгән. “Иман йортона фатиха бирһәгеҙсе”, – тип мөрәжәғәт иткәндәр. “Сә­фәргә йыйынам, унан ҡайтышлай инеп сығырмын”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Юлда иһә Аллаһ Тәғәлә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә аят төшөргән: баҡтиһәң, фатиха биреүҙе көткән мәсет мосолмандар араһына фетнә һалыу өсөн төҙөлгән икән. Һөҙөмтәлә Пәйғәмбәребеҙ кешеләр ебәртеп, был йортто емерттергән.
Мәсет – Аллаһ Тәғәләнең йорто ул, хөр­мәтле ҡәрҙәштәр. Был хаҡта “Ҡөрьән Кәрим”дә аныҡ әйтелгән. Иман йорто төҙөлөп бөтөү ме­нән халыҡҡа тапшырылырға, рәсми теркәлеү үтергә, барлыҡ документтары, имамы, мө­тәүил­ләте (совет) булырға тейеш. Эшмә­кәрлекте мулланың башҡа дини ҡәрҙәштәребеҙ менән кәңәшләшеп алып барыуы, аңлатыу бурысын даими үтәүе фарыз. Мәсеткә йыйылған аҡсаға килгәндә лә, уны ниндәй маҡсатҡа тотоноу кәрәклеген имам, мөтәүилләт ағзалары кәңәшләшеп хәл итергә тейеш.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә дин юлында бергә булырға, аңлашып йәшәргә, тоғро юлдан тайпылмаҫҡа насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрә­кәтүһ! Амин.










Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 103

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 458

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 991

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 900

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 661

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 248

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 567

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 526