Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡунаҡ йортҡа бәрәкәт алып килә
Ҡунаҡ йортҡа бәрәкәт алып килә Халҡыбыҙҙа Ҡөрьән мәжлестәре уҙғарыу күркәм дини йолаларҙың береһе һанала. Ул, әлбиттә, фарыз ғәмәл түгел, һәр кем теләге буйынса үткәрә.

“Ҡунаҡ йортҡа үҙе менән бәрәкәт алып килер”, – тигән пәйғәм­бәребеҙ Мөхәммәт ғә­ләйһис-сәләм һәм ҡу­наҡ итеү­ҙең хикмәттә­рен өйрәткән. Һәр мәжлес, Ғәйет байрамы­мы ул, әллә никах, исем ту­йы­мы – барыһы ла үҙенсә мө­һим. Уларҙа Ҡөрь­әндән сүрәләр уҡыла, вәғәздәр тың­ланыла. Мәйет оҙатыу, баҡый­лыҡҡа күскәнде иҫкә алыу сараларында ту­ғандар, дуҫ-иш, ауылдаштар бер-береһенең ҡайғыһын уртаҡлаша.
Ғалимдарҙың феке­ре­нә тая­нып, мәжлес­тең шарттарын ҡыҫ­ҡа­са ғына аңлатып, иҫегеҙгә төшө­рөп үтәйем. Ун­да фәҡәт хәләл ризыҡ, ҡатна­шыусылар мосолманса ке­йен­гән булырға те­йеш. Те­ле­фон­дарҙы һүн­де­реү, бер-бе­рең менән һөйләшмәү, са­быйҙарҙы башҡа бүлмәгә индереп тороу, саҙаҡаны күр­һәтмәйенсә, уң ҡулың ме­нән уң ҡулға ихлас күңелдән би­реү шарт. Аш әҙерләгән­дәр­гә үҙ эше менән була­шыр­ға рөхсәт ителә, йәғни уларҙы доға ҡылған һайын саҡырыу мотлаҡ түгел. Имам-хатипты, ҡунаҡ­тар­ҙы матур итеп ҡаршы алыу һәм оҙатыу мөһим.
Ҡөрьән сүрәләре, доғалар уҡып бөтөлгәс, тоҙ ҡабыуға бәйле бәхәстәр сығып тора. Был ғәҙәт Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләмдең хәҙисенән ки­леп сыҡҡан. “Ашар алдынан һәм ризыҡланғандан һуң аҙ ғына тоҙ ҡабып ҡуйған кеше 360 ауырыуҙан һаҡланыр”, – ти­гән Пәйғәмбәребеҙ. Был йә­һәттән заман ғалимы Б. Боло­тов та: “Ундай кешеләр яман сир менән ауырымай”, – тип яҙа.
Мәжлесте йола үтәү түгел, ә Аллаһтың ризалығын алыу, әруах­тарҙың рухын шатландырыу өсөн, Раббыбыҙҙың го­наһ­та­рыбыҙҙы ярлыҡауын һо­рап, балала­рыбыҙҙың дө­рөҫ юлдан барыуын, именлек теләп үткәрергә кәрәк тип иҫәпләйем. Элек ауылдарҙа Ҡөрьән аятын төштән һуң уҡытмаҫҡа тырышалар ине. Сауабы аҙ була, тинеләр. Хәҙер иһә, муллаларға бер көн эсендә ике-өс урынға барырға тура килгәнлектән, һуңлап булһа ла уҡыталар. Дини ос­таздарыбыҙ кешенең саҡыры­уын кире ҡаҡмаҫҡа тырыша. Ҡайһы саҡта, ваҡыт тығыҙ булғанлыҡтан, бәғзе бер муллалар вәғәздәрен ҡыҫҡа тота, уларҙың ҡунаҡ­тар менән ара­лашырға мөм­кинлеге лә ҡал­май. Ә бит хужалар был мәж­лесте йы­йыр өсөн әллә күпме көс түк­кән, бар хәленсә тырышҡан. Улар бала­лары­ның да өгөт-нәсихәт тыңла­уын, дингә яҡы­найыуын өмөт итә. Ләкин, ал­да әйтелгән сәбәптәр буйынса, мәжлестең төп ниге­ҙе ашау-эсеүгә генә ҡайтып ҡа­ла кеүек. Ошоға ныҡ күңе­лем әрней. Был, әлбиттә, ғи­лем­ле хәҙрәттәр етешмә­гән­лек­тән килеп сыға.
“Аллаһ юлына хикмәт, күр­кәм вәғәз менән саҡырығыҙ”, – тиелгән изге “Ҡөрьән”дә. Ға­лимдар мәжлес­тә ҡулды бик оҙаҡ күтәреп тороп доға ҡы­лыуҙы хупламай. Шулай уҡ әруахтарға аят бағыш­ла­ғанда хужаның ҡағыҙ тултырып яҙған исемлеген уҡыу­ҙың кәрәге юҡ, ти уҡымышлы хәҙ­рәттәр. Дө­йөм­ләштереп әй­теү мөһим. Хужа был исем­дәрҙе эстән генә уйлап ултырырға тейеш, йә булмаһа, үҙе тиҙ генә әйтеп сыҡһа ла була.
Ниндәй сәбәп менән уҡыл­һа ла, Ҡөрьән – Аллаһ Тәғә­лә алдындағы сауаплы ғә­мәл. Бағышлау ҡыҫҡа, үҙенә күп мәғәнәне туплаған доға ме­нән башҡарылһа, күркәм бу­ла, тип уйлайым. Хәйер бир­гән­дә лә махсус доғалар уҡыл­һа, яҡшы­раҡ. Мәйетте көткән­дә иһә һүҙле доға ҡылыу килешмәй.
Артабанғы һүҙем исраф ту­раһында. Һәр сараны ғаи­лә­нең матди хәленә зарар кил­тер­мәйенсә, ғәҙәти рә­үеш­тә үткәрергә тырышыу зарур. “Исраф итеүселәр – шайтан­дың бер туғандары”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Хәҙер иһә аш-һыу бигерәк күп әҙерләнә. Әллә йомарт­лыҡ күрһәтәбеҙ, әллә бите­беҙгә ҡыҙыллыҡ килмәһен тип тырышабыҙ. Ныҡ туйған тамаҡ иһә йөрәкте томалай, фекерләү ҡеүә­һен кәметә. Шуның өсөндөр инде, доға ҡылынғас, ниңә килгәнде лә онотҡандай, гөрләшә баш­лай­быҙ. Мулланы оҙатҡас, яу­лыҡ­тар сиселә, беләктәр, аяҡ­тар күренә. Ә ундай ерҙән фәрештәләр ҡаса. Тимәк, мәж­лесте файҙаһыҙға үткәр­ҙек килеп сыға түгелме?
Саҙаҡаны күп таратыу ҙа исрафҡа инә. Яулыҡ, таҫта­мал­ға ҡушып, аҡса ла өлә­шәбеҙ. Хужа, әруахтың (кем­гә доға ҡылдыра) рухына бағышлап, хәйерҙе тотошлай бер генә мохтажға биреп, уны шатландырһа, сауаплыраҡ бу­ла түгелме? “Ашағыҙ, эсегеҙ, саҙаҡа өләшегеҙ, ләкин исраф һәм тәкәбберлек ҡушылма­һын”, – тигән бит Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең мөбәрәк хәҙисендә. Мәжлестә­ребеҙҙе аңлы рәүештә, файҙалы, күңе­лебеҙҙе, дини ғилемебеҙҙе үҫтерерлек, балаларыбыҙға матур үрнәк күрһәтерлек итеп үткәрергә өйрәнһәк ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Мутал Закирьянович Рәмов
    Мутал Закирьянович Рәмов от 14.03.2017, 12:57
    Бик тә фәһемле фекерҙәр! ысынлап та, һуңғы йылдарҙа аят мәжелестәренә барһаң, хәйер таратыу үҙе генә бик ҙур ваҡытты ала. Бер-береңә аҡса менән алыш-биреш инде, ҡыҫҡаһы... Унан ҡайһы бер муллаларҙың доға ҡылғандағы хәбәрҙәрен тыңлап, ҡулдар талып китә, аҙағына барып еткәненсә, башта нимә һөйләгәнен онотаһың... Тағы ла, ҡайһы бер яҡтарҙа мулла булған кешеләр: "хәйерен ни тиклем күберәк бирһәң, сауабы ла шул тиклем ҙурыраҡ була..." - тигән аҫтыртын хәбәр таратып, нисек тә күберәк аҡса алыу яғын ҡайыра. Ә бит бер тин дә хәйер, мең һум да - хәйер!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 907

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528