Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ялдың әһәмиәте ниҙә?
– Һуңғы осорҙа һәр йыл башын оҙаҡҡа һуҙылған ял көндәре менән башлайбыҙ. Был дөрөҫмө, буш ятып, иҡтисадҡа зарар килтермәйбеҙме, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Алмас МУЛЛАГИЛДИЕВ.

Дәүләкән ҡалаһы.

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Кеше һәр заманда ла эшләп йәшәгән, хеҙмәте аша үҙен, ғаиләһен ҡараған, йәмғиәттә абруй ҡа­ҙанған. Төрлө ха­лыҡ­тың бо­рон-борондан һаҡланып, киләсәк быуындарға тапшырыла килгән шөғөл­дәренең нигеҙендә лә әҙәм балаһының ҡул көсө, тырыш­лы­ғы ята. Ғөмүмән, тормош хеҙмәттән ҡорола, унһыҙ алға китә алмай. Мәҫәлән, бәләкәй ауылдарыбыҙҙы ғына алып ҡарағанда, уларҙы фәҡәт уңған, тырыш, хәстәрлекле, маҡсатлы замандаштарыбыҙ күтәреренә өмөт бағлайбыҙ.
Айырыуса йылдам үҙгәреш, көн дә ниндәй­ҙер яңылыҡ кисергән заманда йәшәйбеҙ. Олуғ Мостай Кәрим әйтмешләй, “бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ”быҙ. Аллаһ Тәғәлә тарафынан һәр кемгә тик бер тапҡыр бүләк ителгән ғүмерҙе шулай янып-көйөп үтергә тейешбеҙҙер ҙә, әммә был мөмкин түгел. Пәйғәмбәребеҙ Мө­хәммәт ғәләйһис-сәләм дә үҙенең мөбәрәк бер хәҙисендә хеҙмәттән айырылып, күңелгә ва­ҡыты-ваҡыты менән ял биреп тороу мөһимлеге хаҡында әйткән. “Әгәр ул арыһа, һуҡырая, изгелектәрҙе күрмәй башлай”, – тигән. Кешегә ҡанун буйынса ла аҙна һайын бер-ике көн, йылына бер ай һәм унан күберәк ял бүленә. Өҫтәүенә йыл башында күпмелер хәл йыйыу мөмкинлеге бар икән, был һис тә насар түгелдер. Һәр кем был оҙайлы ял көндәрен нисек үткәререн алдан планлаштырып, уларҙы файҙалы итеп уҙғарырға тейеш. Әйтәйек, сәйәхәткә сығып, донъя күрергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта туғандарҙың хәлен белеү, аралашыу, фекер алышыу, һаулыҡты хәстәрләү, балалар менән бергә булыу алдағы көндәргә ҙур бәрәкәт, күңелгә һиллек килтерер. Ял көндәрен ошондай яҡшы ниәттәр менән, файҙалы итеп үткәреүгә Ислам бер ваҡытта ла ҡаршы түгел. Аллаһ Тәғәлә тарафынан үлсәп бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен белеү, ваҡытты бушҡа уҙғармау зарур.
“Буш ятып, иҡтисадҡа зарар килтермәй­беҙме?” – тип борсолоуын белдергән Алмас ҡәрҙәш. Беренсенән, әйтеп киткәнемсә, буш ятыу һис тә дөрөҫ түгел. Мосолман бер ва­ҡытта ла ваҡытын тиккә әрәм итмәй. Икен­сенән, ял көндәрен матур, күңелде үҫтерерлек итеп уҙғарһаҡ, иҡтисад бер ҙә зыян күрмәҫ, киреһенсә, алға ғына китер. Ни өсөн тигәндә, сәйәхәт ҡылып, туғандары менән осрашып, фекер алышып, әлегәсә башҡарған ғәмәл­дәренә байҡау яһап, уйланып, кәмселектәрен ҡабатламаҫҡа ниәт итеп, рухланып эшкә тотонған кешенең хеҙмәте татлыраҡ емеш бирер, бәрәкәтлерәк булыр.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә динебеҙ биргән күркәм тәрбиәне ҡулланып, байрамдарҙы, ял көндәрен айыҡ килеш матур итеп үткәрергә, аралашып йәшәргә, туғанлыҡ хистәрен нығы­тып торорға насип ҡылһын ине. Шулай икән, иншаллаһ, эшебеҙ ҙә уңышлы, бәрәкәтле булыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 721

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 598