Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡса иҫәпте, дөрөҫ тотонғанды ярата
– Илебеҙ иҡтисади көрсөк кисерә, һумдың баһаһы төштө. Ошондай осорҙа мосолман үҙен нисек тоторға тейеш, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Илнур СӘХИЕВ.
Шишмә районы.

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әс-сәләмү-ғәләй­күм үә рәхмә­тул-лаһи үә бәрә­кә­түһ, хөр­мәт­ле ҡәрҙәштәр! Һеҙҙе яңы миләди йыл башланыр алдынан их­лас сәләмләйем.
Һәр кемде нин­дәй­ҙер яҡты өмөт, ышаныс йәшәтә. Әгәр бындай тойғолар юҡ икән, әҙәм балаһына тормоштоң ҡыҙығы ҡалмай. Сағыштырыу өсөн шундай күренеште бәйән итәм: диңгеҙҙәге ниндәйҙер һәләкәт сәбәпле бер кеше кәмәлә яңғыҙы ҡалды, ти. Ашарына, эсеренә булған хәлдә лә, әгәр ҙә ярға сығырға өмөтө юҡ икән, ул батасаҡ йә башҡа сәбәп менән баҡыйлыҡҡа күсәсәк. Ә инде ҙур ышаныста алда барған әҙәм балаһы, һис шикһеҙ, яҡты маҡсатына өлгәшәсәк.
Һыуға батып барған кешене күҙ алдына килтерегеҙ. Ул тыпырсына, имен ҡалырға тырышып, барлыҡ мөмкинлекте файҙалана икән, Аллаһ Тәғәлә был әҙәм балаһын ярҙамынан айырмаҫ. Ошо миҫалдарҙан күренеүенсә, кеше күңелендәге йәшәүгә ынтылыш ҙур көскә эйә. Яҡты ниәт менән янғандарға Хоҙай булышлыҡ күрһәтмәй ҡалмай. Тимәк, хөр­мәтле ҡәрҙәштәр, көрсөк килә, һумдың баһаһы төштө тип хафаланырға кәрәкмәй. Бындай хәлдәр һәр осорҙа ла булған, улар – ваҡытлыса күренеш. Барлыҡ ауырлыҡты мосолман тырыш хеҙмәт менән еңергә тейеш. Уның өсөн, әлбиттә, һөнәр белеү мөһим. Ауылда, мәҫәлән, көйәнтә бөгөп, һалабаш һыҙырып, батман яһап, арба-сана эшләп әллә күпме файҙа алырға була. Ата-бабабыҙ тап шундай көс менән йәшәгән. Уларҙың тырыш­лығы, эшһөйәрлеге арҡаһында бихисап шөғөлөбөҙ бөгөнгәсә килеп еткән. Әгәр беҙ көрсөк янауына һылтанып, күңелде төшөрөп, битарафлыҡҡа бирелеп ултырһаҡ, үҙебеҙгә лә, милләтебеҙҙең киләсәгенә лә бер ниндәй файҙа килтерә алмаясаҡбыҙ.
Ә һумдың баһаһы төшөүе нигеҙендә, хөрмәтле йәмәғәт, уны дөрөҫ тотона белмәү, исраф итеү кеүек кире күренештәр ята. Әйтәйек, төнгө клубтарҙа кәрәкһеҙгә, мәғәнәһеҙ рәүештә бихисап аҡсаны бушҡа сарыф иткән кешеләр илдең иҡтисади, рухи үҫешенә берәй файҙа килтерәме? Мәктәп, балалар баҡсаһы урынлашыр ерҙә күңел асыу үҙәктәре булдырыу һумдың ҡәҙерен арттырамы? Юҡ, киреһенсә. Аҡса бит иҫәпте, урынлы файҙаланыуҙы ярата. Ғаиләлә лә, мәҫәлән, табышыңды дөрөҫ тотонмаһаң, уңға-һулға осорһаң, бәрәкәт китергә генә тора. Ошонан сығып ҡарағанда ла, һәр эш-ғәмәл илебеҙҙең иҡтисадын уйлап башҡарылырға тейеш. Шул саҡта һумдың баһаһы күтәрелер, Ватаныбыҙҙың көс-ҡеүәте артыр. Алдағы йылдарҙа ла, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ауырлыҡ­тарҙы тырыш хеҙмәт менән еңеп, тапҡаны­быҙҙы дөрөҫ тотоноп йәшәргә яҙһын, Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә именлек, шатлыҡ-ҡыуаныс, бәрәкәт насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599