Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кәңәш биреү ҙә – ҙур сауап
– Хәйер биреү Исламда ҙур урынға ҡуйылған. Ә быға матди хәле мөмкинлек бирмәгән кешегә ни эшләргә, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Зөһрә ХӘСӘНОВА.
Балаҡатай районы.

– Хәйер тигәндә күптәр аҡсалата ярҙамды ғына күҙ уңында тота. Дө­рөҫ түгел. Был ғәмәлдең эсенә бө­төн изгелек тупланған: матди булышлыҡ, тел, ҡул көсө аша күңелде үҫтереү, кәңәш-фекер биреү... Хатта ки кемдер атҡа менә алмай тора икән, уға ярҙам итеп ебәреү ҙә хәйергә һанала.
Шул уҡ ваҡытта барлыҡ изге эштәрҙе Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн башҡарырға тейешбеҙ. Был хаҡта үҙенең мөбәрәк хәҙисендә Рәсүл Әкрам ғәләйһис-сәләм дә әйткән. “Изгелекте башҡалар күрһен өсөн эшләүҙе, маҡтаныуҙы Раббыбыҙ ҡабул ҡылмай”, – тигән ул. Ошоға бәйле хикәйәт тә һөйләп уҙайым. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер саҡ ниндәйҙер сәйәхәт ойоштороу өсөн халыҡтан ярҙам йыйырға булған. Ғәли хәҙрәт булғанын ҙур ихласлыҡ менән бүлешкән. Пәйғәмбәребеҙ уға тиҙ генә доға ҡылған да юлын дауам иткән. Ғосман хәҙрәткә ингән. Уныһы, хәлле кеше булараҡ, бик ҙур ярҙам күрһәткән, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм уға оҙаҡ итеп доға ҡылған. Быны күргән Ғәли хәҙрәт баҙап ҡалған. “Йә, Рүсүлуллаһ, ярҙамды аҙ күрһәткән өсөн миңә ҡыҫҡа ғына доға ҡылдыңмы?” – тип һораған. “Һин барыһын да ысын күңелдән, ихласлыҡ менән башҡарҙың, – тип яуап биргән Пәйғәмбәребеҙ. – Аллаһ Тәғәлә уны ҡабул итте, шуға оҙаҡ доға ҡылыу ихтыяжы булманы. Ә Ғосман хәҙрәттең күңеленә “Иң күп ярҙамды мин күрһәттем, ахырыһы” тигән бәләкәй генә уй ингәйне. Шуның өсөн “Эй, Раббым, ҡәрҙәшебеҙҙең ярҙамын ҡабул итһәңсе”, тип оҙаҡ ҡына доға ҡылырға тура килде”.
Миҫалда күренеүенсә, хәйерҙе Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн биреү зарур. Был хаҡта “Ҡөрьән Кәрим”дә лә әйтелгән. “Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Аллаһ Тәғәләнең юлында ярҙам күрһәтеүселәр, хәйер биреүселәр гүйә ки орлоҡ кеүек, – тиелгән “Бәҡара” сүрәһендә. – Ул, үҫеп етеп, ете башаҡҡа әйләнер. Һәр береһендә йөҙ орлоҡ булыр...” Шуның шикелле, әҙәм балаһының ихласлығына, йомартлығына, хәрәкәтенә, һалған көсөнә Аллаһ Тәғәлә сауабын арттырып бирә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа киң күңеллеләр аҙая барған кеүек. Элек, мәҫәлән, берәй йәш ғаилә барлыҡҡа килде икән, туғандары йә ауылдаш ир-ат йыйылышып, уларға йорт һалып бирер булған. Хәҙер иһә ундай күренеш йәмғиәткә ят була бара. Күп балалы ғаиләләр ҙә аҙая. Ә бит ишлелек – үҙе үк ҙур тәрбиә. Әйтәйек, ғаиләлә бер бала икән, уның күңеленә “барыһы ла миңә булырға тейеш” тигән фекер һалына. Әгәр ҙә ки икәү үҫһәләр, өлкәне бәләкәйенә аҙыраҡ өлөш ҡалдырып булһа ла, бүлеп бирә. Шулай балалар күбәйгән һайын бүлешеү, тимәк, бер-береңә ихтирам, хөрмәт, һөйөү арта бара.
Йәштәрҙең күңелен үҫтереү, уларҙы изгелек ҡылырға өйрәтеү маҡсатында мәхәлләләрҙең мәктәптәргә, I класҡа килгәндәргә, сығарылыш класс уҡыусыларына ниндәйҙер ярҙам күрһәтеүе һәйбәт булыр ине. Мәҫәлән, кескәйҙәргә ун дәфтәр, буяу ҡәләмдәре бүләк итһәң дә, күпме ҡыуаныс буласаҡ! Һөҙөмтәлә, йәш быуындың күңелендә Исламға һөйөү тәрбиәләнер, уға киләсәктә яҡшылыҡ, изгелек ҡылып йәшәргә этәргес бирелер ине.
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, мәрхәмәтте, шәфҡәтте фәҡәт Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн ҡылайыҡ, мохтаждарға, етемдәргә хәлебеҙҙән килгәнсә матди йәһәттән булышлыҡ итәйек, ҡул-тел ярҙамы күрһәтәйек. Быларҙың барыһы ла – ҙур сауап, хәйер. Аллаһ Тәғәлә, иншаллаһ, күңелебеҙҙе киң ҡылып, мәрхәмәтле, шәфҡәтле булырға насип ҡылһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599