Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҙур белгес һәм дин әһеле
Ҙур белгес һәм дин әһеле
Быйыл күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең элекке Думаһы депутаты, дин әһеле һәм мәғрифәтсе, Башҡортостан автономиялы республикаһы Диниә назаратының беренсе мөфтөйө, Бөрйән-Түңгәүер кантонының тәүге рәйесе, Ырымбур губернаһының почетлы гражданы ахун Шаһишәриф Мәтиновтың тыуыуына 160 йыл тулды. Баймаҡ районында һәм Сибай ҡалаһында ошо датаға бағышлап төрлө саралар үткәрелә. Күптән түгел, 14 июндә, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты һәм Баймаҡ районы хакимиәте башланғысы менән арҙаҡлы ахундың тыуған ауылы Атанғолда Мәтиновтарҙың шәжәрә байрамы ойошторолдо. Ошо уҡ көндө Моҫтай ауылында эшҡыуар Фәнис Кәримов төҙөгән мәсетте асыу тантанаһы булды. Мәсеткә халыҡтың һорауы буйынса “Шаһишәриф” исеме бирелде.

Олуғ шәхес Шәһишәриф Мәтинов 1854 йылдың февралендә Ырымбур губернаһы Верхнеуральск өйәҙе­нең Наҙар (Атанғол) ауылында затлы ғаиләлә тыуған. Уның ҡартатаһы Сиксәнбай — зауряд-яҫауыл, ә атаһы Мидәтғәле обер-офицер дәрәжәһендә 2-се Бөрйән волосының 4-се йорто стар­шинаһы булған. Атаһының дворян чинын йөрөткәнлеге, йәштәргә белем биреү ниәте менән 1870 йылда атаҡлы Мул­лаҡай мәҙрәсәһен төҙөүҙә, асыуҙа ҡат­наш­ҡанлығы ла билдәле.
Шаһишәриф Мәтинов башланғыс дини белемде Моҫтай мәҙрәсәһендә ала. 1867 йылдан алып был мәҙрәсәлә “Изге хажи” исемен йөрөткән Мөхәмәт хажи Аҙна­ғолов (1833 йылғы) имам-хатип һәм мөғәллим вазифаларын үтәгән була.
Урта белемде иһә Шаһишәриф атаҡлы Муллаҡай мәҙрәсәһендә ала. Бында уның менән бер осорҙа киләсәктә миллионер сәнәғәтселәр буласаҡ Шакир һәм Закир Рәмиевтәр ҙә уҡый. Уларҙың дуҫлығы оҙаҡ йылдар һаҡлана.
Муллаҡай мәҙрәсәһен тамамлағас, Шаһишәриф атаһының кәңәше һәм Юрматыла йәшәгән Вәлидовтарҙың тәҡдиме буйынса Ҡазан губернаһында урын­лаш­ҡан Ҡышҡар юғары мәҙрәсәһенә юллана. Унда Әхмәтзәки Вәлидиҙең олатаһы Хә­биб­назар (әсәһе Өммөлхаят яғынан), ата­һы Әхмәтша хәҙрәттәр ҙә белем алған. Ирәндек буйында йәшәгән Мәтиновтар менән Юрматынан Вәлидовтар ара­һындағы дуҫлыҡ оҙаҡ йылдар дауам итә. Шаһишәриф ахундың улы Әбделхаҡтың һөйләүе буйынса, уның ҡартатаһы Мидәтғәлиҙең бер ҡатыны Вәлидовтар нәҫеленән булған. Ошо мәҡәләнең авторына заманында Әбделхаҡ Шаһишәриф улы менән осрашырға тура килгәйне.
Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең «Хәтирәләр» китабында Шаһишәриф Мәтиновты «ата­йымдың дуҫы» тип яҙа. 1906 йылда Әх­мәтша Вәлидов улы Әхмәтзәки менән Ирәндек буйында сәйәхәт иткәндә Кү­сей­ҙә Рәмиевтәрҙә һәм Атанғолда Мәтинов­тарҙа ҡунаҡ булып китә. 1912 йылда Әхмәтзәки Бөрйән башҡорттары еренә килеп, фольклор һәм тарих материалдары йыйып йөрөгәндә лә Атанғолда туҡтала. Ә инде Шаһишәриф Мәтинов 1908 һәм 1912 йылдарҙа Вәлидовтарҙа ҡунаҡта була.
Шаһишәриф Мәтинов, Ҡышҡар мәҙрә­сәһен тамамлағас, тыуған яҡтарына ҡайтып, Темәс урыҫ-башҡорт мәктәбендә мөғәллим булып эшләй. Ошо осорҙа ул шәхси дәрестәр алып, урыҫ телен ныҡлап үҙләштерә. 1880 йылда имам-хатип дәрә­жәһендә тәүҙә Моҫтай мәҙрәсәһендә эш­ләй, унан Ырымбурҙағы Каруанһарай мәсетенең имамы була. Был осорҙа ул үҙен ҙур дини белгес һәм эшлекле хеҙмәткәр итеп таныта, халыҡ араһында ҙур абруй ҡаҙана. 1890 йылда Диниә назаратының тәҡдиме буйынса Бөтә Рәсәй Мәкәрйә (Түбәнге Новгород) һәм Ирбит (Пермь) йәрминкәләрендә бер ни­сә мәртәбә ахун булып торған, дини хеҙмәткәр, дәүләт кәңәшсеһе, тәржемәсе лә һаналған. Шулай итеп, яҡташыбыҙ Рәсәй күләмендә ҙур белгес һәм дин әһеле булып танылған.
Бынан һуң Ырымбур губерна канцеля­рияһында тәржемәсе һәм оҙаҡ йылдар Орск өйәҙенең ахуны, йәғни дин һәм мәктәптәр бүлеге мөдире вазифаларын үтәгән ул. Шаһишәриф Мәтинов етәксе­легендә Орск өйәҙендә күпләп мәҙрәсә­ләр һәм йәдитселек программаһы бу­йынса эшләүсе мәктәптәр, китапханалар асылған. Бер Бөрйән волосында ғына ла урта белем биреүсе I Этҡол (1891), Таналыҡ-Баймаҡ (1891), Юлыҡ (1898), Билал (1898) урыҫ-башҡорт мәктәптәре асыл­ған. Ә инде 1893 йылда — Тау­лыҡайҙа Хәлил хәҙрәт Рәхимов, 1891 йылда Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ерендәге Хәлил ауылында Хужәхмәт Йәсәүи Бикмәтов тарафынан урта белем биреүсе дини мәктәптәр булдырылған. Аҡһаҡал Ғәйнис­лам Бураншин һөйләүенсә, 1914 йылда Иҫән ауылында яңыса мәҙрәсә асыуға Шаһишәриф ахун үҙе килгән һәм шун­дағы сығышында былай тип әйткән: «Йәш­тәр, уҡығыҙ, белем алығыҙ! Милләтебеҙҙең киләсәк яҙмышы — белемлелектә». Бынан тыш, китапханалар ҙа асылған. Ахун хатта үҙенең өйөн китапханаға биргән, Темәстә иһә земство китапхана­һы булдырылған. Бына шулай миллә­тенең яҙмышын ҡайғыртҡан ул.
Һис шикһеҙ, Шаһишәриф Мәтинов үҙенең уҡымышлылығы йәһәтенән баш­ҡорт мәғрифәтселәре Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Зәй­­нул­ла Рәсүлев, Ризаитдин Фәх­рет­динов, Ғабдулла Сәиди һәм башҡалар менән бер рәткә ҡуйырлыҡ. Ул киң күләмле йәмәғәт эшмәкәре лә булған. Мәҫәлән, 1906 йылда Ырымбур ҡала­һының мосолман халыҡ фирҡәһенә ағ­залыҡҡа ҡабул ителгән. Депутатлыҡҡа һайланыу өсөн мөлкәт цензы етмәгәс, Рәмиевтәр үҙ милкенең бер өлөшөн Мәтиновҡа яҙҙырған, һәм ул Рәсәй Ду­маһына (парламентына) депутат итеп һайланған мосолман фракцияһы ағзаһы булып иҫәпләнгән. Депутат булған осорҙа башҡорт халҡының үҙаллы йәшәүен һәм еренә хужа булыуын талап итеп сығыш яһағаны ла билдәле. Әхмәтзәки Вәлиди «Хәтирәләр» китабында ошоға бәйле бер хәлде яҙып үткән: «Атайымдың дуҫы һәм иҫке «икенсе Дума» ағзаһы Шаһишәриф ахун Мәтинов рәсемдә минең урыҫ дворяндарынан уға таныш кенәзгә йәнәш тороуымды оҡшатмауын белдереп хат яҙҙы. Был кенәз Кочубей (керәшен татары) Мәтинов Дума ағзаһы булғанда башҡорт ере һәм урыҫ күскенселәре мәсьәләһенә ҡағылышлы проекттарҙы кире ҡаҡтырыусыларҙың береһе бул­ған». Тарих фәндәре кандидаты Ф.М. Сө­ләймәнов яҙыуынса, 1-се Думаға ин­де­релгән «Основные положения гражданского равенства» исемле закон про­ектында Ш. Мәтиновтың да ҡултам­ғаһы тора. Тиҙҙән батшаға оҡшамаған Дума (парламент) таратылған, депутаттар үҙ төйәгенә ҡайтарылған.
Шаһишәриф ахун артабан да халыҡҡа хеҙмәт итеүҙән туҡтамай, халыҡ яҙ­мы­шын ҡайғыртып йәшәй. 1907 йылда Ырымбурҙа уның етәкселегендә төҙөлгән «Бөрйән улусының мосолман йәмә­ғәт­селеге» исемле ойошманың уставында былай тип яҙылған: «Общество башкир Бурзянской волости имеет целью просвящать башкир и знакомить с событиями политическими и экономическими, оказывать нуждающимся всевозможную помощь» (Д.Ж. Валеев, «Нравственная культура башкирского народа». Уфа. 1989 г.).
1914 йылда Беренсе донъя һуғышы башланғас, Шаһишәриф Мәтинов Александров исемендәге Шәфҡәтлелек ойошмаһы ағзаһы була, һуғыш инвалидтарына һәм яуҙа һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнаша. Ахундың Муллаҡай ауылында йәшәгән өлкән ҡыҙы Хәҙисә Мәҡсүтова заманында былай тип яҙған: «Атайымдың халыҡ, дәүләт алдында хеҙмәте ҙур булған. Ул ике көмөш миҙал тағып йөрөй торғайны. Улар юҡҡа бирелмәгәндер». Ш. Мәтиновтың беренсе наградаһы, Ф.М. Сө­ләймәнов яҙыуынса, Станислав таҫ­маһына беркетелгән «За усердие» исемле көмөш миҙал булған, ә икенсеһе – билдәһеҙ.
Күп авторҙар яҙыуынса, Шаһишәриф ахун Ырымбур ҡалаһының почетлы гражданы булған. Ләкин шуныһы ғәжәп­лән­дерә: ул күберәк Орскиҙа яуаплы эштәр башҡарған. Бәлки, “Ырымбур губернаһы Орск ҡалаһының почетлы гражданы” исемен йөрөткәндер? Киләсәктә был мәсьә­ләне ентекләп өйрәнеү талап ителә.
ХХ быуат башында Башҡортостанда үҙаллылыҡ өсөн көрәш йәйелдерелгәс, Ш. Мәтинов милли азатлыҡ хәрәкәтенең рухи етәксеһе була. Әхмәтзәки Вәлиди­ҙең сәйәсмән булып ките­үендә уның роле ҙур.
«Хәтирәләр» китабында уның тура­һында былай тип яҙылған: «Беҙгә атайымдың дуҫы, Дума (парламент) ағзаһы Шаһишәриф Мәтинов килде. Ул миңә атайым алдын­да урыҫса өй­рәнеүемде дауам итергә кәңәш бирҙе, мөғәллимлектән бер ни сыҡмаҫ, тине. Урыҫса бик яҡшы белгән был зат ошо килгәнендә Украинала барған үҙ­аллылыҡ хәрәкәттәре хаҡын­да профессор Грушевскийҙың һәм мил­ләттәрҙең хоҡуғы хаҡында профессор Максим Ковалевскийҙың әҫәрҙәрен һи­ҙиә итте. Шуның менән мине үҙ яғына, йәғни сәйәсәт өлкәһенә сығар­маҡсы ине». Үрҙә әйтелгәндәрҙән күрене­үенсә, ахун үҙе лә сәйәсмән булған һәм Әхмәт­зәкиҙе лә сәйәсмән, ғалим итеп күрергә теләгәндер. Ул бының өсөн урыҫса бе­лер­гә һәм башҡа милләттән булған алдынғы ҡарашлы кешеләрҙең хеҙмәт­тәрен өйрәнергә ҡушҡан. «Ахун миңә М. Ковалевскийҙың революцион рух менән яҙылған «Закон ҡоролошонда милләт мәсьәләһе һәм граждандарҙың хоҡуҡи тигеҙлеге» исемле китабын бүләк итте. Бында автор Рәсәйҙәге һәр милләттең үҙе теләгәнсә йәшәргә, милли мәҙәниәтен үҙе белгәнсә үҫте­рергә хоҡуҡлы булыуын билдәләй», — тип яҙа З. Вәлиди.
1917 йылғы Октябрь революцияһы һәм Башҡорт автономиялы республика­һы төҙөлөүе ваҡиғаларын Шаһишәриф ахун Темәс ауылында сағында ҡаршы ала. Ҡайһы бер тарихсылар, ул бында Ырымбурҙан Әхмәтзәкиҙең ҡушыуы буйынса Бөрйән волосында автономияны ойоштороу өсөн ебәрелгән, тип һанай. Темәстә халыҡ йыйыны үткәрәләр, унда ҡатнашыусылар, Башҡорт автономиялы республикаһы төҙөлөү менән ҡотлап, Ырымбурға телеграмма ебәрә. Шаһи­шәриф Мәтиновты ваҡытлыса Бөрйән-Түңгәүер кантонының беренсе рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Ул урында автономия власын урынлаштырыу өсөн ойоштороу эштәре алып бара. Ләкин автономия оҙаҡ йәшәй алмай, 1918 йылдың фев­ралендә Башҡорт Хөкүмәте ағзалары большевиктар тарафынан ҡулға алына. Таналыҡ-Баймаҡта фажиғәле хәлдәр булып ала: Ырымбурҙан автономия һәм армия ойоштороу өсөн килгән Башҡорт Хөкүмәте ағзаларын һәм бер нисә баш­ҡорт офицерын ҡыҙылдар атып үлтерә. Шаһишәриф Мәтиновты ла ҡулға алалар, әммә, оло йәштә булыуы иғтибарға алынып, ул язанан ҡотолоп ҡала.
1918 йылдың авгусында Башҡорт ав­тономияһы өсөн көрәш яңынан тер­геҙе­леп, яҡташыбыҙ прапорщик Мөхәмәт­йән Булатов Бөрйән-Түңгәүер кан­тоны­ның рәйесе итеп һайлана. Ә Шаһишәриф Мәтинов, Башҡорт Хөкүмәте Ырымбур­ҙан Темәскә күскәс, 1918 йылдың де­кабрендә Башҡортостан автономиялы республикаһы Диниә назаратының беренсе мөфтөйө булып китә. 1919 йылдың февралендә, ҡыҙылдарға ҡушылыр алдынан, Темәстә кәңәшмә үткәрелә. Ошо ваҡытта ахундың йөрәге ҡапыл тибеүҙән туҡтай. Большевиктар, мөфтөй тиф ауырыуынан үлде тип, үҙҙәренең бысраҡ эшен йәшерә. Ләкин, балаларының әйтеүенсә, ул ағыуланған. Ошо мәҡәлә­нең авторына бер мәл ахундың улы Абдулхаҡ Мәтинов менән осрашырға тура килгәйне. Ул: «Атайымды дошмандар ағыулап һәләк итте. Ғаиләбеҙҙә бер кем дә тифтан үлмәне», — тип һөйләгәйне. Ахунды ҙур хөрмәт менән Атан­ғолға алып килеп ерләйҙәр. Һуңғы юлға оҙатыуҙа һыбай­лылар полкы командиры Муса Мортазин һәм Әхмәтзәки Вә­лиди ҙә ҡатнаша.
Шулай итеп, бөтә ғүмерен Рәсәй дәүләтенә һәм башҡорт халҡына хеҙмәт итеүгә ба­ғышлаған көрәшсе, Башҡорт автономиялы республикаһын төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан яҡта­шыбыҙ Шаһишәриф ахундың тормошо фажиғәле өҙөлә. Ләкин тормош дауам итә. Уның ике ҡатынынан—Шәһиҙә һәм Шәрифъя­малдан — 11 балаһы, шул иҫәптән дүрт улы ҡала. Абдулхаҡ оҙаҡ йылдар «Ирәндек» хужалығында бухгалтер булды. Мөхәмәтшәкир, Троицкиҙағы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен тамамлап, ауылда мулла булып торҙо. Мирсәйет граждандар һуғышында, 1919 йылда Петроградты Юденичтан һаҡлауҙа ҡатнашҡан, Муса Мортазиндың атлылар дивизия­һында хеҙмәт иткән, эскадрон командиры булған. Һуңынан, НКВД системаһында Ҡаҙағстанда етәксе органдарҙа эшләп, шунда мәрхүм булған. Мөнир Үзбәк­станда яуаплы эштәр башҡарҙы, шунда ерләнгән.
Бөгөн төрлө тарафтарҙа Мәтиновтар нәҫеленән сыҡҡан 100-ҙән ашыу кеше йәшәй. Улар иленә һәм халҡына тоғро хеҙмәт итә. Араларында етәкселәр, инже­нерҙар, уҡытыусылар, табиптар һәм башҡа төрлө һөнәр эйәләре бар.
Халыҡ Шаһишәриф Мәтиновтың изге эшен онотмай. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында үҙгәртеп ҡороу осоронда ахундың исеме халыҡҡа кире ҡайтарыл­ды. Ауыл халҡы уның тыуыуына 140, 150 йыл тулыуҙы киң билдәләне. Ә инде 160 йыллығында шәжәрә байрамы үткәрҙе­ләр. Ошо сара ваҡытында Әхмәр мәктә­бенә уның исемен биреү һәм музей асыу кеүек тәҡдимдәр ҙә булды. Киләсәктә Моҫтай ауылында асыласаҡ туристик базаның программаһында бөйөк ахундың ҡәберенә барыу һәм уны иҫкә алыу сараһы үткәреү ҙә ҡаралһын ине. Шаһи­шәриф Мәтиновтың исемен Башҡорт­остан­дың һәм Баймаҡ районы­ның арҙаҡ­лы шәхестәре исемлегенә инде­рергә, республиканың һәм райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарын­да уға арналған мөйөш булдырыуҙы хәстәрләргә кәрәктер. Былар йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү йәһәте­нән ҙур бер сара булыр ине.
Бөйөк шәхес Шаһишәриф ахун Мәти­новтың тормошон һәм эшмәкәрлеген өйрәнеүҙе республика һәм район йәштә­ре, ғалимдар дауам итер, биография­һында «аҡ таптарға» урын ҡалмаҫ, тип ышанғы килә. Сал Ирәндек күгендә Шаһишәриф ахундың йондоҙо ҡалҡып сыҡты, ул һәр ваҡыт маяҡ булып янып торһон, халҡыбыҙҙы аң-белемгә, мәғри­фәтселеккә әйҙәһен.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599