Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Изгелекле милләтемдең Күңел күктәрен яҡтырт!”
“Изгелекле милләтемдең Күңел күктәрен яҡтырт!”
Районыбыҙҙа 30-ға яҡын мәсет бар. Рамаҙан айы башланыр алдынан, йома көндө, тағы ла бер иман йорто ҡалҡып сыҡты.


Иҫке Күктау халҡы изге эште үҙе башланы: бер йыл элек тап ошо ва­ҡытта ауылдаштар бергәләп иҫке мәсет ихатаһында өмә үткәреп, яңыһына нигеҙ һалды. Төп ниәт, әлбиттә, ди­небеҙҙе үҫтереү, йәштәр күңелендә әхлаҡ, иман тәрбиәләү, эскелекте бөтөрөү, кешеләрҙе дуҫ, татыу йәшәргә өндәү ине.
“Изгелекле милләтемдең Күңел күктәрен яҡтырт!”Тантананы район хакимиәте баш­лығы Илдар Мостафин асты. Ауыл халҡына изге теләген шулай уҡ Юғары мөфтөй, Рәсәй мосол­ман­дарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, респуб­ликаның ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ф.Р. Шәйхетдинов, Иҫке Күктау ауыл Советы хакимиәте башлығы Р.М. Мөбәрәков, Илеш, Баҡалы райондарының имам-ахуны Рөстәм хәҙрәт Абушахмин, Баш­ҡорт­остандың халыҡ яҙыусыһы, яҡташыбыҙ Суфиян Поварисов, “Урожай” хужалығы етәкселәре еткерҙе.
Тарихҡа килгәндә, Бөйөк Ватан һу­ғышы осоронда, 1944 йылдың яҙында, баҫыуҙа көҙҙән ятып ҡалған башаҡ­тарҙы йыйып ашап, ауыл халҡы күпләп ағыуланған. Һанаулы көндәр эсендә уларҙың яртыһы һәләк булған, ҡай­һылары тотош ғаиләһе менән үлгән. Ошо ҡорбандарҙың рухына бағышлап, таҡтаташ асылды.
Тантаналы сара шундай һүҙҙәр менән тамамланды:
“Изгелекле милләтемдең
Күңел күктәрен яҡтырт!
Көлөп торһон киләсәктә
Һәр бер ғаилә, һәр бер йорт!”
Унан, ҡорбан салынып, аш әҙер­ләнде.
Иҫке Күктау – Илештә иң төҙөк, матур ауылдарҙың береһе. Халҡы тырышлығы, уңғанлығы менән айырылып тора. Манараһы күккә олғашҡан, ихатаһы сәскәгә күмелгән, ҡоймалары әкиәт илен хәтерләткән иман йорто был күркәмлекте тағы ла арттырҙы. Барлыҡ ауыл халҡының, эшҡыуарҙарҙың, ситтә йәшәгән яҡташтарҙың күңел йылыһы һалынған бит уға!



Раушания СӘХӘҮЕТДИНОВА, эшҡыуар:
– Ауылымда – тарихи мәл. Ошондай күркәм мәсет асылыуына ифрат шатмын. Тыуған ауылымдың яҡты киләсәгенә ышанысым ҙур.

Әлмир МӨХӘРЛӘМОВ, Өфө ҡалаһы:
– Студент сағымда уҡ мәсеткә барып хәйер һала торғайным. Хәҙер тыуған төйәгемдә лә ошондай рух мөйөшө асылды. Иман йортона инеп, хәйер биреү, доға ҡылыу, юлға фатиха алыу һәр ауылдашымдың тормошона бәрәкәт бирер, иншаллаһ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599