Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Соҡоройҙоң, Кейековтың вариҫтары улар!
Соҡоройҙоң, Кейековтың вариҫтары улар!
Йыл һайын тәбиғәттең әлеге гүзәл, илаһи миҙгелендә Тәтешле районы мосолмандары күркәм байрам ойоштора. Быйыл да үткәндәрҙе иҫкә алыу, киләсәккә ниәттәрҙе барлау, шатлыҡтарҙы уртаҡлашыу маҡсатында Күрҙемгә йыйылдылар.



Был матур байрам ауылдың имам-хатибы Мәғҙән Атнабаевтың тырышлығы менән даими уҙғарыла. Йыйынға йыл да республика райондарынан ғына түгел, Өфө, Ҡазан ҡалаларынан, Пермь крайынан бихисап ҡунаҡ килә. Араларында дин белгестәре, ғалимдар ҙа күп була. Һәр сара бай йөкмәткеле булыуы менән иҫтә ҡала.
Быйылғы байрам да асыҡ һауала, данлыҡлы Ғарифулла хәҙрәт Кейеков шишмәһе янында уҙҙы. Ҡөрьән уҡылып, доға ҡылынғас, мосолман ҡәрҙәштәребеҙ тарихты байҡаны, Ғәле Соҡорой, Ғарифулла Кейеков кеүек олуғ шәхестәребеҙҙең тормош юлына, эшмәкәрлегенә күҙ һалды. Ғилем-мәғрифәт өлкәһендә күпме хеҙмәт, рухи-әхлаҡи мираҫ ҡалдырған улар!
Соҡоройҙоң, Кейековтың вариҫтары улар!Күренекле ғалим, олуғ тәрбиәсе Ғарифулла хәҙрәт барлыҡ ғүмерен халҡына, Ислам динен үҫтереүгә бағышлаған. Хәләл аҡсаһына мәсет, мәҙрәсә төҙөтөүе менән дә ҙур ихтирамға лайыҡ шәхес ул. Хәҙрәт балалар уҡытҡан, имамдар әҙерләгән, етемдәр, мохтаждар өсөн ҡунаҡхана, ашхана ла төҙөткән. Ғәле Соҡорой нәҫеленән булған иманлы ҡәрҙәшебеҙ халыҡҡа һүҙ генә түгел, ә шәхси ғәмәлдәре аша ла тәрбиә биргән. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм кеүек һәр эште үҙе башҡарып күрһәтер булған Ғарифулла хәҙрәт. Халыҡты хеҙмәт һөйөргә өйрәткән, телде, мәҙәниәтте һаҡларға әйҙәгән, көнкүреш шарттарын яҡшыртырға тырышҡан. Ғөмүмән, төбәк халҡы Ғәле Соҡорой йәшәгән замандан уҡ иман нурына ҡойоноп ғүмер иткән, әҙәпле-әхлаҡлы булған. Бында, әлбиттә, руханиҙарыбыҙҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Әл-хәмдү лил-ләһ, Тәтешле халҡының тырышлығы, хеҙмәт һөйөүсәнлеге, берҙәмлеге бөгөн дә күптәргә өлгө булырлыҡ. Айырып шуны ла әйтергә кәрәк: районда фермалар теүәл, техника үҙ урынында – иманлы етәкселәр заманында күмәк хужалыҡтарҙы һаҡлап ҡалыуға күп көс һалған. Һуңғы тиҫтә йыл дауамында ҡайһы бер райондарҙа ауыл хужалығы продукцияһын етештереү эше бик ныҡ аҡһаһа, Тәтешлелә, киреһенсә, күрһәткес элеккегә ҡарағанда ла яҡшыраҡ. Мал һаны икеләтә артҡан, баҫыуҙарҙың һөрөлмәй, сәселмәй ҡалған бер сутый ере лә юҡ. Ҡайһы бер төбәктәрҙәге сүп үләне, шырлыҡ баҫҡан игенлектәрҙе күрәһең дә тәтешлеләрҙең үҙ еренә ни ҡәҙәр ихтирамлы, уңған, рухлы булыуына тағы ла бер тапҡыр һоҡланып, улар менән ғорурланып ҡуяһың. Уңыш үҙенән-үҙе килмәй, ҙур тырышлыҡ аша яулана. Элек-электән иманлы, тәрбиәле, хеҙмәтенән йәм һәм тәм тапҡан халыҡ ғүмер итә шул бында! Район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев тә, ата-баба тәрбиәһенә тоғро ҡалып, халыҡты иғтибарынан айырмай, уның көнитмешен яҡшыртыу маҡсаты менән эшләй. Элеккесә, хеҙмәт кешеһе иң ҙур хөрмәт тойоп йәшәй Тәтешлелә.
Районда, әл-хәмдү лил-ләһ, әле 30-ҙан ашыу иман йорто уңышлы эшләй. Уларға ғилемле, тәжрибәле, халыҡ араһында ҙур хөрмәт ҡаҙанған имамдар етәкселек итә.
Тәтешлеләрҙең киләсәктә лә имен тормошта, иманға ҡойоноп йәшәүен теләйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519