Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Никах бер көнлөк түгел, ә ғүмерлек
— Айырылышыуҙың ҙур гонаһ икәнен беләм. Шулай ҙа һуңғы сиккә еткәндә, түҙемлек һынғанда ни эшләргә, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

(Һорау биреүсенең теләге буйынса исем-шәрифен, районын ҡуймайбыҙ).

Никах бер көнлөк түгел, ә ғүмерлекБашҡортостан мосолмандарының
Диниә назараты рәйесе
мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт
НИҒМӘТУЛЛИН:


— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә “Ҡөрьән Кәрим”ендә: “Мин һеҙҙе ике енес итеп яраттым”, — тигән. Был күренеш әҙәм балаларына ғына түгел, үҫемлек донъяһына, хайуандарға ла хас. Уларҙың араһына Аллаһ Тәғәлә үҙ рәхмәте менән мөхәббәт һалған. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һөйөү — Хоҙайҙың барлығына һәм берлегенә дәлил.
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһының күңеленә мөхәббәтте ифрат күп итеп һалған, был атай-әсәйгә, туғандарға, илгә, тәбиғәткә, әҙәбиәткә, сәнғәткә һәм башҡаларға йылы мөнәсәбәттә сағыла. Әйтәйек, шишмәнең сылтырап аҡҡанын, ҡоштар моңон тыңлап, Ватаныбыҙҙағы аһәңгә, гүзәллеккә һоҡланып, тимәк, уларҙы яратыу аша күпме көс-ҡеүәт, йәшәүгә дәрт алабыҙ!
Ҡыҙ менән егет араһына һалынған һөйөү ҙә — Аллаһ Тәғәләнең ҙур хикмәте, бөйөк ниғмәте. Мөхәббәттең мөғжизәгә тиңдәре лә бар, мәҫәлән, Йософ менән Зөләйха, Ләйлә менән Мәжнүн араһындағы яратыуҙың көсөнә хайран ҡалмалы. Дөйөм алғанда, әҙәбиәт, сәнғәт саф һөйөүгә нигеҙләнгән, һәм был хаҡтағы ижад өлгөләре бер ваҡытта ла ялҡытмай, киреһенсә, күңелдәге яҡты хистәрҙе арттыра ғына.
Динебеҙ ҡанундарына ярашлы, мөнәсәбәттәр мотлаҡ рәсмиләштерелергә тейеш. “Никах — минең сөннәтем. Ғаиләһе нигеҙен ошолай нығытҡан кеше минең юлға тоғро”, — тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Шулай уҡ ул ҡыҙҙың динлеһен һайларға ҡушҡан. Һөҙөмтәлә “Ҡулың тупраҡҡа буялыр, йәғни тормош көтөрһөң”, – тигән ул.
Борон йәштәрҙе өйләндереү мәсьәләһендә ата-әсәнең фекере иң ҙур урында торған. “Ат алһаң — ауыл, кәләш алһаң, ҡәүем менән кәңәш ит” тигән мәҡәл дә тап ошоға бәйле әйтелгән. Шул уҡ ваҡытта эш йәштәрҙең ризалығынан тыш эшләнергә тейеш түгел. Был динебеҙгә тап килмәй. Никах бер көнлөк түгел, ә ғүмерлек, шуның өсөн уның һәр кем яғынан килешеү нигеҙендә төҙөлөүе мөһим.
Һәр ғаиләнең, нәҫелдең үҙенә күрә тәрбиәһе бар. Ир менән ҡатын бер-береһен хөрмәт итмәһә, быны күреп буй еткергән балаларға киләсәктә үҙ ояһын матур итеп ҡороу ауырға төшәсәк. “Матур сәскә араһында үҫкән бәшмәктән һаҡланығыҙ”, — тигән был йәһәттән Пәйғәмбәребеҙ. Халҡыбыҙҙың “Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап, улын һайла”, “Атанан күргән уҡ юныр, инәнән күргән тун бесер” тигән мәҡәлдәре лә ошо ысынбарлыҡты асып һала.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләнең кәмәһе ҡомға терәлгән саҡтар ҙа була. Бының сәбәбе күп осраҡта әле әйтелгән һүҙҙәрҙән ситкә китеүгә бәйле. Һәр хәлдә, ир менән ҡатын айырылышыу сигенә етә икән, динебеҙ ҡанундарына ярашлы, ике яҡтан вәкилдәр килеп, уларҙы яраштырырға тейеш. Ғаиләне һаҡлау — ифрат мөһим, ҙур бурыстарҙың береһе. Ул илебеҙҙең, милләтебеҙҙең ныҡлығын тәьмин итә.
Аллаһ Тәғәлә бер-беребеҙгә ихтирам, хөрмәт күрһәтеп, күңел, тел йылыһын йомарт өләшеп йәшәргә, балаларҙы тулы ғаиләлә яҡшы тәрбиә биреп үҫтерергә насип ҡылһын. Ғүмер бер генә, уны матур итеп үтәйек, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599