Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙҙә милләт-ара татыулыҡтың тамыры ныҡ
Беҙҙә милләт-ара татыулыҡтың тамыры ныҡ
Дин-ара бәйләнештәрҙең тормош именлегендә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостанда был мәсьәләгә һәр ваҡыт ҙур иғтибар бүленә. Өфөлә күптән түгел уҙған “Диндәрҙең аралашыуы — милли берҙәмлек нигеҙе” тигән республика йәштәр йыйыны үҙ-ара татыу, берҙәм булыуҙың мөһимлегенә тағы ла бер инандырҙы.


Ике көн дауам иткән сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков йәштәрҙе милләттәрҙең татыулығын тәьмин иткән төп көс тип билдәләне.
— Бында дин-ара бәйләнештәрҙең ыңғай үҫешен хәстәрләгән, тимәк, киләсәгебеҙгә битараф булмаған кешеләр йыйылған, — тине ул. — Беҙҙә Украиналағы кеүек боларыштарға юл һалынырға тейеш түгел. Халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырған ниндәйҙер ваҡиға килеп сыға икән, уны күмәкләп хәл итергә, аңлашып эш итергә тейешбеҙ. Был беҙҙе көслөрәк, ҡеүәтлерәк итә. Әлеге йыйында Ҡырымдан вәкилдәрҙең ҡатнашыуы ла әһәмиәтле. Белеүегеҙсә, уларға бөгөн еңел түгел. Ҡәрҙәштәребеҙгә һәр яҡлап ярҙам итергә тейешбеҙ.
Беҙҙә милләт-ара татыулыҡтың тамыры ныҡРәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Артур Сөләймәнов Башҡортостандың аяғында ныҡлы баҫып торған, милләт-ара татыулыҡҡа ынтылған төбәк булыуын билдәләне.
— Беҙҙең ата-бабабыҙ ҡайғы-шатлығын уртаҡлашып, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белеп, Ватанының именлеген хәстәрләп йәшәгән, — тине ул. — Тимәк, төбәгебеҙҙәге бөгөнгө милләт, конфессия-ара татыулыҡтың тамыры ныҡ, киләсәге лә, әл-хәмдү лил-ләһ, шулай булыр. Әлеге сара был ышанысты тағы ла нығыта.
Йыйынды асыу тантанаһында дини башлыҡтар менән бергә төрлө йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре, ғалимдар сығыш яһаны. Мәҫәлән, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Хәләф Ишморатов диндең бөгөнгө йәмғиәтте тотоп торған ышаныслы бағана икәнен, ата-бабабыҙҙың аманатына тап төшөрмәйенсә, уны саф килеш һаҡлау мөһимлеген билдәләне.
Беҙҙә милләт-ара татыулыҡтың тамыры ныҡБашҡортостандың баш раввины урынбаҫары Игаль Шауль, Өфө епархияһының сиркәү менән йәмғиәт араһындағы бәйләнеш бүлеге етәксеһе Евгений Шерышев һәм башҡалар ҙа милләт-ара татыулыҡтың әһәмиәтен, уның мәҙәниәтте байытыуҙағы ҙур өлөшөн билдәләне.
— Төп таянысыбыҙ — йәштәр, — тине улар. — Маҡсатыбыҙ — тыныслыҡ һәм аңлашып йәшәү. Һәр йәмғиәт ошо сифаттарға нигеҙләнеп үҫергә тейеш.
Сараның тантаналы өлөшөнән һуң эш секция ултырыштарында дауам итте. Фекер алышыуҙа төп иғтибар республикала дини белем биреү, хәүеф тыуҙырған аҙымдарға ҡаршы тороу, социаль проекттар булдырыу мәсьәләләренә йүнәлтелде.
Йыйындың икенсе көнөндә дини үҙәктәр етәкселәре үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһындағы рәсми килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Йәштәр иһә футбол, волейбол буйынса спорт ярыштарында көс һынашты, кискеһен ҙур концерт программаһы ойошторолдо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519