Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡ теләктәргә ҡойондо “Аҡмәсет”
Аҡ теләктәргә ҡойондо “Аҡмәсет”
Рәхмәт ауылы һуңғы осорҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә. 2006 йылда яңы мәктәп асылғандан башлап халыҡтың йәшәү рәүеше айырыуса йәнләнде: мәҙәниәт йорто гөрләп эшләй, газ торбалары һалына башланы, “Айыҡ ауыл” республика конкурсында уңыш йылмайҙы... Күптән түгел иһә изге ерҙә иман йорто ла асылды.

Аҡ теләктәргә ҡойондо “Аҡмәсет” Был эштәрҙең башында рәхмәттәрҙең ҙур ғорурлығы, Башҡортостаныбыҙҙың танылған шәхесе Фирҙәүес Хисамитдинова тора. Уның төбәктең тарихын тәрән өйрәнеүе, хәстәрлеге ауылдаштарының көс-ҡеүәтен арттыра, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылырға этәргес бирә. Заман талаптарына ярашлы белем усағы Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙының тырышлығына бәйле асылғайны. Әле “Аҡмәсет”тең ҡалҡып сығыуы ла — ныҡышмал, халҡына намыҫлы хеҙмәт иткән яҡташыбыҙҙың хеҙмәте һөҙөмтәһе. Яҡташыбыҙҙың фекерҙәре иман йортон төҙөүгә төплө нигеҙ булды, аҡсалата тос ярҙамды ла тәүгеләрҙән булып Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы күрһәтте. Ауылдаштары башланғысты дәррәү күтәреп алды, һәр береһе эшкә хәленән килгәнсә үҙ өлөшөн индерҙе: кирбес һалды, ер ҡаҙҙы, һыу ташыны... Был, әлбиттә, рәхмәттәрҙең дуҫ, татыу, берҙәм йәшәүе хаҡында һөйләй. Өҫтәүенә ауылда тыуып, ситтә тормош ҡорғандар ҙа аҡсалата ярҙам итеп, мәсеттең тиҙерәк асылыуына булышлыҡ ҡылды.
Иман йортон асыу тантанаһы һәр кем өсөн күркәм, тулҡынландырғыс байрам булды. Ҡатын-ҡыҙҙың ситтән килгән ҡунаҡтарҙы башҡорт кейемендә, милли аштарыбыҙ менән ҡаршылауын күреү үҙе үк ҙур шатлыҡ ине.
Аҡ теләктәргә ҡойондо “Аҡмәсет”Һәр эш фатиха алыуҙан башлана. Рәхмәттәргә изге теләктәр мул яуҙы ул көндө. Район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов сығышында Рәхмәт ауылы халҡының мәсет асыуҙағы әүҙемлеген билдәләне, төбәктең матур киләсәгенә ҙур өмөттәр бағлауын әйтте. Аҙан һәр ерҙә ишетелеп торһон тигән теләктә иман йортона ҙур аппаратура бүләк итте ул. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, шулай уҡ сит илдән килгән ҡунаҡтар — Төркиәләге Истанбул университетының Евразия институты директоры урынбаҫары Исмәт Бинәр, уның дуҫтары — “Аҡмәсет”тең нигеҙе ныҡлы, рәхмәттәрҙең киләсәге яҡты булыуын теләне. Башҡортостандың “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов иһә иман йортона 400 тирәһе дана “Дини календарь” бүләк итте.
Аҡ теләктәргә ҡойондо “Аҡмәсет”Оҙон юлды яҡын итеп, тантанаға Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин да килгәйне.
— Өфөнән Әбйәлилгә еткәнсе һоҡланып туя алманым: ни ҡәҙәр матур беҙҙең Башҡортостан! — тине Тәлғәт Сафа улы. — Урмандары, йылғалары, күлдәре генә түгел, халҡы ла матур, бай күңелле уның. Быға һеҙҙә тағы ла бер тапҡыр инандым. Ауылығыҙҙың исеме генә ни тора: Рәхмәт! Тимәк, Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте төшкән ер. Бынау ҡәҙәр ҙур мәктәбегеҙ булғас, төбәктең киләсәге өмөтлө икәнлегенә ышанмау мөмкин түгел!
Бынан 33 йыл элек тотош Башҡортостанда 16 ғына мәсет ине, хәҙер улар 1 200-гә етте. Манаранан аҙан әйтелгән һайын шайтан ҡаса. Хәҙер беҙҙә был изге моң меңдән ашыу мәсеттән яңғырай икән, боҙоҡлоҡҡа урын ҡалмаҫ, тигән һүҙ, әл-хәмдү лил-ләһ.
Тантана өйлә намаҙы менән дауам итте. Аҙаҡ рәхмәтле рәхмәттәр ҡунаҡтарҙы тәмле ризыҡ менән һыйланы, аш янында тормош, киләсәккә хыялдар, берҙәм йәшәү мөһимлеге, балаларҙы иманлы итеп тәрбиәләү хаҡында һүҙ барҙы.
Әйткәндәй, “Аҡмәсет”тең биләмәһендә кескәйҙәр өсөн уйын майҙансығы булдырылған. Әлегә унда уйнарға ғына килгән балаларҙың киләсәктә ауылыбыҙҙы иманға төрөрөнә, изге башланғыстың ҙур емеш биреренә ышаныс ҙур.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512