Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Файҙаһы юҡ, шуға рөхсәт ителмәй
— Белеүемсә, йондоҙнамә Ислам тарафынан тыйыла. Бының сәбәбе нимәлә, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

С. ТИМЕРШИНА.
Бөрө ҡалаһы.

Файҙаһы юҡ, шуға рөхсәт ителмәй Башҡортостан мосолмандарының
Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Ислам — ғилем дине. Алдағы сығыштарымда әйтеп үткәнемсә, белем — икһеҙ-сикһеҙ океан, ә әҙәм балаһы уның һыуын тамсылап йотҡан ҡош кеүек.
Ғилемдең файҙаһы хаҡында күп беләбеҙ. Белем ингән һайын әҙәм балаһының күңеле йомшарырға, иманына ҡеүәт өҫтәлергә тейеш. Әгәр инде ғилем кешене тәкәбберлеккә, мин-минлеккә алып бара икән, ул файҙаһыҙ.
Донъяла әҙәм балаһына кәрәге булмаған, уны юлдан яҙҙырған белем өлгөләре лә бар. Мәҫәлән, сихыр ғилеме. Ул "Ҡөрьән"дә зекер ителгән һәм Ислам тарафынан тыйылған. Бөгөнгө һорауҙа яңғыраған йондоҙнамә ғилеме лә тарих төпкөлөнән килә. Уның хаҡында хатта ки "Ҡөрьән"дәге сүрәлә лә бер аҙ зекер ителгән. Был ғилем дә Ислам тарафынан тыйылған.
Йондоҙнамәнең элек тә булғаны хаҡында бер ҡисса һөйләп үтәйем. Мысыр батшаһы Фирғәүенгә ҡарата бер саҡ астрологтар: "Ошо йылда донъяға килгән бала тәхетеңдең емерелеүенә һәм һәләкәтеңә сәбәпсе булыр", — тип күрәҙәлек ҡыла. Һөҙөмтәлә вазифаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡыһы килмәгән батша шул йылда тыуған һәр ир баланы үлтертә бара. Аллаһ Тәғәләнең хикмәте менән Муса ғәләйһис-сәләм генә иҫән ҡала, уны Фирғәүен үҙе тәрбиәләй. Тимәк, йондоҙнамә ысынлап та булған, әммә ул Ислам тарафынан рөхсәт ителмәй.
Бынан тыш, башҡа төрлө ғилемдәр ҙә бар. Мәҫәлән, ҡом ярҙамында фараз ҡылыу булған. Быға бәйле ҡиссаны ла бәйән итәйем. Бер ваҡыт ҡом ғилеме шул ҡәҙәр алға киткән, ти. Ябраил ғәләйһис-сәләм ошо йүнәлеш менән шөғөлләнгән бер ғалимдың эргәһенә төшөргә булған. Кеше сүрәтенә ингән дә уның алдына килеп ултырған. "Был ғилемдә ҙур дәрәжәгә өлгәштең, — тип башлаған һүҙен Ябраил ғәләйһис-сәләм. — Әйт әле: ошо мәлдә Ябраил ғәләйһис-сәләм ҡайҙа икән?" Ғалим ҡомдо тигеҙләй ҙә өҫтөнә һыҙғылай башлай. Туҡтап, аптыраулы ҡараш менән баға ла икенсе, өсөнсө мәртәбә фаразын ҡыла. Унан бер үҙен тотоп ҡарап, бер Ябраил ғәләйһис-сәләмгә текәлеп ултыра, ти. "Был ни хикмәт?" — тип һорай фараз ҡылдырыусы. "Ябраил ғәләйһис-сәләмде тәүҙә Күктән, унан Ерҙән эҙләнем — бер ерҙә лә юҡ. Өсөнсө мәртәбә иһә шуны асыҡланым: Ябраил ғәләйһис-сәләм — йә һин, йә мин".
Ғөмүмән, ғилемдең осо-ҡырыйы юҡ. Әйтеүемсә, араларында кәрәкһеҙҙәре лә бар. Исламдың уларҙы тыйыуының сәбәбе шул: был ғилемде урынһыҙға, кәрәкмәгәнгә файҙаланып, әҙәм балаһы үҙенең, башҡаларҙың тормошона, күңеленә зыян килтереүе, тура юлдан яҙҙырыуы ихтимал. Ә мосолмандар һәр ваҡыт күркәм уйлы, матур һүҙле булырға, бер-береһен рухландырып йәшәргә тейеш.
"Күрәҙәсегә барма — башыңа бәлә алма" тигән һүҙ бар халҡыбыҙҙа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ошондай "яраттырыусы", "һөйҙөрөүсе", "уңышҡа юл күрһәтеүсе"ләр күбәйә бара. Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәтенән тыш ниндәйҙер еңел юл менән ҡаҙанышҡа өлгәшеп булмай ул.
Йондоҙнамә фараздары төрлө мәғлүмәт саралары аша даими таратылып тора. "Бөгөн етди документҡа ҡул ҡуймай тороғоҙ" тигәнде ишетеп, быға ышанып, мөһим эшен иртәгәгә ҡалдырған кешене күҙ алдына килтерегеҙ. Алда бит ни булыры билдәһеҙ. Был йәһәттән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: "Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма", — тигән. Виртуаль түгел, ә аныҡ тормошта йәшәргә өйрәнәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512