Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Байлыҡ тотторма — тормошон барыбер үҙгәртә алмаҫһың”
— Бер-береңде хөрмәт-ихтирам итеү, уңыштарға көнләшмәү зарурлығы хаҡында күп әйтелә, яҙыла. Ләкин тормош үҙе ғәҙел булһын ине лә бит: кемдер ыҙа сигеп көн итһә, икенселәр рәхәтләнеп йәшәй. Ошондай шарттарҙа нисек инде бер-берең менән татыулыҡҡа ынтылырға, күҙҙе йомоп, көнләшеүгә юл ҡуймаҫҡа мөмкин? Ғөмүмән, тормоштағы ғәҙеллек тураһында ни әйтерһегеҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
И. ҠОЛМӨХӘМӘТОВА.
(һорау биреүсенең исем-шәрифе үҙенең үтенесе буйынса үҙгәртеп алынды).
Әбйәлил районы.

“Байлыҡ тотторма — тормошон барыбер үҙгәртә алмаҫһың” Башҡортостан мосолмандарының
Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Донъяла бөтөн нәмә Аллаһ Тәғәләнең ғәҙеллеге менән тигеҙ, тоғро хәрәкәт итә. Әйтәйек, борон иң дөрөҫ ваҡытты йондоҙҙарға ҡарап билдәләгәндәр.
“Эй, һеҙ, иман килтергән кешеләр! Хоҙай ҡаршыһында ғәҙел шаһитлыҡ ҡылыусы булығыҙ, — тиелгән “Маиҙә” сүрәһенең һигеҙенсе кәлимәһендә. — Кешеләргә ҡарата нәфрәтегеҙ насар юлға алып бармаһын. Ғәҙел булығыҙ, был һыҙат тәҡүәлеккә яҡын”. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, бөтөн эштә, һәр хәл-ваҡиғала дөрөҫ фекергә килеп, тоғро юл табырға тейешбеҙ.
Шул уҡ ваҡытта Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте менән һәр нәмә үлсәүгә һалынған. Быны анығыраҡ төшөндөрөү өсөн бер хикәйәтте һөйләп уҙайым. Сөләймән ғәләйһис-сәләм пәйғәмбәр ҙә, батша ла булған. Ошондай ике ҙур вазифаны бергә алып барыуы ниндәй яуаплылыҡ талап иткәнен төшөнәһегеҙҙер. Пәйғәмбәр булараҡ, Хоҙай Тәғәлә тарафынан ебәрелгән дини ҡанундарҙы өйрәтһә, батшалыҡ уның иңенә халыҡты яҡлау, һаҡлау кеүек бихисап бурыс йөкмәткән. Бер көндө Сөләймән ғәләйһис-сәләм ныҡ оло йәштәге, бөкрәйеп бөткән, әммә арҡаһына ауыр утын йөкмәгән бабайға тап булған. “Бына ошолай көн итәм, фәҡирмен”, — тип зарын еткергән ҡарт. Сөләймән ғәләйһис-сәләм уға бер алмас тотторған. “Ошо байлыҡты тотон, ул ғүмереңдең ахырына хәтлем етәсәк, һинән һуң да ҡаласаҡ әле”, — тигән ул. Күпмелер ваҡыт үткәс, теге ҡартты йәнә осратҡан. Бабай хас теге сағындағы хәлдә йөрөй икән: бөкрәйгән, арҡаһына ауыр утын йөгө аҫып алған... Ифрат ныҡ ғәжәпләнгән Сөләймән ғәләйһис-сәләм: нисек инде шул ҡәҙәр аҡсаһы була тороп, һаман фәҡир ҡиәфәтендә йөрөргә мөмкин? “Эй... Теге саҡ алмас тотоп ҡайтып килә инем, юлбаҫарҙар талап алды”, — тип көрһөнгән ҡарт. Сөләймән ғәләйһис-сәләм уға икенсе тапҡыр алмас һонорға торғанда, Аллаһ Тәғәләнән әмер килгән: “Бирмә һин уға — тормошон барыбер үҙгәртә алмаҫһың: ғүмер буйы әлеге хәлендә ҡаласаҡ”.
Был хикәйәттең нигеҙендә ҙур хикмәт ята: бәғзеләр мөлкәтте күп көс түгеп, тырышып-тырмашып тапһа, икенсе берәүҙәр булғанын да тота белмәй. “Эй, Раббым, байлыҡтың файҙалыһын, хәйерлеһен бир” тигән доға тап ошоға бәйле килеп сыҡҡандыр ҙа. Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларын төрлөсә һынай. Байлыҡ менән фәҡирлек тә юҡтан бирелмәй: ике юлда ла кеше иманын, ғәҙеллеген һаҡларға тейеш.
Ә инде ҡайһы бер кешенән тиктомалдан ауыр һүҙ ишетәбеҙ икән, уны сабыр үткәрергә тейешбеҙ. Хатта ки Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә, Аллаһ Тәғәләнең Рәсүле була тороп, ниндәй генә рәнйеү, кәмһетелеү кисермәгән. Әммә барыһына ла түҙгән Пәйғәмбәребеҙ, Аллаһ Тәғәлә ҡуйған бурысты үтәүен дауам иткән. “Аҡыллы — ҡуйҙым, иҫәр еңдем тиер” тигән мәҡәл дә ошоға бәйле әйтелгән булһа кәрәк.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә төрлө хәлдә көслө ихтыярлы, түҙем, ғәҙел булып ҡалырға насип итһен, көнләшеү, нәфрәтләнеү кеүек насар тойғоларҙан һаҡлаһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 103

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 458

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 991

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 900

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 661

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 248

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 567

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 526