Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек"
"Тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек"
92 йәшлек Рәҡиә Үтәғолованың бәхетле ҡартлығына ҡарап: "Эй, Хоҙайым, миңә лә ошондай хәйерле ғүмер насип итһәңсе", — тип ҡат-ҡат теләк әйтәм. Ана бит инәйҙең дүрт йәшлек бүләһе Данислам, башҡаларға иғтибар ҙа итмәй, тик ҡартәсәһе янында урала, уны әле бер, әле икенсе уйынға саҡыра. Улай ғына түгел, икәүләп ихласлап башҡортса йырлап-бейеп кинәнәләр!

Аралашыу мәлендә Рәҡиә инәйҙең хәтере шәплегенә, тәрбиәлелегенә, ипле, фатихалы заттан булыуына инандым. Уның моңлап уҡыған аят-сүрәләрен тыңлап, күҙгә йәш тула.
— Атайым Сабир Сабит улы Үтәғолов Көйөргәҙе районының Яҡут ауылынан, — тип хәтер йомғағын һүтте инәй. — Бик иртә атайһыҙ ҡалған улын уҡытыу өсөн өләсәм байҙарға ялланып эшләй, һөҙөмтәлә атайым шул заманда киң билдәле Ҡарғалы мәҙрәсәһендә уҡып, 32 йәшендә генә "Указлы мулла" исемен алып, тыуған төйәгенә ҡайта. Ауыл ҙур булғанға күрә, икенсе мәсет һалдырып, шунда дини уҡыуҙар үткәрә башлай. Әсәйем иһә ҡатын-ҡыҙға аят-сүрә, намаҙ тәртибен өйрәтте.
Илдә инҡилап башланғас, ауыл байҙарын, муллаларҙы Себергә һөргөнгә оҙаталар. Сабир олатай Стәрлетамаҡтағы "Сода" заводына һыу ташыусы итеп ебәрелә. Мулла, ҡайҙа ғына булмаһын, динде онотмай. Бер ваҡыт намаҙ уҡып ултырғанда, янынан ғына төрмә хужаһының машинаһы үтеп китә. Әлбиттә, ныҡ ҡурҡҡан олатай. Кис булғас, уны тышҡа саҡырып сығаралар. "Ҡурҡма, бабай, яҡыныраҡ кил, — тигән тауыш ишетә ул. — Үҙебеҙгә алып ҡайтам, оло йәштәге инәйем ҡушты!" Олатайҙы мунса индереп, таҙа кейем биреп, өйгә саҡыралар. Йәш кенә ҡыҙ сирле икән, ике йыл түшәктә ята. Бер ниндәй дауа ла килешмәгәс, муллаға мөрәжәғәт иткәндәр. Ҡыҙ бер аҙнанан һуң тороп ултырған, ашай башлаған. Бабайға ҙур рәхмәт әйтеп, күстәнәстәр биреп, эшенә оҙаталар.
— Атайымды төрмәгә алып киткәс, бик ауыр булды, — тип күҙ йәше аша хәтерләй Рәҡиә Сабир ҡыҙы. — Өйҙән бөтә нәмәне алып сығып киттеләр. Дүрт ҡыҙ урындыҡта ултыра инек, Сабира исемле ҡатын аҫтыбыҙҙағы балаҫты ла тартып алды. Бер нисә көндән һуң өйһөҙ ҙә ҡалдыҡ. Күршеләрҙең тауыҡ ояһында көн итә башланыҡ. Һылыуҙарым Мәрйәм менән Сара һыуыҡтан һәм аслыҡтан үлде. Әл-хәмдү лил-ләһ, төрмәгә киткән атайыбыҙ йыл ярымдан имен-аман ҡайтып, колхозға эшкә инде. Уны һәр кем хөрмәт итә ине, сөнки им-томо көслө булды, өшкөрөүе килеште, шул сәбәпле бик күптәрҙе һауыҡтырып аяҡҡа баҫтырҙы. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем янынан кеше өҙөлмәне.
Башланғыс мәктәпте тамамлағас, мине Морапталға уҡырға алманылар. Сәбәбе — атайымдың мулла булыуы. Һөҙөмтәлә ике йыл колхозда эшләнем: утаныҡ, көлтә бәйләнек, ҡар тоттоҡ, туңдыҡ, асыҡтыҡ, кәмһетелдек... Әммә бирешмәнем: ҙур тырышлыҡ менән урта мәктәпте тамамланым. Теләгем уҡытыусы булыу ине. Баймаҡ районындағы Темәс педагогия училищеһына ҡабул итеү һынауҙары барғанлығын ишеткәс, Ырымбур поезына ултырып, юлға сыҡтым. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, уҡырға индем. I курсты тамамлауға иһә һуғыш башланды. Һыйыр егеп, ер һөрөп, асығып көн күрһәк тә, уҡыуымды туҡтатманым, ул ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирҙе.
Диплом алғас, тыуған районыма йәш белгес булып ҡайтып, Яҡшембәт мәктәбендә химия һәм биология фәндәренән уҡыта башланым. Һуғыштан ҡаты яраланып, ауыр контузия алып ҡайтҡан фронтовик егет Йыһангир Кинйәғоловҡа кейәүгә сығып, ике балаға ғүмер бирҙем. Әле хаҡлы ялдамын, Өфөлә ҡыҙым Земфира менән кейәүем Марат тәрбиәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерәм.
Бына шулай, 43 йыл буйы ауылда уҡытыусы, депутат, агитатор, уҡыусыларҙы йыр-бейеүгә өйрәткән оҫта музыкант-хореограф — бөгөн дә сафта! Бүлә-бүләсәләрен тәрбиәләшә, матур итеп баҡса үҫтерешә, ата-әсәһенән алған дини белемен ихлас тарата.
Ағинәй көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡый, ураҙа тота. Кендек инәһе, им-томсо булараҡ та дан алған ул. Кешеләрҙе ғәйбәт һөйләүҙән, бер-береһен рәнйетеүҙән тыя, гонаһлы ғәмәлдәрҙе аңлата. Матур ҡартлыҡ өлгөһө булып йәшәгән инәй тормошто һәр яҡлап күркәм итеп күрергә теләй.
— Гәзит-журналды кинәнеп күҙлекһеҙ уҡыйым, Мәҙәниәт йылында нимәләр башҡарылғанын белеп, ҡыуанып ултырам, — ти ул. — Элек бөтә ауыл менән үткәргән байрам саралары иҫкә төшә. Бала тәү сиратта ғаиләһендә, унан йәмғиәттә матур тәрбиә өлгөһө күреп үҫергә тейеш. Ундай кеше изгелекте яманлыҡтан айыра белә, һынауҙар алдында юғалып ҡалмай, тормошто йәмләп йәшәй.
Һәр кемгә Рәҡиә инәй кеүек ҡартлыҡта ҡәҙер-хөрмәт күреп ултырырға насип булһын ине. Ағинәй әйткәнсә, сәләмәтлектә, һәр саҡ хәрәкәттә, ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, донъяға изгелек сәсеп ғүмер итергә яҙһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 107

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 462

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 996

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 905

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 665

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 251

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 573

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528