Һәр һыйырҙан — 4 мең килограмм һөт11.09.2013
Стәрлетамаҡ районындағы ауыл хужалығы предприятиелары һәр һыйырҙан һөт һауыу буйынса 4 меңлек сикте үтте. Йыл башынан алып бында уртаса һауым 4009 килограмм тәшкил итә.
Башҡортостандағы Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡ районы — төбәктә ошондай юғары күрһәткескә өлгәшкән икенсе район. Һөт буйынса 4 меңлек сикте беренсе булып Саҡмағош хужалыҡтары үткәйне. Бөгөн был ике район һөттө тулайым етештереү, шулай уҡ уны һатыу буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Йыл башынан алып саҡмағоштар 30,4 мең тонна һөт һауып, 30,3 мең тонна самаһын һатҡан. Стәрлетамаҡтар уларҙан әҙгә генә ҡалыша.
Республика буйынса дөйөм алғанда йыл башынан һөттөң тулайым һауымы 1,029 миллион тоннаға етә. Шуның 461,2 мең тоннаһы ауыл хужалығы предприятиелары, фермер хужалыҡтары өлөшөнә тап килә.