Бураларға иген тулды07.09.2013
Бураларға иген тулдыЕр эшендә уңыш еңел бирелмәй

Хеҙмәт кешеһен бындай көндә йортонда осратырмын тимә: ни тиһәң дә, баҫыуҙа ураҡ эштәренең иң ҡыҙған сағы бит. "Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра", тип юҡҡа әйтмәгәндер боронғолар, шуға ла ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре лә был осорҙа ҡара таңдан алып ҡояш байығансы баҫыуҙа "егелә". Алдынғылар рәтендә килгән Илештә лә шул уҡ хәл. Беҙ барғанда Максим Горький исемендәге хужалыҡта ла комбайндар икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙы иңләй, йөк машиналары бураларға иген ташый ине.

Ер эшендә уңыш бер ҡасан да еңел бирелмәй, һәр ваҡыт хеҙмәт кешеһенең тире менән һуғарыла. Ҡәҙер һәм Һеңрән ауылдарын берләштергән Максим Бураларға иген тулдыГорький исемендәге колхоз эшсәндәренә лә быйыл байтаҡ һынауҙар үтергә, юғалтыуҙар кисерергә тура килгән. Шуға күрә бөгөн дә тәбиғәттән аяҙ көн һорап йәшәгән саҡтары.
– Сәсеүҙе ваҡытында унышлы тамамлағайныҡ. Май, июнь айҙары үтә лә ҡоро килде, был, әлбиттә, эҙһеҙ үтмәне. Шулай уҡ августағы ҡойма ямғырҙар ҙа ураҡ эштәрен байтаҡҡа тотҡарланы, – тине колхоз рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Иршат Ғилфанов. Шуға ҡарамаҫтан, бында яҡшы унышҡа өмөт итәләр.
Уңыш йыйыу, ысынлап та, һауа шарттарына ғына бәйле. Колхоздың техника менән тәьмин ителеше лә яҡшы: баҫыуҙа ете комбайн эшләй, быйыл ғына өр-яңы ике "Нива Эффект" һатып алғандар. Уңыштың уртаса күрһәткесе әлегә гектарынан 23,5 центнер тәшкил итә. Иген йәмғеһе 2400 гектар майҙанда сәселгән, шуның 981 гектарын ужым арышы биләгән. Уның буйынса уңыш гектарынан 24,2 центнерға барып баҫҡан.
Бураларға иген тулдыКолхоздың баш агрономы Флүр Нәбиев фекеренсә, ҡоролоҡ бигерәк тә арышҡа кире йоғонто яһаған. "Етерлек ашлама ла индергәйнек, шуға ла уңыш гектарынан 35 центнер булыр тип өмөтләнгәйнек. Премьер-министр урынбаҫары Эрнст Исаев та беҙҙә булғанда, күптән бындай сәсеүлектәр күргәнем юҡ ине, тигәйне. Ләкин тәбиғәттең үҙ ҡанундары", – ти ул.
Әлегә уңыш ҡәнәғәтләнерлек: бураларға 4100 тонна иген инеп ятҡан. Ураҡ аҙағына уның күләме 5500 тоннаға барып баҫыр тип өмөтләнәләр бында. Былтыр уңыштың 4700 тонна тәшкил иткәнен иҫәпкә алғанда (һаман да ҡоролоҡ эҙемтәһе), быйыл ул, ҡатмарлыҡтар кисерергә тура килһә лә, барыбер күберәк булмаҡсы.
Әммә хаҡтарҙың былтырғынан түбәнерәк булыуы ғына борсолоу тыуҙыра. Мәҫәлән, үткән йыл арыштың тоннаһының хаҡы (урындан килеп алғанда) 4500 һум булһа, быйыл 3300 – 3800 һум самаһы. Бойҙайҙыҡы иһә алты мең һум тирәһе икән, әммә был колхозсыларҙы ҡәнәғәтләндермәй, сөнки, әйтеүҙәренсә, ашлыҡтың үҙҡиммәте бөгөн юғары.
Әлбиттә, тырыш хеҙмәтсәндәр булмаһа, бер ниндәй ҙә уңышҡа өлгәшеү мөмкин түгел. Бөгөн хужалыҡта 120 кеше эш урыны тапҡан. Комбайнсылар РәфилБураларға иген тулды Шәмсиев, ағалы-ҡустылы Тәлғәт һәм Шамил Маликовтар, Дамир һәм Мират Фәтҡуллиндар, Ильяс Лоҡманов, Артур Борханов, водителдәр Риф Фәрхетдинов, Фликс Нәбиев, Рамаҙан Ғәлләмов, Хәлил Йәнгиров, Йәүҙәт Гәрәев, Ирек Солтановтар уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн бөтөн көсөн һала. Әлбиттә, алдағы йылдар менән сағыштырғанда техника менән ҡатмарлыҡтар булмауы ҡыуандыра: комбайндар ҙа яңы, тәгәрмәсле тракторҙар ҙа етерлек.
Ужым сәсеүҙе лә аҙағына еткергәндәр тиерлек. Әле һуңғы бер баҫыуҙы эшкәртәләр. Быйыл көҙгө сәсеүлектәр 1100 гектарға майҙанды биләйәсәк, ә 900 гектарға сәселгән дә инде. Арышҡа өҫтөнлөк биргәндәр: "Ҡунаҡбаев иҫтәлегенә" элиталы сорты менән "сулпан-7" сәселгән. Шулай уҡ 1350 гектар самаһы майҙанда туңға һөрөү дауам итә.
Әммә республикала яуып үткән ҡойма ямғырҙар ураҡҡа аяҡ салмай ҡалмаған, уңышҡа ла йоғонто яһаған. "Көслө ел арышты йыҡты, бындайҙы минең күргәнем юҡ ине әле", – ти баш агроном, аптырап. Был да ураҡ эштәренә һиҙелерлек тотҡарлыҡ яһаған. Шулай ҙа бөгөнгә уңыштың 60 процентын йыйыуға өлгәшкәндәр. Силос һалыу башланырға тора, кукуруздың уңышы ҡәнәғәтләнерлек.
Халыҡҡа колхоздан ашлыҡ та бирелә. Баҫыу эшендә эшләгәндәргә ташлама бар. Уны бында ауыл халҡына башҡа хужалыҡтар менән сағыштырғанда арзаныраҡ хаҡҡа бирергә тырышалар.


Вернуться назад