Юлдарҙы ла инвесторҙар төҙөйәсәк07.09.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында үткән республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ҡарау һәм яҡлау буйынса комиссияһы ултырышында бер нисә мөһим мәсьәлә тикшерелде.

Шуларҙың береһе – дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ шарттарында Стәрлетамаҡ – Ҡағы – Магнитогорск автомобиль юлын төҙөү. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров һөйләүенсә, республиканы Силәбе өлкәһе менән тоташтырасаҡ һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан башланасаҡ өр-яңы юлдың дөйөм оҙонлоғо яҡынса 220 саҡрым тәшкил итә. "Уны тик юл фонды аҡсаһына ғына башҡарһаҡ, төҙөлөш 30 – 40 йылға һуҙылыр ине. Шәхси инвестицияларҙы ла ҡушһаҡ, яҡынса биш йылда атҡарып сығабыҙ һәм һалынған аҡса 15 йылда ҡапланасаҡ", – тип белдерҙе Ильяс Мөниров.
Шулай уҡ комиссия Өфөнән М-5 федераль трассаһына сираттағы сығыу юлы төҙөлөшө проектын тикшерҙе. Ул да дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ шарттарында төҙөләсәк. Оҙонлоғо 14 километр тәшкил итәсәк, һәм ул айырым транспорт саралары өсөн түләүле буласаҡ тип көтөлә.


Вернуться назад