“Сабыр булығыҙ, мәсьәлә хәл ителер”04.09.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етештереүселәрҙе, финансистарҙы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәрен йәлеп итеп, “Туймазыбыяла” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эш хаҡы буйынса бурысҡа бәйле хәлде өйрәнеү йәһәтенән Хөкүмәт комиссияһын ойошторорға ниәтләй. Республика башлығының Туймазыға эш сәфәре барышында предприятие хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуында Рөстәм Хәмитов ошо хаҡта белдерҙе.
Предприятиела эш хаҡы буйынса бурыс 66 миллион һум тәшкил итә. Һуңғы тапҡыр эш хаҡы быйыл майҙа таратылған. Шул уҡ ваҡытта тулыһынса иҫәп-хисап күптән яһалмаған — эшселәргә 2-3-әр мең һум ғына бирелә. Һуңғы ваҡытта предприятиенан китеүселәр артҡандан-арта.
“Туймазыбыяла” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре эш хаҡын юғалтыуға бәйле борсолоу белдерә. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, бындай мәлдә закон эшселәр яҡлы.
— Мәсьәләне ыңғай хәл итербеҙ тип уйлайым, — тине төбәк башлығы. — Берҙән-бер үтенес: сабыр булығыҙ, хәлде өйрәнәбеҙ. Артабан эшләү өсөн Хөкүмәт комиссияһы ойошторорбоҙ, моғайын.
Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, киләһе аҙнала комиссия вәкилдәре Туймазыға киләсәк.