Шәкәр сөгөлдөрө йыя башланылар04.09.2013
Башҡортостан хужалыҡтары шәкәр сөгөлдөрө йыйыуға тотондо. Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, республикала сөгөлдөр сәскән 23 райондың алтауһында ошондай эш башланды.

Әлегә майҙандарҙың 595 гектарында эш тамамланған. Баҡалы районы игенселәре был техник культура сәселгән баҫыуҙарҙың 10 процентында сөгөлдөрҙө йыйып алған. Республика буйынса гектарынан уртаса уңыш 342 центнер тәшкил итә. Иң юғары күрһәткес — Благовар районында. Бында һәр гектарҙан 528 центнер сөгөлдөр алынған.
Әйткәндәй, төбәктә бер гектарҙан кәмендә 250 центнер татлы тамыраҙыҡ алыу күҙаллана. Быйыл Башҡортостанда был культура 55,2 мең гектар майҙанда сәселгән.


Вернуться назад