Әллә ғиллә маҡтай белмәүҙәме?03.09.2013
Стәрлетамаҡта Башҡортостан тауарҙарын һатыу мәсьәләһе буйынса кәңәшләштеләр
Туй үтте. Кәләш менән бүләккә төшкән аҡсаны кеҫәгә һалдыҡ та йәшәп китеү өсөн һауыт-һаба, йорт йыһаздары эҙләй башланыҡ. Ҡалаҡ-сынаяҡтарҙы еңел тапһаҡ та, шкаф-карауат эҙләп ҡаңғырырға тура килде. Бер көндө Стәрлетамаҡтың үҙендә етештерелгән йорт йыһазы магазинына индек. Ҡарайбыҙ: арзан һымаҡ, үҙе лә бынамын тигән стенка. "Беҙҙә йүнле әйбер сығармайҙар", — тигәнерәк һүҙҙәрҙе йыш ишетеп үҫкәс, бындай күренеш ят ине, әлбиттә. Быйыл өйләнешеүебеҙгә биш йыл, ә стенка һаман өр-яңы килеш тора.
Ысынлап та, ни өсөндөр сит тарафтан килтерелгән аҙыҡ-түлеккә, кәрәк-яраҡҡа өҫтөнлөк биреү ҡаныбыҙға һеңгән. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙә етештерелгәне һис тә ҡалышмай һымаҡ. Хатта ҡайһы берҙәре яҡшыраҡ та. Ни ҡылаһың, беҙҙә тауарын ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтай белмәйҙәр шул. Һатҡан осраҡта ла осһоҙға бирелә. Әлбиттә, етештереүсенең генә ғәйебе түгел был. Хәҙер, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, ил күләмендә эш иткән селтәр-магазиндар баҫып алды. Уларҙы һинең ни саҡлы тир түгеп эшләүең ҡыҙыҡһындырмай, бары арзаныраҡ ҡына булһын. Шунан һуң сифат, конкуренция хаҡында һүҙ йөрөтөп ҡара инде!
Тауарҙы нисек һатырға һуң? Стәрлетамаҡта Башҡортостан етештереүселәренең мәнфәғәтен яҡлау буйынса ойошторолған "түңәрәк өҫтәл"гә йыйылыусылар ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләне лә инде. Әйткәндәй, шул уҡ аҙнала республика Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәрендә: "Урындағы етештереүселәргә ярҙам итергә кәрәк", — тип аныҡ белдергәйне.
Мәҫәлән, "Рощинский" совхозы ит-һөт продукцияһының 80 процентын үҙ магазиндарында һата, 17 процентын халыҡҡа ваҡ-төйәк аралашсылар аша еткерә, ни бары 3 проценты ҙур сауҙа селтәрҙәренә оҙатыла.
— Был, әлбиттә, бәкәлгә һуға, сөнки етештереү менән шөғөлләнеү урынына магазиндар, һатып алыусы эҙләргә тура килә. Тапҡан осраҡта ла теге йәки был мәшәҡәт сығып тора. Ә иң борсолдорғаны — үҙ төбәгебеҙҙән ары китә алмауыбыҙ, сөнки бөтә ерҙә лә ҙур сауҙа селтәрҙәре ныҡлы урынлашҡан. Бындай әйләнешкә инеү мөмкин түгел, сөнки тауарҙы арзанға һатырға тура киләсәк. Хаҡты кәметмәһәк, селтәр магазины икенсе етештереүсене табасаҡ. Сифатлымы-юҡмы — уға уныһы мөһим түгел, хаҡы ғына осһоҙ булһын, — тип ғәмәлдәге хәлде күҙ алдына баҫтырҙы совхоз директоры Фәрит Сәлихов.
Шулай ҙа проблеманы хәл итеү юлы бар. Мәҫәлән, хәҙер аҙыҡ-түлек етештереүсе, Башҡортостандың һынау үҙәгенә мөрәжәғәт итеп, һатыу мәсьәләһен көйләй ала. Үҙәк уға төбәктә эш иткән сауҙа компаниялары менән килешеү төҙөргә ярҙамлаша, "Башҡортостан тауарҙары" билдәһе менән танылыу яуларға мөмкинлек бирә. Әммә һатып алыусы: "Сит ерҙең гөлөнән үҙ ереңдең дегәнәге артығыраҡ", — тип тауарыңа ябырыла тигән һүҙ түгел был. Ошо хаҡта проект етәксеһе Рөстәм Камалетдинов: "Башта етештереүсе документтар, ғариза тапшыра, артабан тауарының сифатын тикшерәбеҙ. Талаптарға ярашлы булһа ғына предприятие йәки эшҡыуар проектта ҡатнаша ала, сөнки беҙҙең өсөн тәү сиратта төбәгебеҙ һатып алыусыһының сифатлы аҙыҡ-түлек ҡулланыуы мөһим", — тип аңлатма бирҙе. Әйткәндәй, етештереүсенең аҡсаһы тикшереү эштәренә генә китәсәк, ә "Башҡортостан тауары" брендлы продукцияһы бушлай рекламаланасаҡ.
Һынау үҙәге директоры Виталий Черевков белдереүенсә, республика етештереүселәренең күбеһе "ауыҙымды асам — алма төш" тигәндәй, төрлө кимәлдәге власть органдарының хәл итеүен көтөргә күнеккән. "Әммә ҡалҡаны юғалыу менән был эшҡыуар-предприятиелар, ярҙамсыһы булмағанлыҡтан, шунда уҡ бөлә. Ә әлеге проект сәйнәп ҡаптырмай, етештереүсене тәү сиратта баҙарҙа эшләргә, ҙур компаниялар менән хеҙмәттәшлек итергә өйрәтә. Проект юҡҡа сығып, ул сауҙа буйынса партнеры менән яңғыҙы ҡалһа ла, ҡыйынлыҡтарҙы йырып сыға аласаҡ. Килешеүҙә күрһәтелгән кимәлдә һәм сифатлы тауар менән тәьмин итеп өлгөрһөн генә", — тип асыҡлыҡ индерҙе ул.
— Стәрлетамаҡта бындай проекттың киләсәге өмөтлө. Унда ҡатнашҡан етештереүселәргә мөмкинлектәр артасаҡ, тотош республикала эш итә аласаҡтар, — тигән фекер ҙә яңғыраны һөйләшеүҙә.
Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Азат Камалетдинов был йүнәлештә эштең күптән барыуын белдерҙе. Башланған эш — бөткән эш, тиҙәр. Тимәк, бында етештерелгән тауар менән киләсәктә тотош республика халҡы яҡшы таныш буласаҡ.